

Алтмыш һигеҙ йыл йыл иңгә-иң терәп ғүмер итеүсе Байғүбәковтар - һуғыш балалары. Был ҡәһәрле йылдар арҡаһында уларҙың икеһе лә атай наҙынан, атай тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған. Рәшит олатайҙың атаһы - Нуҡай ауылынан Тирмәнгә уҡытыусы итеп ебәрелгән Ғәни Йәләл улы1941 йылдың авгусында һуғышҡа алына һәм теүәл бер йылдан хәбәрһеҙ юғала, Түкәт ҡыҙы Рая иһә атаһы фронтҡа китеп һәләк булғас (әсәһе ауырып үлгән булған), туғандары менән балалар йортонда буй еткерә.
- Атай һуғышҡа киткәндә миңә 6 йәш кенә ине. Әсәйем дүрт бала менән ҡалды, беҙҙе, ике ҡыҙы менән улын, (бер апайым 1942 йылда вафат булды) бер үҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Беҙҙең быуын балаларының бала сағы булманы ла тиерлек, ваҡытынан алда буй етергә, әсәйҙәргә ныҡлы терәк булырға тура килде, - ти Рәшит Ғәни улы.
5 бала үҫтерә Байғүбәковтар. Атанан күреп - ул, инәнән күреп ҡыҙ үҫер, тигәндәй, ҡыҙҙары Миңзәлә, Миңлегөл, Миңния, Рәғиҙә лә, улдары Фәнис тә бәләкәйҙән эшһөйәр, маҡсатлы булып үҫәләр, ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә ата-әсәһенең исеменә тап төшөрмәйҙәр, тормош иптәштәре менән бына тигән итеп донъя көтәләр. Ҡартаталарының юлын дауам итеп, оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән Миңзәлә ҡыҙҙары Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғариф алдынғыһы исеменә, Миңлегөл ҡыҙҙары РФ халыҡ мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған.
Оло үкенескә күрә, ата менән әсәгә бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килгән... Миңзәлә ҡыҙҙарын юғалтыу йөрәктәрен өтөп, һары һағыштарға һалһа ла, ауыр ҡайғыны сабыр ғына күтәргән улар.
90 йәшен билдәләгән уҙаманды Нуҡай ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре лә ихлас ҡотланы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Рәшит Ғәни улын оло юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, уға һәм уның тормош иптәше Рая апайға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Фотолар Нуҡай ауыл биләмәһе төркөмөнән алынды.