

Байрамдың төп өлөшө һәр ваҡыттағыса Дан аллеяһындағы “Ҡайғылы әсә” обелискыһына һәм “Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалып, яу яланында батырҙарса һәләк булғандарҙы иҫкә алыуҙан башланды. Уға тиклем “Беренселәр хәрәкәте” Еңеү көнөн байрам итеүгә арналған йәмәғәт акцияһы сиктәрендә Георгий таҫмаһын таратты.
Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин район халҡын Бөйөк Еңеү байрамы менән тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
- 1945 йылдың майынан 80 йыл үтеп, ошо ваҡыт арауығында нисәмә быуын алмашынһа ла, беҙҙең йөрәктәрҙә атай-олатайҙарҙың батырлығы тураһында иҫтәлек мәңге һаҡланасаҡ. Бөйөк Еңеү беҙҙең өсөн ауыр һынауҙарҙы күтәргән илебеҙҙең лайыҡлы киләсәгенә яҡты өмөттәр уятҡан, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡты, ысын батырлыҡты, Ватанға һөйөүҙе һәм уны яҡларға әҙерлекте сағылдырған, илһөйәрлек менән һуғырылған изге байрамдарҙың береһе. Беҙ Еңеү көнөн нисәнсе йыл Махсус хәрби операция шарттарында билдәләйбеҙ. Ҡанлы һуғыш яландарында Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалған, донъяны фашизм ҡоллоғонан азат иткән ҡаһарман яугирҙарыбыҙҙы ҙур ихтирам тойғолары һәм рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ.Мәғлүм булыуынса, беҙҙең райондан был дәһшәтле яуҙа илебеҙҙең яҡты киләсәге, аяҙ күк, тыныслыҡ өсөн 13 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Шуларҙың яртыһынан күбе яу яланында ҡаһармандарса һәләк булды, һигеҙ яугирыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды, икәүһе – Дан орденының тулы кавалеры. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың исемдәре алтын хәрефтәр менән тарихҡа уйылған.
Фронт, еңеү өсөн тылда ал-ял белмәй эшләүселәр алдында ла беҙ һәр саҡ бурыслы, уларҙың һынмаҫ рухы алдында алда баш эйәбеҙ, фронтта ҡан ҡойғос һуғыштарҙа һәм ауыр тыл һынауҙарында рух ныҡлығы күрһәткән, сикһеҙ ҡыйынлыҡтарҙы үткәреп, бөйөк еңеү яулаусыларға һәр ваҡыт дан йырлайбыҙ, - тине Марат Сәлим улы байрамға килеүселәрҙе ҡотлап.
Йыйылыусыларҙы БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Фәнит Моратбаҡыев менән яҡташыбыҙ РФ Коммунистар партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин, БР йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Азат Килсенбаев, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссары Ришат Әминев тәбрикләне, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Ыласын” ҡушаматлы яугир сығыш яһаны.
Юнир Ғәлимйән улы район хакимиәте башлығы Марат Исҡужинға, мәғариф бүлегенең хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгесе Фәнүр Мәжитовҡа, “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Михаил Савельевҡа коммунистар партияһының иҫтәлекле миҙалдарын тапшырҙы, райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына“Известия” гәзитенең 1945 йылдың 9 май һанының күсермәһен бүләк итте. Уның тәүге битендә Германияның бер һүҙһеҙ капитуляцияһы тураһындағы акт тексы баҫылған.
Йәштәр ҙә үҙ сиратында ололарҙың нәсихәттәрен ҡабул итеп, яуап һүҙ тотто, яу яланында башын һалған атай-олатайҙарыбыҙҙың эшен лайыҡлы дауам итергә һүҙ бирҙе. Киләсәк быуын исеменән Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының 11 класс уҡыусыһы Гөлсөм Сәйетбаталова сығыш яһаны.
Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған ҡаһармандарыбыҙҙы бер минутҡа тын ҡалып, иҫкә алғас, байрам тантанаһын Еңеү парады дауам итте.
***
Парад менән БР Хәрби комиссариатының Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса бүлеге хәрби комиссары, Ришат Әминев командалыҡ итте.
Колоннаны Еңеү байрағын алып барыусылар асты. Парад бүлеген һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан запастағы майор Фәиз Ғәфүр улы Хәлитов алып барҙы, байраҡсылар төркөмөн өлкән матрос Венер Бикмөхәмәтов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Сергей Фәизов һәм матрос Тимур Табулдин етәкләне.
Быйыл тәүге тапҡыр район үҙәгендәге балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә парадта ҡатнашты. Һуғыштың ни икәнлеген һүрәттәрҙән генә күргән сабыйҙарҙың да Бөйөк Еңеү көнөнөң әһәмиәтен тойоп, ғорур атлап үтеүҙәре тулҡынландырғыс күренеш булды. “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәләре лә мәртәбәле саранан ситтә ҡалманы – Еңеү символы – Григорий таҫмаһы туҡымаһын лайыҡлы күтәреп уҙҙы.
Буласаҡ һалдаттар отрядын иһә Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалы, Мораҡ 1-се урта мәктәбе, М. Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһы һәм Тәүәкән мәктәбенең “Шайморатовсылар” класы уҡыусылары тулыландырҙы.
Мораҡ 1-се урта мәктәбенең Рәсәй Геройы Юрий Климов исемендәге кадет класы уҡыусылары сафы ла ғорурлыҡ хистәре уятты.
84-се янғын һүндереү һәм Тәүәкән ауылының янғын частары составы ла парад колоннаһын лайыҡлы алып барҙы.
Парадты һуғышта булған төрлө тарихи ваҡиғалар теҙмәһе дауам итте.
Һуңғы тапҡыр кисә ҡояш көлдө,
Һуңғы тапҡыр ҡояш балҡыны.
Таң атманы бөгөн, таң атманы,
Алды ерҙе һуғыш ялҡыны.
Һуғыш тураһында уйлап та бирмәгән халыҡ ҡыҙыу бесән өҫтөндә була. Аяҙ күктә йәшен йәшнәгәндәй, зиһендәрҙе телеп, “Һуғыш!” һүҙ яңғырай... Район мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәре менән уҡыусылар һынландырған күренештән күҙҙәргә ирекһеҙҙән әсе йәштәр тулды.
Сығырылыш кисәһенә йыйылып, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫырға торған егет һәм ҡыҙҙарҙың яҡты хыялдарын селпәрәмә килтереп, таңға Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Мораҡ 1-се урта мәктәбенең “Кисә һуғыш булды” постановкаһы нәҡ шул йылдарға алып ҡайтҡандай булды.
Парад ваҡытында сығыш яһаған Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең “Рондо” өлгөлө балалар ансамбленең йыры ла күңелдәргә үтеп инде.
Сараның иң тулҡынландырғыс өлөшө, моғайын да, техникалар колоннаһының үтеүе булғандыр. М. Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһы “Вставай, страна огромная!”, нефть ҡыуҙырыу станцияһы “Бөтәһе лә фронтҡа!” темаһын асһа, “Теплосеть”муниципаль унитар предприятиеһы “Ворошилов уҡсылары”н һынландырҙы. Мораҡ үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташтарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәрлеген, яу яланында яраланған һалдаттарҙы ҡотҡарып ҡалыуҙарын күрһәтте; Мораҡ район электр селтәрҙәре, “Ғаилә”, мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре Лениград блокадаһы ваҡиғаларын һынландырҙы.
Тарихтан билгеле булыуынса, Ленинград блокадаһы 1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем дауам итә. Икенсе Бөтә донъя һуғышының иң аяныслы, фажиғәле ваҡиғаларының береһе ул.
Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙыу нөктәләренең береһе – Сталинград алышылыр. Нәҡ ошо алышта 800 меңләп фашист ҡырыла. Әлбиттә, беҙҙең яҡтан да юғалтыуҙар байтаҡ була, әммә ул һалдаттар Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн йәндәрен бирә. Батырлығы тураһындағы даны бөгөнгө көнгә тиклем килеп еткән Александр Матросовтың ҡаһарманлығын да тағы 200-ҙән ашыу яугир ҡабатлаясаҡ әле. Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығының ошо теманы асҡан постановкаһы ла йөкмәткеһе яғынан бай булды.
Освенцим, Дахау, Бухенвальд концлагерҙары тарихта айырым урын биләп тора. Тиҫтәләгән, йөҙәрләгән мең совет халҡы унда яфа сикте, һәләк булды, язалап үлтерелде, тереләй яндырылды. Ул лагерҙар ваҡытында “үлем фабрикаһы” тип йөрөтөлгән. Тарихта тәрән эҙ ҡалдырған был күренеште Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалы һынландырҙы.
Һуғыш йылъяҙмаһында Курск дуғаһы өсөн алыш та иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булараҡ билдәләнә. 1943 йылдың 5 июленән 23 авгусына тиклем генә дауам иткән алышта Гитлер армияһы меңәрләгән һалдатын юғалта. Ошо алышта ҡатнашҡан 100 меңдән ашыу совет һалдаты юғары наградаларға лайыҡ була. Был алышты Зәйнәб Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбе күрһәтте, ДОСААФ “Ялан кухняһын”ойошторҙо. Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе “Рейхстагты алыу” тарихи ваҡиғаһын сағылдырҙы; 1945 йылдың йәмле май иртәһе алып килгән Бөйөк Еңеүҙе иһә “Газпром газораспределение Уфа” ойошмаһы, яугирҙарҙы һуғыштан ҡаршы алыуҙы - ветеринария станцияһы; Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге, “Мораҙым” тәбиғәт паркы, “Күгәрсен урман хужалығы” хеҙмәткәрҙәре “Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай” темаһына мөрәжәғәт итте.
Парадта ҡатнашҡан ойошмалар үҙҙәренә тәғәйенләнгән теманы матур итеп асырға, шул йылдарҙы йөкмәткеле итеп һынландырырға тырышҡан. Оло быуын тамашасылары улар үткәндә күҙ йәштәрен тыйманы, яраларын яңыртһа ла,фажиғәле йылдарҙы, яу юлдарын күҙ алдынан үткәрҙе...
Парадтың “Үлемһеҙ полк” хәрәкәтен Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалы студенттары асты, уларҙың артынан Советтар Союзы Геройҙары, герой-пионерҙар портретын тотоп, ирекмәндәр эйәрҙе.
“Беҙ еңеүсе ейәндәре!”, “Олатай, мин һине иҫләйем!” транспаранттарын алып барыу Мораҡ 1-се урта мәктәбенең уҡыу алдынғылары 11-се класс уҡыусылары Юлиә Камардина менән Арина Мансуроваға ышанып тапшырылған; Рәсәй флагын - Сәйетҡол мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы – Мәскәүҙә хоҡуҡ буйынса бөтә рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы еңеүсеһе -Артур Айытҡолов, Башҡортостан флагын - астрономия, физика һәм информатика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабының өсләтә призеры – Мораҡ 1-се мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Данир Зәйнетдинов, район флагын - география буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабы еңеүсеһе, республика этабы призеры – М. Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Динар Әбйәлилов, Еңеү байрағын уҡыу алдынғыһы, информатика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район этабы еңеүсеһе, төбәк этабы призеры Ярослав Инчин; “Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы” хәрәкәте флагын З. Биишева исемендәге Мораҡ мәктәбе уҡыусыһы, район хакимиәте башлығы степиндиаты, “Беренселәр хәрәкәте” бүлексәһенең һәм мәктәп үҙидараһы составы рәйесе, “Изге эштәр” район ирекмәндәр ойошмаһы рәйесе Мәҙинә Сәйфетдинова алып барҙы.
“Үлемһеҙ полк” акцияһына шулай уҡ ата-бабаларына рәхмәт һәм ихтирам тойғоһон белдерергә теләгән һәр кем ҡушыла алды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман олатайҙары, тыл ветерандары, һуғыш балалары, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир туғандары портреттарын тотоп сафтан атланы.
Парадтан һуң район мәҙәниәт һарайы артистары, һәүәҫкәрҙәр, сәнғәт, район мәктәптәре уҡыусылары көсө менән әҙерләнгән концерт башланды. Бай йөкмәткеле сағыу номерҙар ысын мәғәнәһендә Бөйөк Еңеүгә дан йырлау булды.
Нисек кенә моңһоу, һағышлы булмаһын, Еңеү көнөндә халыҡ өсөн күңел асыу саралары ла ойошторола. Үҙәк майҙанда күргәҙмәләрҙән тыш, йәрминкә, сауҙа ойошторолдо, балалар өсөн төрлө уйындар үткәрелде, аттракциондар эшләне, теләүселәр һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте.
Байрам саралары кискеһен дә дауам итте. Район үҙәгендә “Еңеү өсөн” тип аталған автойөрөш үтте.
Район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек начальнигы Алина Дысенков билдәләүенсә, был сараға йөҙҙән ашыу еңел машина йәлеп ителгән. Илһөйәрлек рухы менән һуғырылған автойөрөштә башлыса йәштәр ҡатнашҡан.