

Махсус хәрби операция башланғандан алып Күгәрсен районындағы предприятиелар, учреждениелар, ойошмалар, йәмәғәт хәрәкәттәре, эшҡыуарҙар, фермерҙар һәм ирекмәндәр гуманитар ярҙам йыйып, махсус хәрби операция биләмәһенә оҙата. Был хәйриә акцияһына ҡушылмаған бер генә ауыл да ҡалмағандыр: халыҡ яугирҙар тыуған йорт йылыһын тойһон өсөн йылы ойоҡбаштар бәйләй, туҡмас киҫә, башҡа өй ризыҡтары әҙерләй. Һәр ерҙә кешеләр көндәлек кәрәк-яраҡ, алғы һыҙыҡта мөһим булған әйберҙәр, ҡорамалдар, медикаменттар һатып алыу өсөн аҡса йыйыуҙа ҡатнаша. Уҡыусылар, уҡытыусылар ҙа был изге эштәрҙән ситтә ҡалмай - блиндаж шәмдәре әҙерләй, маскировкалау селтәрҙәре үрә, тиҙерәк Еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләп, хәрбиҙәргә хаттар яҙа. Мортаза Рәхимов исемен ғорур йөрөткән Мораҡ башҡорт гимназияһы әле яңыраҡ ҡына ҙур гуманитар ярҙам йыйып, һәр класс кемеһе кипкән еләк-емеш, кемеһе медицина препараттары, кемеһе туҡмас, сәк-сәк һәм башҡа яуҙа бик кәрәк әйберҙәр туплап, яугирҙарға оҙатҡайны.Әле бына үткән аҙнала гимназия коллективы тағы ла бик сауаплы эш эшләне –уҡыусылар, уҡытыусылар көсө менән ҙур хәйриә концерты ойошторҙо. Концерттан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү буйынса райондың хәйриә фондына ебәреләсәк.
Һай, талантлы уҡғыусылар уҡый ҙа, һәләтле уҡытыусылар эшләй икән үҙебеҙҙең гимназияла. Балалар күмәкләп тә, айырым да йырланылар, дәртле итеп бейенеләр, шиғыр һөйләнеләр, ҡурайҙа, флейтала уйнанылар – күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәттеләр. Үҙҙәренең һәләтле уҡыусыларынан һис ҡалышмай педагогтарҙың сәхнәгә сығып өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре, моңло итеп йырлауҙарына афариндан башғҡа һүҙ юҡ!
Махсус хәрби операция биләмәһендәге Күгәрсен ир-егеттәренең барыһы ла – Ватанға һәм изге бурысына тоғро ысын яугирҙар. Бөтә Күгәрсен халҡы яҡташтары менән ғорурлана һәм уларҙың тиҙерәк еңеп, тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын өмөтләнеп көтә.
Розалия ИСҠУЖИНА.
Автор фотолары.