

5 майҙа баш ҡалабыҙҙың “Торатау” конгресс-холында “Студент яҙы” фестиваленең Гала-концерты уҙҙы. Аиша Алһыу Биккинина менән бергә “Көт мине” (“Жди меня”) тигән йырҙы башҡарҙы. Улар менән бергә Өфө ҡалаһының “Грация” бейеү ансамбле лә сығыш яһаны.
Йондоҙсоғобоҙ был юлы ла һынатманы, “Урта һөнәри белем биреү ойошмаларының вокал йүнәлеше” номинацияһында Алһыу менән бергә Гран-приға лайыҡ булды.
Әйткәндәй, Аиша Мораҡ башҡорт гимназияһын тик “биш” билдәләренә генә тамамланы, әлеге көндә Өфө сәнғәт учидищеһында (колледжында) белем ала. Уҡытыусылары ғына түгел, яҡташтары ла уға ҙур өмөт бағлай!
Афарин, Аиша!