Ауырығың килмәһә – укроп сәйен эс!
Юғары ҡан баҫымы нормаға килер, эс ҡаталауы, ашҡаҙан һәм һейҙек ҡыуығы ауыртыуы бөтөр.
Сәйнүккә 1 аш ҡалағы укроп орлоғон һалып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ.
Сәйнүктең өҫтөн салфетка менән ҡаплап, 40 минут төнәтегеҙ.
Көнөнә кәм тигәндә ете-ун тапҡыр 3-әр уртлап эсегеҙ. Шуныһы мөһим: ашаған саҡта эсер кәрәк. Ас ҡарынға һәм ныҡ итеп ашап алғандан һуң ярамай.
Дауаланыу курсы – бер аҙна. Унан профилактика өсөн бындай төнәтмәне айына 2-3 тапҡыр эсергә кәңәш ителә.
️Һанап үтелгән ауырыуҙарҙан тыш укроп орлоғо төнәтмәһе шулай уҡ йүтәлдән, бронхиттан, тамаҡ ауыртыуынан, йоҡоһоҙлоҡтан да ярҙам итә.