Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2025, 07:05

Яугирҙарҙың исемен мәңгеләштереп...

Бөйөк Ватан һуғышы ил тарихына ғына түгел, бөтә донъя йылъяҙмаһына иң ҡан ҡойошло һуғыштарҙың береһе булып теркәлгән. Уның әсе елдәре артыҡ ҙур булмаған Аҙнағол ауылын да урап уҙмай: немец илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып ингәс, ауылдың типһә тимер өҙөрҙәй аҫыл ир-егеттәре ҡулына ҡорал алып, тыуған ил һағына баҫа.

Яугирҙарҙың исемен мәңгеләштереп...Яугирҙарҙың исемен мәңгеләштереп...
Яугирҙарҙың исемен мәңгеләштереп...

Уҙған йыл “Айыҡ ауыл”конкурсының район этабында еңеү яулаған Аҙнағол ауылы халҡы бәйгенең республика этабында әүҙем ҡатнашып, Диплом һәм 200 мең һумлыҡ аҡсалата приз менән бүләкләнде. Был аҡсаға улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларына, герой ауылдаштарына бағышлап һәйкәл төҙөргә ҡарар итте.

 Башланған эш – бөткән эш, тиҙәр: Бөйөк Еңеү көнө алдынан аҙнағолдар ауыл уртаһында ҡалҡып сыҡҡан обелискыны асыу тантанаһына йыйылды. Сарала район һәм Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре, урындағы халыҡ һәм ситтә йәшәүсе аҙнағолдар ҡатнашты.

 Аҙнағолдар өсөн был көн - ҙур тарихи ваҡиға. Ауыл халҡын сәләмләгән район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Йәнгиров та быны һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡыҙыл таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы обелискыны сафҡа индереүгә ҙур көс һалған ауыл старостаһы Сәйфулла Кинйәбулатовҡа һәм фермер Илдус Сәлиховҡа тапшырылды. Һуғыш балалары Шәкүрә Сәлихова менән Миңлегөл Билаловалар һәйкәлгә иң тәүге булып сәскә һалды. Ауыл мәсете имам-хатибы Фәрүәз Яҡупов менән ауыл аҡһаҡалы Шәрифйән Кинйәбулатов яугирҙар һәм тыл хеҙмәтсәндәре рухына бағышлап аят уҡыны.    

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас