Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
6 Май 2025, 08:45

Онотолмай һис тә яралар, тәрәнәйә генә баралар

9 Май – Бөйөк Еңеү көнөн районыбыҙҙың данлыҡлы Тәүәкән ауылы лайыҡлы ваҡиға менән ҡаршыланы – илебеҙгә республиканың тәүге Президенты кеүек олуғ шәхес һәм башҡа бик күп арҙаҡлы кешеләр бүләк иткән төбәктә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арнап “Мәңгелек ут” мемориалын асыу тантанаһы булды.  Тарихи мемориал Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында башын һалғандарҙың, яуҙан иҫән ҡайтып, һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыуға ҙур өлөш индергән ветерандарҙың, һуғыш, унан һуңғы ауыр йылдарҙа илде, республиканы, районды аяҡҡа баҫтырыуға үҙәренең тос өлөшөн индергәндәрҙең яҡты иҫтәлегенә арналды.  

Онотолмай һис тә яралар,  тәрәнәйә генә бараларОнотолмай һис тә яралар,  тәрәнәйә генә баралар
Онотолмай һис тә яралар, тәрәнәйә генә баралар

Дәһшәтле йылдарҙа илебеҙ өсөн ҡалҡан булған яугирҙар, тыл хеҙмәтсәндәре хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәргә тейеш, шуға ла районда уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса эштәр дауам итә. 2023 йылдың 9 майында Мораҡ ауылының Дан аллеяһында “Мәңгелек ут” асылғайны, 2024 көҙөндә ошондай мемориал районыбыҙҙың тағы ла бер ҙур ауылдарының береһе – Йомағужала булдырылды. Тәүәкәндәге “Мәңгелек ут” – районда өсөнсөһө. 

 Сарала мәртәбәле ҡунаҡтарҙың – район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Рәил Әбдрәхимов менән Фәнит Моратбаҡыев, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов, “Газпром газ бүлеү Өфө”акционерҙар йәмғиәтенең Күмертау ҡалаһындағы филиалы директоры Рөстәм Исхаҡов,  хеҙмәт ветерандары, БР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Зөфәр Әбдрәхимов, БР-ҙың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре Вәхит Әбдрәхимов, ЮР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фирғәт Илсеғолов һәм башҡа ларҙң ҡатнашыуы уға мәртәбә өҫтәне. Тантананы район етәксеһе Марат Исҡужин асты:

- Бөгөн район тарихына тағы ла бер иҫтәлекле бит яҙыла, ә беҙ – был тарихи ваҡиғаның шаһиттары.
Мәңгелек ут – фронта китеп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмаған яҡташтар тураһында хәтер. Беҙ һәләк булған, һуғыштан ҡаймаған, яул яландарында мәңгелеккә ҡалғандарҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Күгәрсен районынан 13 меңдән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышына алына, уның яртыһы тиерлек Тыуған илде фашизмдан һаҡлап яу яландарында ятып ҡала.

 Беҙҙең яҡташтар махсус хәри операция зонаһында оло намыҫ менән үҙҙәренең хәрби бурысын үтәй. Уларҙың күбеһе күрһәткән ҡаһарманлыҡтаы өсөн юғары наградаларға лайыҡ. Беҙҙең егеттәр үҙҙәрең бурысын ҡыйыу үтәй, шуға был беҙҙең яҡташтарҙың аҙаҡҡы наградалары булмаҫ, тип ышанам.

 Районда был өсөнсө “Мәңгелек ут” мемориалы, 2023 йылда ул район үҙәгендә асылһа, уҙған йыл Йомағужала булдырылды. Мемориалды төҙөүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла – төҙөүселәргә, газ, электр хеҙмәттәренә оло рәхмәтемде белдерәм, - тине Марат Сәлим улы һәм ауыл биләмәһе тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға – Тәүәкән ауылы активистары Рузалия Ташбулатова менән Рәмзиә Алғазинаға, “Тәүәкән” йәмғиәте директоры Данил Дәминдәровҡа, Тәүәкән ауыл-табип амбулаторияһы шәфҡәт туташы Зимфера Ҡаразбаеваға, “”Урал” спорт-һауыҡтырыу комплексы мөдире Кәбир Иҫәнгилдинға район хакимиәте башлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.  

 Премьер-министр урынбаҫары Урал Килсенбаев республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың,  Хөкүмәттең ҡотлау сәләмдәрен еткереп, бөгөнгө байрамдың әһәмиәтен билдәләне:

- Үҙенең тарихын белгән, өйрәнгән, һаҡлаған халыҡтың киләсәге бар. Бөгөнгө көндә быуаттар буйына атлап килгән тарихыбыҙ һынауҙар үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта беҙҙең сиктәребеҙ тыныс түгел, ир-егеттәребеҙ яуҙа, баштарын һалғандары ла бар. Әммә был беҙҙең суверенитет, тыуған ил, киләсәк өсөн кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең  80 йыллығын билдәләгәндә “Мәңгелек ут” һәйкәлен асыу беҙҙең киләсәк быуынға кәрәк. Халыҡ берҙәм булғанда ғына Тәүәкән ауылының, Күгәрсен районының, беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың, Рәсәйҙең киләсәге яҡты булыр, тигән ышанысын белдерҙе һәм бер төркөм яҡташтарына дәүләт наградадарын тапшырҙы (исемлек айырым бирелә).

 Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов та яҡташтарына ҡайнар сәләмдәрен юлланы, яуҙа башын һалып, беҙгә еңеү яулаған, тылда ял-ял белмәй эшләп, илде күтәргән, ауылдарҙы, райондарҙы һаҡлап ҡалған өләсәй-инәйҙәргә рәхмәтле була беләйек, тигән бик дөрөҫ һүҙҙәрҙе лә әйтеп үтте. Тәүәкән урта мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ғәлиә Яхина,”Тәүәкән” йәмғиәтенең машина-трактор паркы мөдире Илнур Әбдрәхимов, Тәүәкән ауылының активисы Фуат Әлмөхәмәтов,  “Тәүәкән” йәмғиәте баш энергетигы Марат Хәмиҙуллин, Тәүәкән янғын часы хеҙмәткәре Шакир Хайсаров күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн депутат ҡулынан БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттарын алып ҡыуанды.

 Газ хеҙмәтенең Күмертау филиалы директоры Рөстәм Исхаҡов, ауыл халҡы исеменән педагогик хеҙмәт ветераны Рәмилә Ҡаразбаевалар байрам менән ҡотланы.

 Бына, тулҡынландырғыс минуттар етте – Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған мемориалға ут тоҡанды. Халыҡ сиратҡа баҫып мемориалға сәскәләр һалды, атай-олатайҙарын, өләсәй-ҡәрсәйҙәрен иҫкә алды, иҫтәлеккә фотоға төштө. Был бөтә халыҡ өсөн әһәмиәтле көн өлкәндәрҙең дә, йәштәрҙең дә хәтерендә матур тарих булып уйылып ҡалыр.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.

 

Ҡотлайбыҙ!!

Һөҙөмтәле намыҫлы хеҙмәттәре һәм Ватанды һаҡлау эшенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:

- Әхмәров Руслан Рәис улы, район Советы секретары;

- Мусина Рима Рәмил ҡыҙы, район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.

Һөҙөмтәле намыҫлы хеҙмәттәре һәм Ватанды һаҡлау эшенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Рәхмәте тапшырылды:

- Иҫәнбирҙин Рәил Мотиғулла улына, Ибрай ауыл биләмәһе башлығы;

- Ҡаразбаев Булат Ғизелхаҡ улына, Теләүембәт ауыл биләмәһе башлығы;

- Хренова Юлиә Таһир ҡыҙына, Исем ауыл биләмәһе башлығы.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларға әҙерлек һәм үткәреү эшендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр:

- Исхаҡов Рөстәм Рауил улы, “Газпром газ бүлеү Өфө” акционерҙар йәмғиәтенең Күмертау ҡалаһы филиалы директоры;

- Ҡолсурин Илгиз Марс улы, Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы;

- Ғилманов Фәнил Камил улы, “Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһы директоры;

- Мәсәғүтов Илнур Рәис улы, “Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары;

- Спиридонов Юрий Геннадьевич, “Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһының хеҙмәтте һаҡлау буйынса инженеры, механик;

- Сәхибгәрәев Айҙар Әмир улы, “Башкирэнерго” йәмғиәтенең “Күмертау электр селтәрҙәре” сәнәғәт бүлексәһе Мораҡ район электр селтәрҙәре начальниғы;

- Сәғитов Йәлил Наил улы, “Газпром газ бүлеү Өфө” акционерҙар йәмғиәтенең Күгәрсен комплекслы хеҙмәте мастеры;

- Сәғитов Роберт Мөхтәр улы, Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы водителе.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас