Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
9 Май 2025, 14:40

Күнәкләп помидор алыу өсөн дүрт кәңәш:

1. Тупраҡҡа сығарып ултыртырға 2-3 көн алдан үҫентеләрҙең аҫҡы 2-3 япрағын киҫегеҙ.

2. Күсереп ултыртҡанда соҡорға бер аҙ ағас көлө һалыу мөһим.

3. Үҫентеләр тиҙ уңыш бирһен өсөн сәскә атҡанда бор кислотаһы менән ҡойондороғоҙ (10 литр һыуға 5 гр иҫәбенән).

4. Үҫентеләрҙең тиҙ һәм ныҡлы үҫеше өсөн йод ҡатнашмаһы һибегеҙ. Бының өсен 3 литр һыуға 1 тамсы йод тамыҙығыҙ. Шуны һипкәндән һуң помидорҙар эрерәк булыр.

Онотмағыҙ: йодтың шулай уҡ помидорҙарҙы фитофторанан һаҡлай торған үҙенсәлеге лә бар. Бының өсөн бары бер нисә тамсы йод һәм 250 мл һөт кәрәк. Шуларҙы 1 литр һыу менән ҡушып болғатығыҙ һәм помидорҙарға һибегеҙ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас