Операция. Хәйҙәр Тапаҡов.
Тормоштағы һәр нимә, яҙ көнө ҡыйыҡтан шыуып төшкән еүеш ҡар киҫәге һымаҡ көтмәгәндә-уйламағанда башыңа ишелеп һеңгәҙәтә, һеңгәҙәтеп кенә ҡалмай, булмышыңды тотошлайы менән тертләтә, тетрәндерә, шаңҡыта. Көн итмешебеҙҙә иртәгә, иртәнән һуң, унан ары ни булырын бер Хоҙай ғына белә, теүәл һәм аныҡ белә. Шулай итеп мине алдан планлаштырылған операцияға әҙерләйҙәр. Иң йәнгә тейгәне, эсте күмһеткәне - көллөһө Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә, ә минең сур төшкән башымда иһә бөтөнләй икенсе уй, икенсе хәстәр. Бында, хирургия бүлегендә лә Яңы йыл һулышы тойола, ингән ерҙәге фойеға йәйғор уттарын емелдәткән ҡупшы шыршыны ҡуйғандар, эргәһенә: “С Новым Годом!” тигән төҫлө яҙыу йәбештергәндәр. “Яңы йыл нисек килер һуң, унан нимәне көтөргә, нимәгә өмөтләнергә була?!” Әйтеп үткәнемсә уны Тәңре генә белә, тик ул һәр ваҡыттағыса өнһөҙ-һүҙһеҙ. Һәр әйткәндәрен, ҡушҡандарын аҙағынаса уйламай, автоматик рәүештә башҡарам, шулай тейеш, шулай кәрәк булған өсөн генә эшләйем. Иртәгә “сират күпере”м, сәғәт ун-ун берҙәр тирәһендә икән. Етенсеһегеҙ, тип алдан киҫәттеләр. Беҙҙең милләткә “ете” уңыш килтерә, тигән юрау бар, башыбыҙ осонда ла өмөт сатҡыһылай “Етегән йондоҙ” балҡып тора бит, шуға ишеткән сират һаным миңә оҡшағандай итте, һәр хәлдә шомло, мистик “13” түгел. Яныма операция яһарға тейеш хирург инеп хәлемде белеп, уныһын-быныһын һорашып сыҡты. 35-40 йәштәр тирәһендәге мөләйем йөҙлө, урта буйлы ир. Тамағын ярмай ғына ипле, ихтирамлы һөйләшә, бында Сибайға килгәнсе бер аҙ Өфөлә эшләп тә алған икән. Мәрхәмәтле, иманлыға оҡшаған. Кешенең эске донъяһын күҙҙәренә ҡарап күрергә-тойомларға өйрәнгәнмен, ғәҙәтләнгәнмен. “Был мосолман егетенә ышанырға һәм таянырға мөмкин”, тип уйлап ҡуйҙым эсемдән. Ашарға-эсергә ҡушмайҙар, хәйер, тәғәмләнеү, тамаҡҡа сәнселгән ҡылсыҡтай, уға тамсы ла мохтажлыҡ кисермәйем, ошо хәлдә, ошо торошта ҡайһылайтып аңһыҙ хайуандай упылдап, шапылдап тығынып ултырмаҡ кәрәк?! Өҫтәүенә бер нисә тапҡыр клизма эшләнеләр, билемә катетер моҡсаһын аҫып ҡуйҙылар, “операционное поле”ны алдан үҙем әҙерләнем, дөйөм һүҙҙәр менән һүрәтләгәндә, татар тынышым әйтмешләй “бырлыҡ гөнаһтарымды сыгып чыгарып ыргыттылар, фәрештәдәй тап-таза, чип-чиста булып ҡалдым.” Серемгә тартым йоҡомһораған арала төшөмдә әсәйемде күрҙем, тимәк ул минең менән, минең эргәлә. Ҡырҡыу, хәүефле мәлдәрҙә әсәйем һис ҡасан ташлап киткәне юҡ, ташламаҫ та. Был юлы ул ифрат тыныс ине, тимәк барыһы ла ыңғай буласаҡ. Йоҡонан иртәнге 4-тәр тирәһендә уяндым, хәйер, йоҡламаным да шикелле, яттым инде әүелйеп, йоҡомһорап. Тотош хирургия бүлеге тынып ҡалған, ауырыуҙар серем итә, шылт иткән тауыш та ишетелмәй, ә мин өй эйәһе ҡарасҡылай оҙон коридорҙы улай-былай кәлепләйем. Тамам ҡырылған кәйефте күтәрергә теләп ыңғайы бер көй көйләп аҙапланам:
Йәйҙең аяҙ матур таңдарында,
Йәнгә рәхәт Иҙел ярҙарында.
Ысыҡ емелдәй миләш япрағында,
Йылмаялар гөлдәр болонда...
Күҙ алдыма салт аяҙ ҡояшлы көндө, сәскәле хәтфә болондо килтергән булам да бит, тик танауҙы дарыу, хлорка еҫтәре ярып алып бара.
Иртәнге һигеҙҙә палатаға шәфҡәт туташы килеп инеп итәғәтле һаулыҡ һорашҡас, эйәге менән ишек яғына ымлап, әйҙәгеҙ, ти. “Таң да атып өлгөрмәгән түгелме, - ҡорғанһыҙ, әлегә яҡтылыҡ ойотҡоһо ҡунмаған тәҙрә яғына ымланым, - ҡайҙа алып бармаҡсыһығыҙ?!” тим белмәмеш, һиҙмәмеш һантыйҙай аптырап. “Ҡайҙа булһын, операцияға!” “ Артымдан 11-ҙәр тирәһендә килергә тейештәр, көтәм әле!” Әҙәм балаһы һәр саҡ һылтауын табып сиратын, яуап сәғәтен һуҙырға, бер аҙға ғына булһа ла кисектерергә тырыша, мин дә шул ике-өс сәғәт өсөн ҡырталашмаҡсымын, бәхәс ҡормаҡсымын. “Юҡ, һеҙгә хәҙер тинеләр, һеҙ беренсе!” “Юҡ, алдынғы булғым килмәй был тәңгәлдә, икенсе, юҡ тигәндә өсөнсө булырға мөмкин!” “Ни ҡушалар, шуны эшләйем, - башҡортса өгөтләү томаланған аңыма барып етмәгәс урыҫсалап талап итте, - идемьте!” Тиҙ генә йыйынып тегенең артынан теләкһеҙ генә тәнтерәкләйем, хас та һуйырға алып барған һуғым малы һымаҡ. Ярым ҡараңғы оҙон коридор, теге оста һүрәнке яҡтылыҡ осмото күренә. “Әҙәм балаһы ҡайһылыр мәлдә, йәнәһе лә оҙон туннелдең теге осонда илаһи нур күрә...” Юҡ-бар уйҙы башымдан алып ырғытырға тырышам. Үткелектә инәнән-тыума сисенергә ҡуштылар, аяҡтарыма сепрәк итектәргә тартым туҡыма кейҙерҙеләр. Оялыу, тартыныу хисе бөтөнләй ташлап киткән, әйтерһең дә йәш кенә ҡыҙҙың ҡаршыһында мин түгел, ниндәйҙер ят ир баҫып тора: йәнәһе лә үҙемде түгел, уны сисендереп йонсотам. Шәфҡәт туташы килбәтһеҙ, рәбәғәтһеҙ, күрмәлекһеҙ һын-торошома иғтибар ҙа итмәй шикелле, билдәле, мин уның өсөн яланғас ир түгел, сираттағы, маңлайына “1” мөһөрө баҫылған операция объекты, берәмеге бары. Кушеткаға тәңкләп һалған спорт котюмыма, иҙәндәге шипатайҙарыма ҡарашымды аттым. “Уларҙы палатағыҙға алып барырҙар!..” ти ҡыҙ. “Кемдәр тағы, былар бит минең кейем?!” Шулай тип һорағы килә, әммә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрәм.
Ныҡ яҡтыртылған иркен операция залына үтәбеҙ. Арауыҡ ҡалдырып теҙелгән өҫтәлдәрҙе күрәм, тимәк бер нисә бригада бер юлы эшләй ала. Әлегә бер кем дә юҡ. Һалҡын уҡ булмаһа ла еләҫ һымаҡ. Тәүге операция булғас йылытып өлгөрмәгәндәрҙер. Ҡош тәне ҡалҡып өшөп киттем, өшөүем, һиҫкәнеп ыуаланыуым да яһалаһы операцияға туранан-тура бәйле. Шәфҡәт туташы күн япма беркетелгән тимер өҫтәлгә ятырға ҡуша ла йылытыу приборын тоҡандыра. Ип-рәткә килеп бер аҙ йылындым һымаҡ, һәр хәлдә тештәрем шаҡылдамай ҡалдылар, осҡалағым баҫылды. Баш осомдағы дәү лампа ҡабыҙылғас башыма йәнә тертләткес уй килде: “Бына мин дә шыр яланғасмын. Әгәр бер-бер хәл була ҡалһа үҙем менән бер ниҙе лә алып китә алмайым, хатта үткелектә ҡалдырған кейемдәремде лә. Яланғас тыуғанмын икән, яланғас китәм был донъянан... Ә башым осондағы бихисап яҡтыртыу сығанаҡтары беркетелгән дәү лампа юғарылағы ожмах ҡапҡаһына оҡшаш...” Шөбһәләнеүемде күҙҙәремдән уҡыған шәфҡәт туташы һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайҙы: “Ә мин бит һеҙҙе беләм, уҡып беләм! Борсолмағыҙ, һеҙ беренсе лә, һеҙ һуңғы ла түгел, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ!” Ҡайҙа ла белешлек, танышлыҡ кәрәк шул, “һеҙҙе беләм” һүҙбәйләнеше бер аҙ тынысландырғандай итте, ни тиһәң дә күҙ күргән “знакум”дарын йәлләберәк ҡырҡырҙар, һуңынан ипләберәк тегерҙәр.
Ҡылт, итеп Иҫәнғол дауаханаһында практика үтеп йөрөгән саҡтар иҫкә төштө. Бына бит, донъя тигәнең ҡуласа шул, әйләндереп килтереп бер баҫа, хәҙер үҙем ғәҙәти пациент хәлендәмен. Шул дауаханала хирург булып эшләгән, оҫта ҡуллы Валерий Карипович Ҡадыров: “Ҡулдарың еңел, янымда булғаныңда эштәрем һәр саҡ ыңғай, уңышлы килеп сығалар!” тип мине гел генә операцияларына ассистент итеп ала, юҡ тигәндә операция залында булыуымды талап итә торғайны. Ул өҙлөкһөҙ ыжый-мыжый ҙа ине: “Училищыңды тамамла ла мединститутҡа уҡырға ин мотлаҡ, һинән һәйбәт, һәйбәт кенә түгел, һәләтле хирург сығасаҡ!” Индем унда уҡырға, тик яңғыҙ әсәйемде тағы ла алты йылға яңғыҙын ташлап ҡалдырырға теләмәй кире ҡайтып килдем. Шул Иҫәнғолда практика үткәнемдә бер иргә операция яһанылар. Ассистент сифатында ҡатнаштым, операция шәфҡәт туташы - Дания исемле ҡыҙ ине. Бик оҙаҡ барҙы операция, ауырыуҙың хәле үтә лә ауыр, һуҡыр эсәге ярылып сир перитонитҡа, йәғни ҡорһаҡ эсенең эренләүенә барып олғашҡан. Уның яңғыҙын беренсе палатаға һалып ҡуйҙылар. Бер кем ҡушмаһа, талап итмәһә лә шул палаталағы буш карауатта йоҡлап йөрөнөм, көнө-төнө ауырыу минең ҡарамаҡта. Йәшерен-батырын түгел, күптәр ҡул һелтәп унан өмөттәрен дә өҙгәйнеләр шикелле. Ә мин ҡара тырыш, сей тиҫкәре бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлайым: “Вот увидите, мы выздоровем, как-нибудь выкарабкаемся, обязательно выкарабкаемся!” Бер ай тигәндә ауырыуым төҙәлде һәм үҙ аяҡтарында ҡайтып та китте. Иң элек миңә рәхмәтен әйтте, олпат ирҙең күҙҙәре йәшләнгәйне. Шул мәлде күҙ алдына яңынан килтереп үҙ алдыма бышылдап ҡуйҙым: ”Мы обязательно выкарабкаемся...” “С вами полностью согласна, спору нет, обязательно выкарабкаемся!” Һүҙҙәремде элеп алған шәфҡәт туташы күнегелгән тилбер хәрәкәттәре менән ҡан баҫымымды үлсәне лә ҡул тамырыма система көпшәһен тоташтырҙы. Миңә минутлап ғүмер өҫтәгән кеүек тамырыма йылтыр тамсылар тама: “Тып...тып...тып...” Уңғансы операция шәфҡәт туташы күренде лә беләк буйылай ҡоғорлайға тартым көпшәгә беркетелгән битлеген әҙерләргә кереште. “Ғәфү итегеҙ, миңә “местная анестезия” тигәйнеләр...” “Юҡ, һеҙгә общий наркоз!” “Кисәге көн табип шулай тигәйне...” “А вы неплохо разбираетесь в медицинских терминах.” “А я как динозавр с дальних-дальних, очень древних времен, так, если мне память не изменяет, еще в двадцатом веке все офицеры и солдаты войсковой части в один голос меня называли Доктором с большой буквы. На самом деле это было не так, конечно-же они преувеличивали!” “Мне кажется, вы еще и редактор?” “Туҡтауһыҙ көнө-төнө эшләгән комбайн ишемен инде, үҙем урам, үҙем һуғам!” Шул мәл күрше бүлмәнең ишеге асылып ярыҡҡа урта буйлы ир кеше башын тыҡты: “Мин анестезиолог, ә һеҙ яҙыусымы?” “Эйе... – Ыңғайы бер, мейемде үкенесле уй семетте. – Башлаған повесты яҙып бөтә алманым, хәҙер тамамлап була әллә юҡ...” “Известному писателю общий наркоз!” Их, зерә яҙыусы булып кителгән, әҙип булғас, “авангардта барасаҡһың, юл асыҡ”, тигән һымаҡ иң беренсе килтерҙеләр, өҫтәүенә башҡа пациенттар тирә-яғына ҡарап ятырға, ә мин һис бер нимә тоймай-һиҙмәй йоҡларға бурыслы! Әлегә операция яһаусы хирург инмәгән, мине әҙерләп бөткәс, иң һуңғы мәлдә генә уны саҡыраларҙыр, күрәһең. Шыпа ла ғына йоҡлағы килмәй, бындағы йоҡо тигәнең мәрткә китеү менән бер бит! Битлекте битемә яптылар ҙа егермегә хәтле иҫәпләргә ҡуштылар. Тырышып-тырмашып егермегә еттем тәки: “ун ете... у-ун һи-геҙ... у-у-ун т-у-уғы-ы-ы-ҙ... е-е-е-гер-р-р-м-м-м- е-е-е...” нисек тә аңымда ҡалырға тырышам... һәм ҡалғанын хәтерләмәйем.
Күҙҙәремде асам һәм шыйыҡ томан аша ҡаршылағы стенаға беркетелгән түңәрәк сәғәтте күрәм. 2 тула 15 минуттан. Операция нисә сәғәт дауам иткәндер, әйтә алмайым, әммә ярты көн самаһы йоҡлағанмын, дөрөҫөрәге үлек хәлендә ятҡанмын. Һиҙемләүемсә, был реонимация бүлеге. Яныма теге операция шәфҡәт туташы яҡынлап бармағын усыма һалды: “Ҡыҫ, ныҡ итеп ҡыҫ!” Иҫен юғалтҡан мамыҡтай усымды ауырлыҡ менән йомғандай итәм. Йәнә томан аша тауыш ишетәм: “Бирешмәйһең, былай булғас, ары нисек тә йоҡламағыҙ!” Йәшәргә ынтылып ятҡас йоҡлау ҡайҙа, башымды улай-былай борғослайым, ҡул-аяҡтарымды хәрәкәткә килтерергә тырышам. Ауыҙыма тыҡҡан пластик көпшәне алдылар ниһайәт, тын алыуға еңел булып ҡалды. Тағы бойороҡ ишетәм, тик ул миңә түгел, кемгәлер тәғәйенләнгән. “Ошонда ултыр ҙа был пациенттан күҙҙәреңде алма!” Ҡаршымда сибек кәүҙәле, тәбәнәк буйлы ҡыҙ бала хасил булды. Ул миңә ҡурҡып та, ҡайһылыр кимәлдә ҡыҙыҡһынып та ҡарай төҫлө. Күренеп тора, тәжрибәһеҙ студент, ваҡ-төйәк йомоштарҙы үтәүсе ялсы. “Һылыуым, - тим, - үтә, ҡаҙалып, тишеп ҡарап тәнемде тотошлайы менән теткеләп тә бөттөгөҙ шикелле, мөмкин булһа башҡа, мөһимерәк эштәр менән булығыҙ, ә мин нисек тә ятып торормон, ҡасып та китмәм!” “Яңылыш әйттегеҙ, мин һылыу түгел, ишеткәнһегеҙҙер, һеҙҙе күҙәтергә ҡуштылар, ул минең өсөн крайне важно, шулай булғас, ҡыуһағыҙ ҙа янығыҙҙан бер аҙым да китмәйем, миңә практика үтеп һәйбәт оценка алырға кәрәк!” “Әйттем дә бөттөм, мәйелегеҙ, улайһа.” Ярты сәғәт тирәһе ғашиҡтарҙы көнләштерерлек итеп текләштек шулай, ул миңә күҙ яҙлыҡтырмай ҡарай, ашарҙай, йоторҙай итеп мин уға баҡҡанмын. Дөрөҫ әйткән ҡыҙ, ул шыпа ла ғына һылыу түгел икән, шул, урта күрмәлеклеләр, урта сибәрҙәр ҡоронда: ҙур ауыҙ, бесәйҙекенә оҡшаш йәшкелт күҙҙәр, йәмшек танау, һипкелле асҡалаҡ биттәр, ҡып-ҡыҙылға буялған йоҡа сәстәр. “Сәстәрегеҙҙе, - күренмәһәләр ҙә өҫтәп ҡуйған булдым, - билегеҙгә ҡәҙәр төшкән толомдарығыҙҙы әйтәм, тыумыштан шулай ут ҡыҙылдармы?” Үпкәләне булыр, йөҙ бурҙаттай ҡыҙарҙы: “Тыумыштан!” “Аңлашылды, тимәк әсәйең ерән булған!” “Ерән ине, еп-ерән!” “Билдәле, ҡарға йомортҡаһынан ҡарға балаһы сыға, аҡҡош түгел...” “Дөрөҫ әйттегеҙ, ҡарға йомортҡаһы минең биттәрем ише сыбар була!” “Бигерәк ҡара тырышһың, эт йығышһың, ауыҙға инеп бараһың, “бишле” ҡуям һиңә!” “Уны миңә түгел, беҙҙе уҡытҡан докторға әйтегеҙ, “зачетка”м үҙем менән!” Тел сарлап һүҙ көрәштергәс булмышыма бер аҙ йән кергәндәй итте, яныма инеп-сығыусыларҙы күрә, аяҡ тауыштарын ишетә башланым. Тағы ла ярты сәғәттән каталкаға һалып өҫтөмә аҡ простыня яптылар ҙа палата яғына алып киттеләр. Каталканы үҙенән әллә күпмегә ҙур сүпте өҫтөрәгән эшсән ҡырмыҫҡаға оҡшаған теге, һипкелле ҡыҙ этә, этеп кенә ҡалмай елтерәтә, тыһырлығы сығара. Наркоз эҙемтәләре сығып бөтмәгән башымда урыҡ-һурыҡ юлдар сыуала:
Гел аҡ ҡына төҫ тә хафа һалыр.
(Аҡ урмандар, ҡырҙар, түбәләр.)
Туй күлдәген генә түгел, бында...
Кәфенде лә аҡтан тегәләр...
Каталка янынан атлаған табип әйтә ҡуйҙы: “Да, операция была сложная, но вы выкиньте из головы дурные мысли, будем жить!” “Большое спасибо Вам, доктор, будем жить!”
“Был донъяға яланғас килгәс, яланғас китәм”, тип күңелһеҙ фәлсәфәгә батҡайным, кинәт тормош ығы-зығыһына бирелеп, йәшәү ғәменә яңынан ҡайтып һиҫкәнгәндәй башымды ҡалҡыттым: “Хәҙер үк кейемдәремде килтерегеҙ!” Донъялыр был, матдилыҡ пирамидаһылай итеп ҡоролған, алдатҡыс һаҙағайҙай балҡыған фани донъялыр, ә фанилыҡта инәнән-тыума тереклек итеп, тишек кеҫәгә буш ҡулды тығып әҙәмсә көн итеп булмай, кейем-һалымы ла кәрәк, аҡсаһы ла, башҡаһы ла...