

Ауылыбыҙҙа Еңеү көнөн бына бик күп йылдар инде һуғыш ветерандарһыҙ ҡаршылайбыҙ. Тыл һәм хеҙмәт ветерандары ла икәү генә ҡалдылар. Улар 90 йәштәрен артмаҡлаған, ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеләре Буранбаева Бәҙерниса Мәсәлим ҡыҙы һәм Сәлихова Мәхмүзә Хөснөтдин ҡыҙы.
Улар икеһе лә беҙҙең ауылға Бикбулат ауыланан килен булып тшөкәндәр.
Бәҙерниса инәй бик шәп әңгәмәсе, кеше менән аралашырға, һөйләшергә ярата, хәтере лә бик яҡшы. Яңыраҡ беҙ балалар менән уға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Осрашыуға килгән балаларҙы бик ихлас ҡаршы алды. Уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға теүәл итеп яуап бирҙе. Инәйебеҙҙең хәтере әле бик шәп, барыһын да кисә генә булған кеүек һөйләп ултырҙы. Атаһының һуғышҡа киткәнен, һуғыш ваҡытын нисек үткәргәндәрен дә иҫләй. Инәйҙең ата-әсәһе бик егәрле, хәстәрлекле булғанға күрә аслыҡтан миктәмәнек, ти ул. Әсәһе ҡул эшенә оҫта була, шуның арҡаһында балаларының өҫтөн, тамағын хәстәрләй ала. “Бик ауырлыҡ менән йәшәгәндәр ҙә булды”, тип иҫләй инәй. Зиһенле, хәтерле булһа ла уҡыу эләкмәй Бәҙерниса инәйгә. Һуңлап ҡына, ҙурайып уҡырға бара. Тик мәктәптә “бисмиллалап” һыу эскән өсөн уны уҡытыусы ҡыуып ҡайтара. Ҡабат мәктәпкә бармай. “Бар, уҡы!”, тип ныҡышҡан кеше лә булмай. Ҡул араһына ингән, эш эшләргә яраҡлы булғас, ауылдағы барлыҡ эшкә егелә лә ҡуя. Әммә бөтөнләй яҙыу-һыҙыуҙы белмәй ҡалмай, әлбиттә. Ғаиләле булып, балалары мәктәпкә уҡырға төшкәс, улар ыңғайына уҡырға ла, яҙырға ла өйрәнә. Телгә шәп, йор һүҙле инәйебеҙ таҡмаҡтарҙы күп белгән, бәйеттәр яҙған. Әле лә мәҡәл-әйтем, ҡарһүҙҙәрҙе урынлы ҡулланып ултыра ул. Телгә генә түгел, ҡулы ла оҫта була уның. Ауылға ғына түгел, күрше-тирә яҡтарҙа оҫта мейес сығарыусы булып дан ала. “Нисә мейес сығарғанымды һанап ҡараным әле, юҡ, осона сыға алманым, бик күп”, ти ул. Ә балитәкле күлдәктәрҙе күпмене текте икән? Уның да һанын белмәй. Юҡсыллыҡ заманында инәй бөтөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын күлдәкле итә. Ауыл кешеһенең иңенә төшкән бөтә эштәрҙе лә башҡарып, эшенән, тормошонан йәм табып, йәшәй ул.
Тормош иптәше Ғарифйән бабай менән ( ул хәҙер мәрхүм инде) иңгә-иң терәшеп бик матур ғүмер иттеләр. 6 балаға ғүмер биреп, уларға матур тәрбиә, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарҙылар. Хәҙер инде балаларының , бүлә-бүләсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, изгелектәрен генә күреп йәшәй. “Ихх, ҡартайып кителде, тормош шулай матур, ашайым тиһәң ашарға, кейәйем тиһәң кейергә - барыһы ла бар, тик тыныслыҡ ҡына булһын!”, - ти ул.
Балалар менән ихлас аралашып, йылы хушлашты инәй. Кешегә алсаҡ, аралашырға, һөйләшергә әүәҫ инәйҙең өйөнән кеше өҙөлмәй. Күрше-күлән, балалары, туғандары килеп-китеп торалар. Биш намаҙын намаҙын ҡадырмай, Ҡөрьән аяттарын, доғалар уҡып йән тыныслығы табып, барыһына ла шөкөр итеп йәшәүсе инәй быйыл 93-сө яҙын ҡаршылай.
Бәҙерниса инәйҙе йәше буйынса ҡыуа етеп килгән тағы бер оло инәйебеҙ, һуғыш һәм тыл ветераны Сәлихова Мәхмүзә Хөснөтдин ҡыҙы. Ул да - Бикбулат ауылы ҡыҙы. Мәхмүзә инәй күп балалы ғаиләлә тырыш, егәрле, сәмле ҡыҙ булып буй еткерә. 16 йәшендә генә Зәбихулла Сәлиховҡа кейәүгә сыға. Улар 9 балаға ғүмер бирәләр. Балаларының һәр ҡайһыһы хәҙер башлы-күҙле булып донъя көтәләр, үҙҙәре олатай-өләсәй, ҡартай-ҡәрсәй.
Инәйебеҙ ауылға килен булып төшкәненән төрлө эштәрҙә йөрөй, эшселәргә төшкө аш, совхозға икмәк тә бешерә, мәктәптә иҙән дә йыуа. Ул быуын кешеләре кеүек бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырмай, гөрләтеп хөкүмәт эшен дә эшләйҙәр, донъяһын да көтәләр, балаларын да үҫтерәләр.
Мәхмүзә инәй әле лә йәй көндәре үҙ йортонда донъя көтә, ҡыш көндәре балаларында ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәй. “Хәрәкәттә-бәрәкәт” тигәнде үҙенең тормош девизы итеп алған инәй йәйәү йөрөргә ярата һәм булғанына шөкөр итеп, барына риза булып йәшәй.
Имен тормошта, йән тыныслығында, баларығыҙға терәк, ауылдаштарығыҙға кәңәшсе булып, оҙон-оҙаҡ ғүмер итегеҙ әле, ауылыбыҙ ағинәйҙәре!