КҮКЕБАШ (медуница)
С витаминына бай. Үпкәне таҙарта, һулыш юлдары ялҡынһынғанда, ангина, һалҡын тейгәндә ҡулланыла.
Сәскәләрен, япраҡлтрын төнәтеп эсәләр.
ҠАРАҒАТ, ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ ЯПРАҒЫ
Бөйөр, быуындар ауыртҡанда, йүтәлдән файҙалы. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен, яман шеште киҫәтә, иммунитетны нығыта.
Химик препараттар менән эшкәртелмәгән япраҡлар ғына файҙалы. Ғаҙәти сәйгә ике-өс япраҡ кушып эсһәң дә була.
ҠАЙЫН ЯПРАҒЫ
Йүткергәндә ярҙам итә, авитаминоз, бәүел кыуығы функцияһы боҙолоу, атеросклероз, подагра, ревматизм, бөйөрләр ялкынһыныу, бронхит, невроз, аҙ ҡанлылык, дизентерия вакытында яҡшы. Миндеге лә файҙалы.
1 аш ҡалағы йәш кайын япрактарын 0,5 л һыуға һалып төнәтәһең. Көн дауамында аҙ-аҙлап эсәһең. Кайын япрағы һыуы менән битте йыуһаң да яҡшы.
ӘРЕМ
Абсинтин матдәһе арҡаһында әремде паразиттар яратмай. Йүтәлдән, бауыр, бөйөр ауырыуҙары, шәкәр
диабеты вакытында файҙалы.
Әремдең кескенә япрағын икмәк йомшағы менән ҡушып, 15 көн ашарга кәңәш ителә.
КЕСЕРТКӘН
Кесерткәндәге кремний бауыр эшмәкәрлеге өсөн кәрәк, быуындарға файҙалы. Углевод һәм аҡһым алмашын көйләй, күреү һәләтен арттыра. Сәсте үҫтерә.
Кесерткән һыуы ҡанды ҡуйыртһа, ашҡа, салатҡа һалып ашаһаң, ундай үҙенсәлеге юғала. Файҙаһы ғына арта. Май кесерткәне артыҡ саҡмай.
ДЕГӘНӘК
Яман шеште киҫәтә, быуындар һыҙлағанда файҙалы. Иммунитетны нығыта.
Нескә тамырлыһын һайлағыҙ. Буш тамырҙың шифаһы юҡ. Япрағы, дегәнәге лә файҙалы.
ҠАНЛЫ ҮЛӘН (чистотел)
Гайморит, артрит, ревматизмнан дауалай. Ҡан баҫымын төшөрә. Организмды токсиндарҙан таҙарта. Һөйәлде һәм папилломаны бөтөрөүҙә ярҙам итә.
Бер һабағын, сәскәһе, тамыры менән бергә йыуып, 3 литрлы банкага һалырға. Банка тулғансы эремсек һыуы (сыворотка) өҫтәргә. 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо йә бер ус йөҙөм, 1 аш ҡалағы ҡаймак һалырға. Өҫтөн марля менән ҡаплап, аҙна-ун көн ҡараңғы урында тоторға. Эсемлекте 1 ай дауамында 1 аш калағы эсергә була.
СИРЕНЬ
Тромбофлебит, баш ауыртыуы, шәкәр диабеты вакытында ҡулланыла. Канды шыйығайта, варикозға ғаршы әйбәт. Аҡ сирень быуындар һыҙлағанда ыуыр өсөн файҙалы, күге эсергә яҡшы.
Бер өлеш сәскә букетын турап (япраҡтары, һабағы, сәскәләре лә керә), 5 өлөш спирт һалып, 15-30 көн ҡараңғы урында төнәтергә, ауыртҡан быуындарға һөртөргә кәрәк.