Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Май 2025, 07:48

Өйҙән сафлыҡ, таҙалыҡ еҫе бөркөлһөн өсөн нимә эшләргә?

Һәр өйҙөң үҙенә хас еҫе була. Духи, кофе, аш, йылы һөт һәм башҡа еҫтәр. Ә ҡайһы өйҙән сафлыҡ, таҙалыҡ бөркөлә. Бындай өйҙә нисектер тыныс, рәхәт була.

Бының серен белгегеҙ киләме?

Баҡһаң, боронғо гректар һәм римляндар кеүек, лавр япрағы ярҙамында насар еҫте йәки артыҡ дымды бөтөрөп була икән. Ни бары бер-ике бөртөк лавр япрағын яй ғына өтөп төтәтергә кәрәк!

Әйткәндәй, лаврҙы яндырып еҫтән генә түгел, ул-был сирҙән дә ҡотолоп булыуын раҫлай ғалимдар.
Лавр япрағының еҫе баш ауыртыуын баҫа, тынысландыра, йоҡоно яҡшырта, хатта хәтерҙе нығыта икән! Сөнки уның составында тын юлдарын аса торған цинеол һәм эфир майҙары бар.
Берәй һауыт эсендә бер-ике лавр япрағын төтәҫләүең була, бүлмәгә күңелде иретерҙәй, рәхәтлек бирерҙәй хуш еҫтәр тула. Бына бит мөғжизә!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас