

Уларҙың шатлығын район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Сәйфуллин, тормош тәьминәте, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм элемтә мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Роман Фролов, ошо ауылда тыуып үҫкән уҙаман – хәрби хәрәкәттәр ҡатнашҡан запастағы майор Фәиз Хәлитов, Күгәрсен ауыл советы башлығы Айрат Шәрипов, ситтән ҡайтҡан яҡташтары уртаҡлашты.
Айрат Әхәт улы әйтеүенсә, Күгәрсен ауылы халҡы башланғыстарҙы дәррәү күтәреп алырға әҙер булыуы менән һоҡландыра. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан да халыҡ даими өмәләр үткәреп, тирә-яҡты таҙалап, тәртипкә килтергән, йәмәғәт урындарын, йорт-ҡураларын төҙөкләндергән.
Ауылдаштары Зилфәт Абдуллин менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана күгәрсендәр. Уның тәҡдиме менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың, тыл ветерандарының, һуғыш балаларының, шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың фотоларынан галерея эшләп ҡуйылған.
- Был күргәҙмәне Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланыҡ. Бер ай ҡалды тигәндә яу юлын үткән ауылдаштарыбыҙҙың фотоларын йыя башлаһаҡ та, барыһы ла әүҙем күтәреп алды был үҙенсәлекле акцияны, бөтәһе 700-гә яҡын фото тупланды. Галереяла Сүриә, Афған, Чечен һуғыштарында, Украин махсус хәрби оперцияһында ҡатнашыусыларҙың да фотоларын йыйҙыҡ. Бәлки, киләсәктә ауылдаштарҙың биографик белешмәләрен туплап, бәләкәй китап та сығарырға мөмкин булыр, - ти ул ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп.
Айрат Шәрипов та ошо мемориалды эшләүҙә ярҙам иткәндәргә, атап әйткәндә, ауыл халҡына, матди ярҙам күрһәткән ағалы-ҡустылы Фәиз һәм Фәрғәт Ваһаповтарға рәхмәт әйтте. Хәҙер был урында йәйәүлеләр өсөн тротуар һалынған, асфальт түшәлгән, сәскәлектәр эшләнгән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемдәре уйып яҙылған мемориаль таҡта ҡуйылған.
- Күгәрсен ауылынан 256 кеше фронтҡа китә, шуларҙың 106-һы яу яланында һәләк була. Бөгөнгө көндә беҙҙә һуғыш осоронда тыуған 36 кеше иҫәпләнә. Улар байрам көнөндә генә түгел, һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә.
Йылдар үтһә лә, Бөйөк Ватан һуғышының әһәмиәте юғалмай, илебеҙҙең яҡты киләсәге, тыныслыҡ өсөн башын һалған ҡаһарман яҡташтарыбыҙ рухы алдында баш эйәбеҙ, уларҙың батырлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ, - ти Айрат Әхәт улы. Ул шулай уҡ ошо изге эшкә үҙ өлөштәрен индереүселәр – Фәиз һәм Фәрғәт Ваһаповтар, Зилфәрт Абдуллин, ауыл депутаты Рөстәм Ҡорбанаевҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Сәйфуллин да был мәртәбәле эште атҡарып сығыуҙа ауыл халҡының, ситтә йәшәгән яҡташтарының берҙәмлеге, татыулығы ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген билдәләп үтте.
БР-ның атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәрғәт Ваһапов та яҡты тәьҫораттары, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
- Ауыл мәктәбен 1980 йылда уҡ тамамлап, ситкә киттем. Йыш ҡайта алмаһам да, тыуған яғымды бер ҡасан да онотмайым, аылым, ауылдаштарым һәр ваҡыт йөрәк түрендә. Ошо обелискы янында үтте бала сағым. Олатайыма йыш ҡына һуғыш ветерандары килде, бергәләп обелискы эргәһен тәрбиәләп, ҡарап торҙолар, үҫеп килгән быуынға, ауылдаштарына өлгө булдылар.
Ауыл халҡы обелискыны төҙөкләндерергә ниәтләгәс, тәүҙә район хакимиәте башлығы Марат Исҡужинға, урындағы етәксе Айрат Шәриповҡа мөрәжәғәт итте. Мин дә ситтә ятып ҡала алманым.
Бөгөн бик күп көнбайыш лидерҙары беҙҙең Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен төшөрөп, тарихты боҙоп яҙырға теләй. Бындай шарттарҙа киләсәк быуынға тарихи дөрөҫлөктө еткереү, уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү – үтә мөһим һәм төп бурыстарыбыҙҙың береһе булып тора,- ти ул.
Фәрғәт Фәрит улы шулай уҡ ауылдаштары Зилфәт Абдуллин, Фәиз Ваһапов, Радик Мозафаровтарға аҡсалата премия тапшырҙы. Өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм ауылдаштары – Марсель, Рим Хәлитовтар, Файыҡ, Миңлебай Вәлитовтар, Фәриҙә Якиева, Миңһылыу Сәхәпова, Винер Ваһапов, Хәжәр Вәлитоваларҙың тырышлығын баһаланы.
Ауылдаштары алдында оло яуаплылыҡ менән телмәр тотҡан Фәиз Хәлитов та яҡташтарының бик күп хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһенең яуҙан әйләнеп ҡайтай алмауын билдәләп үтте. Педагогия хеҙмәте ветераны Ниғмәтулла Ваһапов иһә ил тарихында Күгәрсен ауылы халҡының да тәрән эҙе ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлашһа ла, уның шаңдауы кешеләр күңеленә тынғы бирмәй әле. Ул йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә татыған һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре күргән-кисергәндәрен бөгөн дә хәтеренән сығармай. Ауыр йылдар булды, хужалыҡтарҙа ҡарттар ҙа, балалар ҙа, ҡатындар ҙа бер тиң эшкә егелде. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла асығыусылар күп булды, өйҙән-өйгә телем икмәк һорап йөрөүселәр 46-52-се йылдарҙа ла бар ине әле”, - ти ул. Ҡунаҡтарға ул үҙенең һуғыш осоро балаларына арнап яҙан шиғырын да уҡып ишеттерҙе.
Күгәрсен ауыл советының ветерандар советы рәйесе Фәниә Хәлитова, уҡытыусы Әлисә Маннановаларҙың да сығышы йөкмәткеле булды. Тыуған илебеҙ өсөн, беҙҙең яҡты киләсәк өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән үткән быуын , олатайҙарыбыҙҙың, иҫтәлеген ҡәҙерләрләү – мөҡәддәс бурысыбыҙ, ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың батырлығы бер ҡасан да онотолмаһын ине тигән теләктәрен белдерҙе улар.
Ауыл һәүәҫкәрҙәре, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле байрам концерты ла халыҡ күңеленә хуш килде.