Тәүҙә ауылдың мәҙәни һәм социаль үҙәге алдында ҙур булмаған тантаналы йыйылыш уҙғарылды. Йыйылыусыларҙы Урал Таһир улы тәбрикләне, ауылдаштарына ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе. Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы Илдар Килсенбаев эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһаны:
- Һуңғы йылдарҙа ауылдарға иғтибар арта: юлдар ремонтлана һәм төҙөлә, газ үткәрелә, элемтә яҡшыра, халыҡ өсөн ыңғай шарттар булдырыла. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа ауылдарҙы матур һәм төҙөк итеп тоторға тырышабыҙ. Әле лә ҡар иреп бөтөү менән тораҡ пункттарҙы тәртипкә килтерҙек, зыяраттарҙы, йәмәғәт урындарын йыйыштырҙыҡ. Һатлыҡ ауылындағы обелискыны яңынан төҙөкләндерҙек, һуғышта ҡатнашыусыларҙың исемлеген яңырттыҡ. Беҙҙең ауыл биләмәһенән фронтҡа 465 кеше алына, уның 186-һына ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була. Әлеге мәлдә беҙҙең яҡташтар махсус хәрби опеацияла ҡатнаша, улар үҙҙәренең хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, - тине Илдар Наил улы һәм һуғыш балаларына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Хөрмәтле ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған яңыртылған обелискыға сәскәләр һалды, яуҙа башын һалған яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды. Мәҙәниәт эшсәндәре тамашасыларға матур концерт номерҙары бүләк итте.
***
Артабан асыҡ диалог форматында ойошторолған эшҡыуарҙар менән осрашыу башланды, унда туризм өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған проблемалар менән уртаҡлашты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы премьер-министр урынбаҫарына һәм министрға бирә алды.
Эшлекле осрашыуҙы район етәксеһе Марат Исҡужин асты:
- Беҙҙең район – ҙур һәм бай үткәне, матур тәбиғәте, яҡшы экологияһы менән ял һәм туризм инвестициялары өсөн бик ылыҡтырғыс. Булған урман һәм һыу ресурстары ял өлкәһен һәм әүҙем туризмды үҫтерергә ярҙам итә. Беҙҙә бик матур урындар бар. Хозур тәбиғәтле ерҙәр иҫәбенә “Мораҙым тарлауығын”, Йомағужа һыуһаҡлағысын индерергә була. Зубрҙарҙы алып килеү “Мораҙым тарлыуығы”на тағы ла күберәк туристарҙы йәлеп итте. 2024 йылда тарлауыҡҡа 50 меңгә яҡын кеше килгән, ә был башҡа йылдар меән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.
Әлеге көндә муиципалитетта 555 шәхси эшҡыуар теркәлгән, уның 8 проценты туризм һәм юл сервисы өлкәһендә эшләй, 2041 кеше үҙмәшғүллек менән шөғөлләнә.
Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары райондың иҡтисади тотороҡлоғон тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Был йүнәлешкә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт тарафынан ҙур иғтибар бүленә. Дөйөм алғанда, дәүләт эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр өсөн ҙур ярҙам саралары тәҡдим итә.
“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса 2024 йылда Йосопов Мәжит Абдулхай улы дәүләттән 14 млн һумлыҡ ярҙам алды, әлеге мәлдә “Аулаҡ” ял базаһында 15 модулле йорт бар, улар душ кабиналары, аш-һыу бүлмәһе, санузел менән йыһазландырылған.
Бизнесты булдырыуҙа күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә адреслы социаль ярҙам күрһәтелә.
Инвесторҙарҙы йәлеп итеү маҡсатында күсмә саралар уҙғарыла. 2024 йылда ғына 52, һуңғы 4 айҙа – 16 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелде.
Район хакимиәте эре һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына Бикбулат, Мораҙым ауылдарында инвестиция майҙансыҡтарын бирергә әҙер.
Республикала эске туризмды үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Дүрт йылда 25 юл буйы сервисы объекттары сафҡа инде.
Сервис сифаты халыҡ ихтыяжын иғтибарға алып яңы кимәлгә сыҡһын өсөн беҙ бөтә тармаҡты үҫтереүгә комплекслы ҡарарға тейеш. Шулай уҡ транспорт йүнәлешен арттырыу, ҡунаҡханалар базаһын модернизацияларға кәрәк, - тине ул.
Урал Таһир улы үҙ сығышында туризм, был өлкәлә тәҡдим ителгән сервистарҙы анализланы, башҡа төбәктәр менән сағыштырып, ҡайһы мәсьәләгә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәклегенә туҡталды. Эшҡыуарҙарға бергәләп эшләргә, килеп тыуған проблемаларҙы бергәләп хәл итергә, шулай уҡ йәмәғәт проекттарына әүҙем ҡушылырға тәҡдим итте. Беҙҙе яҡтарҙа сувенир продукцияһының әҙ һатылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ошо мәсьәләгә иғтибар итергә кәрәклегенә туҡталды. Үҙебеҙҙең матур ерҙәргә бөтә ил буйынса туристарҙы нығыраҡ ылыҡтырыр өсөн төрлө фестивалдәр, осрашыуҙар, ярыш кеүек күмәк саралар уҙғарырға тәҡдим итте.
Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы был өлкәлә эшләүселәрҙе һәм эш башларға теләүселәрҙе дәүләт күрһәткән ярҙам саралары менән таныштырҙы.
Күмертау ҡалаһындағы “Минең бизнес” үҙәге етәксеһе Регина Алимбекова үҙәк күрһәткән хеҙмәттәр тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Әңгәмә барышында эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы күтәрҙе, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм уларға тулы яуаптар алды. Ә һорауҙар төрлө ине - турбазаларға тиклем юлдарҙы кем төҙөкләндереү, тау саңғыһы комплексын йыһазландырыу, туристик маршруттар асыу, биналар төҙөүгә, ҡорамалдар һәм инвентарь алыуға субсидиялар алыу, персоналды уҡытыу һәм башҡалар, ҡунаҡтар уларҙың тәҡдимдәрен тыңлап, үҙҙәренең кәңәштәрен дә бирҙе.
Сара барышында урындағы үҙидара, туризм, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә әүҙем эшләгәндәр премьер-министр урынбаҫары һәм министр ҡулынан лайыҡлы наградалар алып ҡыуанды.
Урал Таһир улы Мораҡ ауыл биләмәһе Денис Айытҡоловҡа, Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы Илдар Килсенбьаевҡа БР Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәтен, шәхси эшҡыуар Мәжит Йосоповҡа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәтен, шәхси эшыуарҙар Фәнүр Ишембәтов менән Зөфәр Әмировҡа – БР Төҙөлөш һәм архитектруа министрлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Зөхрә Гордиенко шәхси эшҡыуарҙар Илдар Һаубанов менән Руслан Фәхретдиновты БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының маҡтау грамоталары, Альберт Сатаев, Фәнүр Ишембитов, Ришат Әбсәләмов, Гүзәл Искәндәрованы - БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Марат Сәлим улы “Мой бизнес” үҙәге етәксеһе Регина Алимбековаға район хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы.
***