Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
15 Май 2025, 07:11

Зыяратҡа барыу тәртибе

 Ҡатын-ҡыҙҙар йыназа намаҙында ҡатнаша ала, ләкин йыназа ваҡытында зыяратҡа инергә ярамай. Зыяраттың ҡапҡаһына тиклем эйәреп килһәләр ҙә, эскә инергә ярамай. Башҡа ваҡытта туғандарының ҡәберен күрәйем тиһәләр барһындар, ләкин йыш йөрөргә ярамай, сөнки “Зыяратҡа йыш барыусы ҡатындарҙы Аллаһ ләғнәт ҡылды” тип пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм тыйған.

 Зыярат эргәһенән үткәндә йәки зыяратҡа ингәндә доға уҡыла:”Әссәләмү ғәләйкүм әһләддийәәри минәл мүъмининә үәл мүслимин. Әс-әлүллаһә ләнә үә ләкүмүлғәфийәһ” тип. (Мәғәнәһе: сәләм булһын һеҙгә мөъмин, мосолман ҡәбер эйәләре. Үҙебеҙгә һәм һеҙгә именлек һәм тыныслыҡ һорайым - йән именлеге һәм тыныслығы).

 Зыярат беҙгә әхирәтте иҫкә төшөрә, ошонда беҙҙе лә алып киләсәктәр, шуның өсөн беҙ белергә тейешбеҙ: ҡәберҙә беҙгә тик ғәмәлдәребеҙ иптәш булыуы тураһында, изге ғәмәлдәр була икән - ҡәбер нурлы булыр, насар ғәмәлдәр ҡәбер ғазабы сиктерер.

 Ирҙәргә зыяратҡа барыу тыйылмай, пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм “Зыяратҡа барығыҙ, ул һеҙгә әхирәтте иҫкә төшөрә” тип әйткән. Шулай уҡ йыназала ҡатнашыу сауаплы ғәмәл. “Кем йыназа намаҙында ҡатнаша, уға Үхүд тауы (Мәҙинә ҡалаһында оҙонлоғо 7 километрлыҡ тау) ҙурлыҡ сауап яҙыла, ә кем мәйетте ерләргә бара, уға тағы Үхүд тауы ҙурлыҡ сауап яҙыла” тигән пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм. Шуға йыназала ҡатнашыу, ҡәбер ҡаҙышыу, мәйет йыуыу, йыназа намаҙы уҡыу - ҙур сауаплы ғәмәлдәр.

 Ҡатын-ҡыҙҙар йыназа намаҙында ҡатнаша ала, ләкин йыназа ваҡытында зыяратҡа инергә ярамай. Зыяраттың ҡапҡаһына тиклем эйәреп килһәләр ҙә, эскә инергә ярамай. Башҡа ваҡытта туғандарының ҡәберен күрәйем тиһәләр барһындар, ләкин йыш йөрөргә ярамай, сөнки “Зыяратҡа йыш барыусы ҡатындарҙы Аллаһ ләғнәт ҡылды” тип пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм тыйған.

 Мәйет йыуыуҙы туғандары башҡара ала икән - яҡшы, туғандары йыуһа - һәйбәтерәк, ҡәбергә төшөргәндә - яҡын туғаны төшөрөү яҡшыраҡ. Шулай уҡ туғанына ҡәбер ҡаҙышыу һәм күмешеү ярай. Ҡайһы берҙә башҡа дин менән бутап туғандарына ҡаҙышырға, күмешергә ярамай тигәнде ишетергә тура килә.

 Мәйеттең өҫтөнән систерелгән кейемде хәҙер кеше кеймәй, борон кейем дефицит булғанда йыуғандар ҙа кейгәндәр. Нимә эшләтергә һуң? Мунса мейесендә яндырырға йә сүплеккә ташларға була, улай ҡәҙерһеҙ була тиһәгеҙ, ихатаның берәй мөйөшөнә ергә күмергә була. Үлгән кешенең кейемен ҡәбергә күмергә кәрәкмәй. Ҡәбер мәрхүмдең йорто һәм бысраҡ кейемен бергә күмеү килешмәй. Шулай уҡ һалып алып барған табутты емереп ҡәбергә һалырға кәрәкмәй.

 Ҡәбер таҙаларға барғанда ҙур сүп-сар тоғо алып барып, ҡыйҙы шунда тултырып, махсус контейнерға ташларға, зыярат эсендә өйөп ҡалдырмаҫҡа.

  Мораҡ мосолман зыяратында тәртип һаҡлаусы бар, күмергә урынды ул күрһәтә, бөтә һорауҙар менән уның менән кәңәшләшергә.

 “Ҡыҙыл мәсет” идараһы.

   

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас