Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Май 2025, 10:35

“Уларҙың ғаиләһенең һәр ағзаһы ҡәҙерле”

 Күгәрсен тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Геройҙарҙың ғаиләләре” проектының презентацияһы үтте. Ул “Атайсал - кесе Ватан” проекты сиктәрендә Мораҡ ауылы эшҡыуары Руслан Саттаровтың финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырылған.

Авторҙарға проектты тормошҡа ашырырға шулай уҡ фотограф Нурзилә Абдуллина менән “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының беҙҙең райондағы филиалы социаль координаторы Эльза Теүәлбаева ярҙам иткән. Бынан алда музей етәкселеге “Герой әсәләре” исемле проектты уңышлы тормошҡа ашырғайны инде, ул йыш ҡына төрлө күргәҙмәләрҙә күрһәтелә.

 Сараға махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ата-әсәләре, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең Рәсәй Геройы Ю.Климов исемендәге кадет класы уҡыусылары, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре саҡырылған.

- Был проект хаҡында беҙ күптән уйландыҡ. Башта үҙ идеябыҙҙы “Атайсал” сайтында урынлаштырҙыҡ. Район үҙәге эшҡыуары ярҙам ҡулын һуҙҙы. Портреттар Мораҡ ауылының реклама-производство компанияларының береһендә эшләнде.

 Дөйөм башҡарылған эш үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләйем.  Айытҡужиндар ғаиләһенә ҙур рәхмәт белдерәм, улар беҙҙең музейға махсус хәрби операцияла һәләк булған улдарының шәхси әйберҙәрен тапшырҙы. Шулай уҡ “көмөш” йәштәге ирекмәндәрҙе айырым билдәләп үтмәй булмай, улар көн һайын беҙҙә маскировкалау селтәре үрә. Уларҙың мөһим һәм кәрәкле хеҙмәте һөҙөмтәһендә Ватанды һаҡлаусылар инде нисәмә тапҡыр ҡиммәтле йөк алды, - тип билдәләне район музейы директоры Рөстәм Сәйетбатталов.

 Ул Күгәрсен тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейы исеменән фотограф Нурзилә Абдуллинаға һәм меценат Руслан Саттаровҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы.

 Район ветерандар советы рәйесе Тамара Нилова Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дошманды тар-мар итеүгә ҙур өлөш индергәндәрҙе иҫтә тоторға кәрәклеген, бөгөн ил мәнфәғәттәрен яҡлаусыларҙың уларҙың тоҡомдары булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тамара Исмәғил ҡыҙы акцияла ҡатнашыусыларға - Любовь Александровна Черноваға, Миңзәлә Ғәбделғәлим ҡыҙы һәм Абдулла Ғилмулла улы Заһиҙуллиндарға, Сәрүәр Сабир ҡыҙы Шәңгәрәеваға, Зоя Федоровна Петроваға, Анна Борисовна Тумановаға, Наталья Викторовна һәм Алик Әмир улы Мансуровтарға, Розалия Сибәғәт ҡыҙы һәм Азат Әхәт улы Айытҡужиндарға, Валентина Владимировна Дмитриеваға һәм Анатолий Леонидович Мурзаковҡа

 “Өмөт” ойошмаһының рәхмәт хаттарын бирҙе.  

Эльза Садиҡ ҡыҙы билдәләүенсә, күргәҙмә ябай кешеләр тураһында һөйләй. Ул батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән быуындар араһындағы бәйләнеште нығыта. Фотоһүрәттәр артында геройҙарыбыҙҙың яҡындарының шәхси хистәре һәм хәтирәләре йәшеренгән.

 Кадеттар ҙа битараф ҡалманы, улар тыныслыҡ, Тыуған илгә һәм ергә һөйөү тураһында шиғырҙар һөйләне. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Нәғим Нуриманов менән Ғәлим Кинйәбулатов тамашасыларға концерт номерҙары бүләк итте.

 Беҙҙең райондың “Беренселәрселәр хәрәкәте” белгесе Рәфиә Мәжитова һөйләүенсә, ирекмәндәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә хужалыҡ һәм көнкүреш мәсьәләләрендә ярҙам итә. Ул Йомағужа 2-се урта мәктәбе уҡыусылары Алтынай Ибраһимованы, Яҙгөл Шәһәрованы, Нурзидә Аткинаны, Варвара Цареваны, Анастасия Фойкинаны һәм Александр Болдыревты “Тарих һаҡсылары” сафына индерҙе.   Уҡыусылар үҙ сиратында тарихты өйрәнергә, үҙ иленә тоғролоҡ һаҡларға, Ватанды һаҡлаусыларҙы һәм уларҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡындағы хәтерҙе хөрмәт итергә, дуҫлыҡты, иптәшлек намыҫын һәм рухын һаҡларға, өлкән быуынды хөрмәт итергә һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫына һәм традицияларына һаҡсыл ҡарарға ант итте.

 Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең территориаль бүлеге начальнигы Надежда Салтыкова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың льготаларға хоҡуҡтары, учреждение уларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын эшкә урынлаштырғанда дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеүе хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, был категорияға ҡарағандар квалификацияһын күтәрә, уҡый, бушлай белем алыу сертификатын ала, үҙ эшен аса һәм бының өсөн аҡса ала ала.

Сара аҙағында балаларҙы һәм өлкәндәрҙе коллектив фотоға төшөргә һәм музей буйлап экскурсияға саҡырҙылар. Һуңғыһы был мәҙәниәт учреждениеһына беренсе тапҡыр килгәндәр өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булды.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас