Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
27 Апрель 2025, 10:55

Телһөйәрҙәр диктант яҙҙы

 Тел – кешелек донъяһында иң ҡиммәтле хазина. Халыҡ – телһеҙ, тел халыҡһыҙ йәшәй алмай. Районда, республикала туған телебеҙгә арнап ойошторолған төрлө сараларҙың үткәрелеп тороуы ҡыуандыра. Улар телгә иғтибарҙы арттыра, уны популярлаштырыуға, өйрәнеүгә, һаҡлауға булышлыҡ итә. Шундай сараларҙың береһе – “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” белем биреү акцияһы. Йыл һайын үткәрелгән был сара үҙенә күрә үҙенсәлекле, матур байрам ул!  Беҙҙең районда ла ул һәр саҡ күтәренке рухта үтә. 26 апрелдә М.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһында үткән сара быға асыҡ миҫал.

  – Башҡорт теленән үткәрелгән халыҡ-ара диктант беҙҙең гимназияла йыл һайын уҙғарылып килә. Шуныһы ҡыуаныслы, был акцияға балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа дәррәү ҡушыла. Сараның маҡсаты – беҙҙең башҡорт телен киләсәк быуынға тапшырыу, үҙ телеңә һөйөү тәрбиәләү, телде, ғөрөф-ғәҙәтте һаҡлау, үҫтереү,уны ҡәҙерләү. Ошондай сараларҙы үткәреү бик кәрәк тип һанайым, сөнки бәләкәй генә саранан киләсәккә ҙур юл асыла, - ти был акция хаҡында гимназия директоры Фәйрүзә Азамат ҡыҙы Ибраһимова.

 Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башҡорт моңдары ағылып торған фойела теркәлеү үтеүҙән башланып китте. Һәр ҡатнашыусыны мөләйем йөҙлө телебеҙ һағында тороусы башҡорт теле уҡытыусылары, мәктәп хеҙмәткәрҙәре ихлас йылмайып ҡаршы алды. Артабан ҡатнашыусылар ике төркөмгә (башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр һәм башҡорт телендә иркен аралашыусылар) бүленеп, уҡыу бүлмәләренә диктант яҙырға уҙҙы. Акцияла ҡатнашыусылар араһында уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, төрлө тармаҡ вәкилдәре лә бар ине. Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәргә Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Беҙ – һуғыш балалары” китабынан өҙөк тәҡдим ителде. Уны мәктәп директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ибраһимова Фәйрүзә Азамат ҡыҙы уҡыны. Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн тексты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азаматова Руфина Юлай ҡыҙы уҡыны. Был төркөмдәгеләр Миләүшә Ҡаһарманованың “Онотмаҫҡа” тигән тексын яҙҙы. Диктант өсөн тәҡдим ителгән текстар, исемдәренән күренеүенсә, Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналған.

Гимназияла хәбәр итеүҙәренсә, быйыл уҡыу усағында бөтәһе 40 кеше диктант яҙған. Ә республикабыҙҙың район-ҡалаларында, башҡа төбәктәрҙә, сит илдәрҙә йәшәгән милләтәштәребеҙ – барлығы 405 472 кеше диктант яҙыуҙа ҡатнашҡан. Уларҙың 152 376-ыһы – башланғыс кимәлдә, 167 484-е – иркен аралашыу кимәлендә һәм 85 612-һе – төньяҡ-көнбайыш диалектында.

Диктант яҙылып бөткәс, сарала ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды, иҫтәлеккә дөйөм фотоға төшөү ойошторолдо. Әһәмиәтле акция “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын күмәкләп йырлау менән тамамланды. Һәр кем юғары кәйефтә, үҙенә матур тәьҫораттар алып таралышты.

Диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларға, уны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт һәм “Афарин!” тибеҙ.

Рәмилә САФИНА.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас