Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2025, 04:47

Һарымһаҡ сәйе

Һалҡын тейҙергән булһағыҙ, ҡиммәтле дарыуҙар алғансы, һарымһаҡ сәйе эсеп ҡарай алаһығыҙ. Ул ауырыу осорон ҡыҫҡарта һәм терелеү процесын тиҙләтә.

Уны әҙерләү бик еңел:
1 тырнаҡ һарымһаҡты төйөп, 5 минут “ял иттерергә” лә, 200 мл ҡайнаған һыу ҡойоп, 5-7 минут төнәтергә. Әлеге сәйҙе бер юлы эсеп бөтөрөргә кәрәк. Еҫе һәм тәме яҡынан айырылып торһа ла, файҙаһы күп.

 

Һалҡын тейеүҙең һәр осоронда һарымһаҡ менән дауаланыуҙы туҡтатмағыҙ. Ваҡланған һарымһаҡты кефирға ҡушып эсергә була. Әлеге состав шулай уҡ эсәк флораһын таҙарта.

 

Был ысулдар һарымһаҡҡа аллергияһы булмаған кешеләр өсөн генә. Дауаланғансы табибыгыз белән киңәшләшеп алу да мәслихәт.

Автор:
Читайте нас