Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Май 2025, 11:50

Бер ғаиләнән - ике яугир

Әлмәс ауылында йәшәгән Миңлебикә һәм Миңлебай Күскилдиндарҙың ғаиләһе башҡаларҙан бер ни менән дә айырылмай: уҙған быуаттың 20-се йылдарында сәстәрен-сәскә бәйләгән пар, берәүҙән дә кәм-хур булмай, тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. 1941 йылда фашист илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып ингәс, Бөйөк Ватан һуғышының әсе елдәре уларҙың ғаиләһенә лә туранан-тура килеп ҡағыла. 1942 йылдың декабрендә Күскилдиндарҙың оло улдары – 1923 йылғы Шакирйән фронтҡа алына. 1943 йылдың майында һуғышҡа икенсе улдары Хәсәнде лә оҙата. 

Шакирйән Миңлебай улы көньяҡ фронтта  1095-се армия пушка артиллерия полкының 150-се бригадаһында телефонсы булып хеҙмәт итә.

 1942 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем Сталинградты обороналауҙа ҡатнаша. Ундағы алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Сталинградты һаҡлаған өсөн” миҙалына лайыҡ була.

 Шакирйән Миңлебай улының Саур-Могила бейеклеген алыуҙа ла туранан-тура ҡатнашлығы бар. Был ҡурған Донецк өлкәһенең  Шахтерҙар районында урынлашҡан. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 277,9 метр тәшкил итә.

 Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡурған мөһим стратегик роль уйнай. Донбасс территорияһы 1941 йылда уҡ немецтар тарафынан оккупацияланған булыуына ҡарамаҫтан, унда һуғыштар туҡтамай. Ҡурған тирәһендә фашистар Миус-фронтының беренсе һыҙығының оборона ҡоролмаларын төҙөй. Саур-Могила үҙе, өҫтөнлөклө бейеклек булғанлыҡтан, вермахттың 6-сы армияһының күҙәтеү пункты итеп һайлана. Карталарҙа ул 277,9 метр билдәһе менән билдәләнгән.

 1943 йылдың йәйендә Саур-Могила өсөн ҡан ҡойошло алыштар бара. Йәйҙең һуңғы көнөндә Ҡыҙыл Армия бейеклекте яулай. Ҡурған өсөн барған алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ контузия ала һәм санитар батальонда дауалана.

 Фриш Гаф ҡултығына ҡыҫырыҡланған дошмандарҙы юҡ иткәндә лә ҡатнаша яҡташыбыҙ. Ул Грос-Гуделлен районында айырыуса батырлыҡ күрһәтә.

 Алыш мәлендә пехота ауыр хәлдә тороп ҡала. Күҙәтеү пунктында телефонсы булып дежурҙа торған Шакирйән Миңлебай улы, өҫтән ут яуып торһа ла, бәйләнеште тергеҙеүен дауам итә. Батарея бер танкты һәм бер транспортерҙы юҡ итеүгә өлгәшә. Был алышта күрһәткән батырлығы өсөн Күгәрсен егете Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.

 Беҙҙең һалдаттар уттай ҡыҙыу ҡояш нурҙары аҫтында ла, һалҡын ҡыштың ыжғыр бурандарында ла Украинаны фашистарҙан азат итеү өсөн үҙҙәрен аямай алға бара.

 1945 йылдың майында совет һалдаттары Кенигсберг (хәҙерге Калининград) ҡалаһын дошмандарҙан азат итә, күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн яҡташыбыҙға “Кенигсбергты алған өсөн” миҙалы тапшырыла.

 1095-се армия пушка артилеррия полкында хеҙмәт иткән Шакирйән Миңлебай улы 1947 йылдың 4 февралендә генә демобилизациялана.

 Еңеү яулап ҡайтҡан фронтовик Моҡас ауылы һылыуы Рәшиҙә Нәби ҡыҙы менән матур ғаилә ҡора. Улар биш балаға – Клара, Мансур, Марат, Гөлкәй һәм Мөхтәргә ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығара.

 Фронтта утты-һыуҙы кисеп ҡайтҡан яҡташыбыҙ ауылда эшләй, балта оҫтаһы, оҫта умартасы булып таныла. Артабан ғаиләһе менән Ырымбурға күсә, унда мебель фабрикаһында тир түгә. Барлыҡ балаларына ла юғары белем алырға ярҙам итә.

 Шакирйән Миңлебай улы һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Кенигсбергты алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградлана.

***

 Миңлебикә һәм Миңлебай Күскилдиндар 1943 йылдың майында һуғышҡа икенсе улдары Хәсәнде лә оҙата. 

 Хәсән 1925 йылғы, ул фронтҡа киткән йылды ҡустыһы Сәфәр ағай донъяға килә (әйткәндәй, был мәҡәләлә ҡулланған мәғлүмәттәр нәҡ унан алынды).

Әлмәс егете Троицк ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә, отделение командиры званиеһын ала. Һуғыштың иң көсөргәнешле урындарында һуғышҡан яҡташыбыҙ 1944 йылдың 22 февралендә Украина фронтында һәләк була.

Оло үкенескә күрә, кесе сержант Хәсән Миңлебай улы Күскилдин хаҡында мәғлүмәттәр бик аҙ. Сәфәр ағайҙың әсәһе улының моңло бала булыуын, Әлмәс мәктәбендә 7 класс белем алыуын, һуғышҡа тиклем колхозда эшләүен һөйләп ҡалдырған.

 ***

 Миңлебикә һәм Миңлебай Күскилдиндар матур ғүмер юлы үтә. 7 бала үҫтергән пар, өҫтә әйтеп үтеүебеҙсә,  һуғышҡа бер түгел, ике ул оҙата. Ғаилә башлығы колхозда балта оҫтаһы булып эшләһә, әсә кеше төрлө эштә йөрөй, һауынсы була, икмәк бешерә. Миңлебикә инәй 1999 йылда 93 йәштә вафат була, Миңлебай бабай иһә 101 йәшен тултырып, 1975 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.

 Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Фотолар шәхси архивтан алынды.

 

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас