Кейәүгә сыҡҡас өйҙә тәртип булдырырға тырышып, ысынлап та, күпме сәғәтем, көнөм... юҡ, ғүмерем сепрәк тотоп үткән. "Таҙа булһын, туҙан булмаһын. Берәйһе килеп керер..."
Әбейемдең һүҙҙәренән һуң, ысынлап та шуны искә ала башланым. Таҙалыҡ тип мөкиббән китмәгәндәр саф һауала йөрөәҙәр, ял итәләр,тормошҡа һөйөнөп бер-береһе менән аралашып йәшәйҙәр икән бит.
Тормош ҡыҫҡа. Бик ҡыҫҡа. Уның ҡыҫҡа икәнен кинәт аңлайбыҙ.
Туҙан! Һөртөлөр кәрәк саҡта! Туҙанға ҡарағанда
балаңды ҡосоп, уның менән ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеү минуттары ҡәҙерлерәк түгелме!? Бәлки шиғыр яҙыуың, ниндәйҙер рәсем яһауың, бәлки бесәйеңде һыйпап уйланып ултырыуыңдан да файҙа күберәктер!?
Туғаныңа барып кил, күршеңә кереп сыҡ, сәскәләрең менән һоҡланып, һөйләшеп ал, берәр бик тәмле ризык бешер, музыка тыңла, бейе, китап уҡы! Улың йә ҡыҙың менән саф һауаға сыҡ. Саңғы шыу, туп уйна, урманға бар! Тормош тышта, кешеләр араһында! Һәм уның бер көнө лә кире ҡайтмай бит.
Туҙан?
Бер көндө һинән дә туҙан ғына ҡаласаҡ. Һинең нисә кәстрүлде көзгөләй яһап ағартҡаныңды бер кем дә белмәйәсәк. Ә бына һинең һөйләшеүеңде, йылмайыуыңды, күҙҙәреңдең нурын, ысын дуҫ була белеүеңде, туған йәнле булыуыңды онотмаҫтар!