Ҡырмыҫҡаға ултырыу
Аяҡ-ҡул һыҙлағанда кешене ярты сәғәт самаһына урман ҡырмыҫҡаһы иләүенә ултыртҡандар. Ул былай әҙерләнә: бер иләүҙе тотош көрәп алып, эҫе һыу менән бешекләп, бер аҙ томалап тотҡас, шунда 30-40 минут тирәһе ятып дауаланғандар
Буҫтама һалыу
Буҫтама арҡа ҡатыулағанда, бил ҡатҡанда ярҙам итә. Ул былай әҙерләнә: аҡ йә һары май менән балды бер сама алып, ҡайнау хәленә еткермәй генә иретеп, ауыртҡан ергә мул ғына һөртөп, өҫтөнә шыптыр менән ҡара төҫтәге туҡыма ябып, йылы итеп кейенеп, сисмәйсә бер көн тирәһе йөрөйһөң. Буҫтаманы әсәйем, ғәҙәттә, төнгә ҡарай йә мунса алдынан һала. Иртәгәһенә ҡатыу ҡул менән һыпырып алғандай тарала. Тик елгә, һыуыҡҡа теймәй, һаҡланып йөрөргә кәрәк.
Уны ҡайһы бер төбәктә боҫлама тип тә йөрөтәләр.
Арпа имләү
Бала саҡта йыш ҡына арпа сығып йонсота торғайны. Күҙ ҡабағы ҡысытып, ауырта башлаһа, әсәйебеҙ эҫе итеп мунса яғып, сабындыра. Иртәгәһенә - бер ни булмағандай. Тик ваҡытында өлгөрөргә генә кәрәк. Әгәр инде шешенеп килеп сыҡһа, Фәғилә инәйҙән өшкөртөп, имләтеп алып ҡайтыр ине.
*Арпа бөртөгө төртөп тә, йә баҡыр аҡса менән дә имләйҙәр.
*Имләгәндә әйтә торған һамағы ла бар: “Нимә имләйһең? Фәлән Фәлән ҡыҙының (йә улының исем-шәрифе әйтелә) һул (йә уң) күҙе өҫтөнә (йә аҫтына) арпа сыҡҡан, шуны имләйем”. Өс-ете тапҡыр шулай ҡабатлап, арпа бөртөгө (йә тәңкә) менән күҙ ҡабағын ышҡып, 9 тапҡыр - “ҡайҙан килдең –шунда кит, ергә-ҡомға, тупраҡҡа кит”; 7 тапҡыр – “юлдан килһәң, юлға кит, ете сатлы юлға кит”; 5 тапҡыр – “биҙҙән килһәң, биҙеп кит”; 3 тапҡыр “күктән килһәң, осоп кит” , 1 тапҡыр – “бөтһөн, китһен” тип әйтеп, арпаны йә тәңкәне имләнеүсе кешенең һул ҡулына һалалар. Ул һөйләшмәйсә юл сатына сыға һәм өйөнә ҡарай боролоп, һул ҡулы менән арпаны (йә тәңкәне) ырғытып, артына боролоп ҡарамайса ҡайтып китә. Имләнеүсе бәләкәй бала булһа, уның был ғәмәлде әсәһе башҡара.
Мейе ултыртыу
Әлеге лә баяғы бала саҡ менән бәйле был дауалау ҙа. Тиктормаҫ булаһың бит инде бәләкәй саҡта. Ҡолап йә төкөп башты ауырттырһаҡ, әсәй беҙҙе ултырта һалып маңлай тапҡырынан туралап, аҡ еп менән уратып бәйләй ҙә, маңлайҙың ҡап уртаһын, ике яҡ ҡолаҡ осон, елкә соҡорона тап килгән ерҙе күмер менән (йә ҡара ҡәләм) билдәләп, ипләп кенә һыпырып сисеп ала ла, ҡайһы яҡҡа “мейе төшкәнлеген” ҡарай. Ике ҡолаҡ осонан билдәләнгән ерҙән тотоп ҡарағанда маңлай яғына тура килгән еп һәленеңкерәп торһа, тимәк, мейе алға төшкән. Шунан маңлай һәм елкә соҡоро тапҡырынан билдәләнгән ерҙән тотоп ҡолаҡ остарыныҡы тура киләме-юҡмы ҡарайһың. Ҡайһы яҡҡа төшкән, шул яҡтан нығыраҡ баҫым яһап, иләгән һымаҡ итеп ҡағаһың. Аҙаҡ башҡа тығыҙ итеп яулыҡ бәйләп, ҡымшанмай ғына ярты сәғәт тирәһе салҡан ятып торорға кәрәк.
Халыҡ медицинаһы башҡорттар йәшәгән төбәктең тәбиғәт үҙенсәлектәренә лә, хужалыҡ итеү формаларына ла, дини инаныуҙарға ла бәйле.