+5 °С
Облачно


Бөйөк Еңеү көнөндә Күгәрсен ауылында бик мөһим һәм күркәм сара - локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға арнап төҙөлгән һәйкәлде һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған яңыртылған обелискыны асыу тантанаһы булды.
Күгәрсен элек-электән дуҫ, татыу халҡы менән дан тота. Был мөһим мемориал ауылдың уңған улдарының береһе Фәрғәт Ваһаповтың бағыусылыҡ ярҙамы менән булдырыла.