Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
15 Май 2025, 07:35

Һөйөнсө! Тәүәкәндәр һынатманы!

Бөгөн “Айыҡ ауыл" республика конкурсын йомғаҡлау сараһы үтте һәм  еңеүселәр билдәләнде! Улар араһында беҙҙең тәүәкәндәр ҙә бар!!!

Һөйөнсө! Тәүәкәндәр һынатманы!Һөйөнсө! Тәүәкәндәр һынатманы!
Һөйөнсө! Тәүәкәндәр һынатманы!

Тәүәкәндәр “Ҙур тораҡ пункттар” номинацияһында II  урын алды. Уларға 3 миллион 500 һумлыҡ сертификат бирелде.

Билдәле булыуынса, Тәүәкән - районыбыҙҙың иң алдынғы ауылдарының береһе. Ошо ергә кендек ҡаны тамған ил ағаһы, Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов хәстәрлегендә ҡалҡып сыҡҡан социаль объекттар - моделле китапхана, мәктәп, мәсет, күп функциялы ауыл клубы, балалар баҡсаһы, ауыл амбулаторияһы урындағы халыҡтың тормош-көнкүрешен яҡшыртыуға, уларға ял итеү һәм тырышып эшләү өсөн шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итә. “Урал” спорт-һауыҡтырыу комплексы иһә  ауыл халҡына ғына түгел, тотош районға хеҙмәт итә, күп ярыштар нәҡ ошонда үтә, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлағандарҙы үҙенә йәлеп иткән бассейны тураһында әйтеп тораһы ла түгел!

 Шуныһы ҡыуаныслы, тәүәкәндәр әүҙем тормош менән йәшәй. “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында ла, республика этабында ла бында бихисап мәҙәни һәм спорт саралары уҙҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү эшенән ситтә ҡалмайҙар, әүҙемдәр ойоҡ, бирсәткә бәйләй, көндәлек кәрәк-яраҡ, тиҙ боҙолмаусы аҙыҡ-түлектән торған гуманитар ярҙам, аҡса йыя, окоп өсөн шәмдәр эшләй, маскировкалау селтәре үрә һ.б.

 Тәүәкәндәрҙе оло еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2024 #АйыҡАуыл2024 #ФСГОРБ

Һөйөнсө! Тәүәкәндәр һынатманы!
Һөйөнсө! Тәүәкәндәр һынатманы!
Һөйөнсө! Тәүәкәндәр һынатманы!
Һөйөнсө! Тәүәкәндәр һынатманы!
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас