

Бигерәк тә яҙ көнө ҡарҙан һуң йылы көндәр башланғас, йәм-йәшел булып ҡалҡып сыҡҡан кесерткән файҙалы.
Белгестәр әйтеүенсә, кесерткән япрағында аскорбин кислотаһы, каротин, К, В2, В3 витаминдары, магний, фосфор, тимер, ҡырмыҫҡа, фолий, һеркә кислоталары бар. Йәш япраҡтарындағы С витамины лимондағынан да күберәк икән, ул каротин миҡдары буйынса ҡуҙғалаҡ, һырғанаҡ, кишерҙән ҡалышмай. Шуныһы ла бар: кесерткәндең файҙалы үҙенсәлектәре термик эшкәртеүҙән һуң кәмемәй. Шуға май кесерткәненән сихәтле аш бешерергә, турамаға ҡушырға, төнәтмәһе менән сәсте сайҡатырға, ҡыш файҙаланыу өсөн киптереп алып ҡалырға мөмкин.
“Кесерткән ялҡынһыныуға ҡаршы тора, иммунитетты күтәрә, үтте ҡыуа. Ҡан ағыуҙы туҡтатыу, ҡанды ойотоу үҙенсәлеге лә бар. Көслө йәрәхәттәр булғанда, күрем ныҡ килгәндә, гинекология ауырыуҙарынан дауалай. Аҙ ҡанлылыҡтан файҙалы, гемоглобинды күтәрә, эритроциттарҙы арттыра. Кесерткәндә секретин (ҡандағы шәкәрҙе көйләй) матдәһе бар”, - ти белгестәр.
Кесерткән файҙалы булһа ла, уның кемгәлер ярамауы ла ихтимал. Уны ҡулланғанда ҡанды ойотоу үҙенсәлеген иҫтә тоторға кәрәк. Был үҫемлек ҡаны ҡуйы булған, тромбофлебит, атеросклероз, варикоз, гипертониянан интегеүселәргә зыянлы. Шуға ла уны ҡулланыр алдынан белгестәр менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Ә хәҙер кесерткәндән аш бешереү рецебы менән танышайыҡ. Аш өсөн 3 стакан ит һурпаһы (ябай һыу ҙа ярай), 100 г кесерткән, уртаса ҙурлыҡтағы 1 кишер, 1 баш һуған, йәшел һуған ҡыяҡтары, 2-3 картуф, 2 йомортҡа һәм ҡаймаҡ кәрәгәсәк.
Йәш кесерткән япраҡтарын йыуып, 2-3 минутҡа ҡайнап торған һыуға һалып алырға һәм һалҡынса һыуҙа сайҡатырға. Һыуы һарҡҡас, ваҡ ҡына итеп турарға. Ваҡлап туралған һуған менән кишерҙе табала үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Һурпала картуфты бешереп алғандан һуң, ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды, улар бешеп сыҡҡас, кесерткәнде һалырға. 10 минут самаһы бешергәс, һүндерергә. Ашҡа аҙаҡ бешкән йомортҡаны турап һалырға йәки сей йомортҡаны туҡып һалырға була. Укроп, петрушка кеүек йәшел тәмләткестәр һәм ҡаймаҡ һалһаң, телде йоторлоҡ, файҙалы ризыҡ килеп сыға.