Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
24 Апрель 2025, 09:50

Күпме йылдар үтһә лә, онотолмаҫ был афәт!

Ғүмерҙәренең ярһыу ташҡын һыуҙай дәртле мәлендә беҙҙең районға килеп төпләнеп, йәмле Күгәрсен ерен ғүмерлеккә төйәк иткән, күркәм булмыштары, намыҫлы хеҙмәте менән был ерҙең ырыҫын арттырған улар.  Яҙмамдың геройҙары - Мораҡ ауылында йәшәүсе Хәлиҙә һәм Рафаил Садиҡовтар алсаҡлығы, тормошҡа әүҙем ҡарашы менән күңелде арбай. Күпме һыуҙар аҡһа ла, алыҫ 80-селәрҙең афәте үткән быуатта ҡалһа ла, Чернобыль хәтирәләре оло йөрәкле, нескә күңелле ғаилә башлығының хәтер янсығында нисек бар - шулай һаҡлана.

Күпме йылдар үтһә лә, онотолмаҫ был афәт!Күпме йылдар үтһә лә, онотолмаҫ был афәт!
Күпме йылдар үтһә лә, онотолмаҫ был афәт!

 Аһ, Чернобыль, күңел яраһы һин!

 Чернобылдәге атом электр станцияһындағы шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ысын ир аҫылы был хаҡта бына нимә ти:

- Ниндәй матур ҡалаларҙың ярым емерек хәлдә ҡалыуына, меңәрләгән бер ғәйепһеҙ ҡорбандар өсөн, әлбиттә, эс боша. Иң тәү сиратта ябай халыҡҡа ауыр. Беҙҙе, чернобылсыларҙы, аҙыраҡ телгә алып үтһәләр ҙә, онотмайҙар әле тип күңелгә йылы йүгерә. Йыл һайын 26 апрелдә бөтәбеҙҙе лә йыйып, беҙгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, - ти ул.

 Әңгәмәсебеҙ үҙ ғүмерендә бер генә түгел, ике тапҡыр радиация менән зарарланған кеше.

- Беҙ йәмәғәтем менән икебеҙ ҙә Силәбе яҡтарынан. Ҡыштымда 1957 йылғы фажиғә булғанда миңә һигеҙ йәш ине. Тыуған ауылым унан 40 саҡрым самаһы алыҫлыҡта ята, беҙ һыу ингән йылға нәҡ шул яҡтан ағып килә. Йылғанан балыҡ тоторға, һыу инергә ярамай тип киҫәттеләр. Бәләкәй саҡта уны-быны аңлайһыңмы инде, балығын да тоттоҡ, һыу ҙа индек... Сәләмәтлеккә ни тиклем зыянлы икәнен үҫә төшкәс кенә аңланым. Чернобылгә барғанда беҙҙең ағымда Мораҡтан ғына 10-дан ашыу кеше булһа, шулар араһынан хәҙер мин бер үҙем генә иҫән ҡалдым. Хоҙайға рәхмәт, ғүмерҙе бирҙе, ә, бәлки, атомды ике тапҡыр татыуым да сыныҡтырғандыр мине, - тип, шаярыу ҡатыш әйтеп көлөп алды Рафаил ағай. - Беҙҙе военкомат ебәрҙе, ул заманда “бараһыңмы-юҡмы” тип һорап та торманылар. Беҙ ҙә, ебәрәләр икән – тимәк, шулай тейеш тип ҡабул иттек. Ял көнө саҡыртып әйттеләр, ә дүшәмбе, 86-сы йылдың 21 октябрендә, юлға сыҡтыҡ, 5 мартҡа тиклем хеҙмәт итергә тура килде. Тәүҙә Тоцкиҙа бер ай эш рәтенә өйрәттеләр, Чернобылгә ингәндә 28 ноябрь ине. Украинала ҡыш һыуыҡ түгел, беҙ барғанда ер ҙә туңмағайны, тәүҙә тышта, асыҡ һауала эшләнек. Электр бағаналары эргәһендәге зарарланған ерҙе “КамАЗ”дарға тейәп оҙаттыҡ. Һуңыраҡ станцияның 3-сө блогындағы кабинеттарҙың стена-түшәмдәрен йыуҙыҡ. Ҡулда - бирсәткә, сепрәк һәм швабра, ауыҙҙа - беҙҙең телдә әйткәндә, лепесток, һәр беребеҙҙә – рентген нурҙарын һанаусы ручка кеүек кенә “накопитель”. Күп осраҡта эш ваҡыты 3 минуттан артманы, ҡайһы саҡта ике-өс сәғәт эшләнек, ғинуарҙа тирә-яҡты энәләре һарғайған ҡарағайҙарҙан таҙарттыҡ. Ә йәшәү урыныбыҙ станциянан 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан хәрби часта, палаткаларҙа булды.

 Рафаил Вәсих улы Чернобылдән тейешле хеҙмәтен тултырып ҡайтҡансы ҡәҙерлеһенә ут йотоп торорға тура килә.

- Ул ваҡытта әле ҡыҙҙар ҡул араһына инмәгән, бәләкәстәр ине, уларҙы ҡосаҡлап, төндәр буйы Рафаил ағайығыҙға аҡ теләктәр теләнем, - тип үткәндәрен иҫкә алды тормош юлдашы менән хәҙер ярты быуатҡа яҡын ғүмер йомғағын бергә-бергә һүтеүсе Хәлиҙә Фәйзрахман ҡыҙы.

 Ул һаман да, хәстәрлекле ҡатын булараҡ, иптәшенең һаулығы өсөн өҙгәләнеп тора.

 

 “Бәхетебеҙҙе ошо ерҙә таптыҡ”

 Үҙ иленең тоғро улы, ҡыйыу йөрәкле сик һаҡсыһы икенсегә Ватан алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп, юғарынан байтаҡ рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Мораҡҡа ҡайтҡас, Чернобылгә киткәнсе эшләгән промкомбинатта үҙенең хеҙмәт юлын дауам итә, артабан “ПМК-4”тә, юл хужалығында төп һөнәре буйынса ағас эше оҫтаһы-төҙөүсе булып эшләп, 50 йәшендә хаҡлы ялға сыға.

 2000 йылда татыу һәм эшһөйәр ғаилә үҙ көстәре менән яңы йорт һалып инә, тора-бара донъяларын гөл итеп ала. Ҡасандыр, алыҫ үткәндә, әллә йәшлек дыуамаллығы, әллә яҙмыш ҡушыуы буйынса наҙлы бишектәре - Силәбене изге Күгәрсен еренә алмаштырғандарына ла һис үкенмәй улар.

- Беҙ үҙебеҙҙе мораҡтар тип һанайбыҙ, сөнки ошонда төп хеҙмәт юлыбыҙ, ярты ғүмеребеҙ үтте, тап ошо ерҙә бәхетебеҙҙе таптыҡ, - тиҙәр.

 Тормошто ихлас яратҡан, йәшәү асылын дөрөҫ баһалай белгән ата-әсә өсөн, әлбиттә, иң оло бәхет – үҙҙәренә терәк булырҙай иманлы балалар үҫтереү, балаларыңдың балаларын тупылдатып яратыу һәм үҙ өлгөңдә уларға матур тәрбиә биреү, уңыштарына ихлас ҡыуана белеү.

 

  Балалары, яҡындары – ныҡлы терәк, күңел йыуанысы

 Ейән-ейәнсәрҙәре, “атай-әсәй” тип өҙөлөп тороусы ҡыҙҙары, ысынлап та, Хәлиҙә менән Рафаил Садиҡовтарҙың күңел йыуанысы, күҙ терәп торған ғәзиз кешеләре. Өлкән ҡыҙҙары Әлфиә бөркөттәй ике ул үҫтерҙе. Мәктәптә уҡыған мәлендә һәр яҡлап алдынғылар сафынан төшмәгән Алмаз Өфө дәүләт нефть университетын тамамлап, күптән инде яратҡан һөнәрен, үҙ бәхетен тапҡан, кәләше менән бер ҡыҙ тәрбиәләй. Дамир Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, тырыш егеткә әсәһе лә, олатай-өләсәһе лә аҡ өмөттәр бағлай.

 Икенсеһе ҡыҙҙары Гөлфиә Мәләүез ҡалаһында балалар баҡсаһында логопед булып эшләй. Тормош юлдашы, ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә яуаплы вазифа башҡарған Илнур менән бер ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләй. Тәүге мөхәббәт емештәре Альбина хәҙер студент, ә кинйәләре Айҙарҙың 1-се гимназияның 4-се класында уҡып йөрөгән мәле.

 Һәр ғаилә байрамында ғына түгел, ғәҙәти тормошта ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре хәстәрлекле ата-әсәһен, йомарт күңелле өләсәй һәм олатаһын йылы һүҙҙәргә, сикһеҙ ихтирам-хөрмәткә күмә. Иңгә-иң терәшеп ғүмер юлын үткән Мораҡ ауылында йәшәүсе туғаны – Гөлфара Фәйзрахман ҡыҙы менән Мидхәт Хәмит улы Сәйетбаталовтар ҙа хөрмәтле чернобылсының ғаиләһенә ныҡлы терәк булып тора. Ә эргәңдә “аһ” итеп тороусы яҡындарың, туғандарың булғанда, йәшәүе лә күңеллерәк, тыуаһы таңың да ышаныслыраҡ...

 

 “Илебеҙ имен булһын!”

 Рафаил Вәсих улы тәбиғәт ҡосағында ял итеп, Эйек ярында балыҡ ҡармаҡлап, күңел һағыштарын тарата, йәненә һәм тәненә сихәт, дауа ала. Бер түгел, ике тапҡыр радиациянан зарарланған чернобылсының сәләмәтлеге бик шәптән булмаһа ла, йәшәүгә дәртен һис юғалтмай, тирә-яҡҡа ла битараф ҡала алмай. Нескә күңелле, оло йөрәкле чернобылсыны һыуы йылдан-йыл һайығып барған Эйектең яҙмышы ла, Чернобыль афәтенән һуң нисә тиҫтә йылдар үткәс  ҡупҡан “ут-дауыл ғәрәсәтен” татыған ябай Украина халҡының кисерештәре лә, илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм иртәгәһе лә борсой.

 Тирә-яҡҡа өлгөлө ир, әҙәпле атай һәм йомарт күңелле олатай булараҡ билдәле, яҡты йөҙлө, эскерһеҙ булыуы менән дә яҡындарының, ауылдаштарының ихтирамын яулаған яҙмабыҙ геройының бар теләге:

- Ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә Чернобылдәге кеүек афәтте татырға яҙмаһын! Илебеҙ имен булһын!

 Ни тиһәң дә, уның кеүек киң күңелле, мәрхәмәтле йөрәкле кешеләр, ысын ил улдары өсөн дөйөм кешелек мәсьәләләре һәр ваҡыт өҫтөнөрәк шул.

 Гөлшат ВӘЛИЕВА.

 Фото – ғаилә архивынан.

 Редакциянан. Оло үкенескә күрә, Рафаил Вәсих улына башҡаса Радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөнә арнап үткәрелгән сараларҙа ҡатнашырға һәм үҙе хаҡында март айында яҙылған мәҡәләне уҡырға насип булманы - яҡындары хәбәр итеүенсә, ул 9 апрелдә баҡый донъяға күскән. Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ол ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.  

 Чернобыль атом электр станцияһындағы шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, матур ғүмер юлы үткән уҙамандың ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын!

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас