Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2025, 10:55

Һыйырын ҡотҡарам тип ...

Миәкә районының Күл-Ҡуңҡас ауылында кисә мал һарайын йәшен атҡан. Ағас аҙбар шунда уҡ янып киткән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғында һыйырын ҡотҡарырға маташҡан 58 йәшлек хужабикәнең ғүмере өҙөлгән, малҡай ҙә һәләк булған. Ялҡын ялмап алған ҡыйыҡ уларҙың өҫтөнә емерелеп төшкән.

Ошо уҡ муниципалитеттың Исламғол ауылында ла шундай осраҡ булған. Бәхеткә, бында ҡорбандар юҡ.

Автор:
Читайте нас