Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
7 Май 2025, 11:30

Геройҙарҙың ғаиләләре

 Күгәрсен тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Геройҙарҙың ғаиләләре” проектының презентацияһы үтте.  Бынан алда музей етәкселеге “Герой әсәләре” исемле проектты уңышлы тормошҡа ашырғайны инде, ул йыш ҡына төрлө күргәҙмәләрҙә күрһәтелә.

Геройҙарҙың ғаиләләреГеройҙарҙың ғаиләләре
Геройҙарҙың ғаиләләре

Ул “Атайсал - кесе Ватан” проекты сиктәрендә Мораҡ ауылы эшҡыуары Руслан Саттаровтың финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. Авторҙарға проектты тормошҡа ашырырға шулай уҡ фотограф Нурзилә Абдуллина менән “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының беҙҙең райондағы филиалы социаль координаторы Эльза Теүәлбаева ярҙам иткән.

Сараға махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ата-әсәләре, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең Рәсәй Геройы Ю.Климов исемендәге кадет класы уҡыусылары, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре саҡырылған.

 Район ветерандар советы рәйесе Тамара Нилова Тамара  акцияла ҡатнашыусыларға - Любовь Александровна Черноваға, Миңзәлә Ғәбделғәлим ҡыҙы һәм Абдулла Ғилмулла улы Заһиҙуллиндарға, Сәрүәр Сабир ҡыҙы Шәңгәрәеваға, Зоя Федоровна Петроваға, Анна Борисовна Тумановаға, Наталья Викторовна һәм Алик Әмир улы Мансуровтарға, Розалия Сибәғәт ҡыҙы һәм Азат Әхәт улы Айытҡужиндарға, Валентина Владимировна Дмитриеваға һәм Анатолий Леонидович Мурзаковҡа “Өмөт” ойошмаһының рәхмәт хаттарын бирҙе.  

- Был проект хаҡында беҙ күптән уйландыҡ. Башта үҙ идеябыҙҙы “Атайсал” сайтында урынлаштырҙыҡ. Район үҙәге эшҡыуары ярҙам ҡулын һуҙҙы. Портреттар Мораҡ ауылының реклама-производство компанияларының береһендә эшләнде.

 Дөйөм башҡарылған эш үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләйем.  Айытҡужиндар ғаиләһенә ҙур рәхмәт белдерәм, улар беҙҙең музейға махсус хәрби операцияла һәләк булған улдарының шәхси әйберҙәрен тапшырҙы. Шулай уҡ “көмөш” йәштәге ирекмәндәрҙе айырым билдәләп үтмәй булмай, улар көн һайын беҙҙә маскировкалау селтәре үрә. Уларҙың мөһим һәм кәрәкле хеҙмәте һөҙөмтәһендә Ватанды һаҡлаусылар инде нисәмә тапҡыр ҡиммәтле йөк алды, - тип билдәләне район музейы директоры Рөстәм Сәйетбатталов.

 Ул Күгәрсен тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейы исеменән фотограф Нурзилә Абдуллинаға һәм меценат Руслан Саттаровҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Геройҙарҙың ғаиләләре
Геройҙарҙың ғаиләләре
Геройҙарҙың ғаиләләре
Геройҙарҙың ғаиләләре
Геройҙарҙың ғаиләләре
Геройҙарҙың ғаиләләре
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас