Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Апрель 2025, 10:11

Уңышты күнәкләп йыям

Борос ауырымаһын, ныҡлы булып үҫһен һәм яҡшы уңыш менән ҡыуандырһын өсөн уға нашатыр спирты кәрәк, ул һәйбәт ашлама һәм күп ауырыуҙарҙан ышаныслы һаҡлай.

 Йәшелсәләрҙе туҡландырыр өсөн 10 л һыуға 15-20 мл нашатыр спирты һалырға һәм яҡшылап болғатырға. 10 -12 көнгә бер тапҡыр һибергә.

 Боростарҙың өҫтөнә һибер өсөн 10 л һыуға 10 мл нашатыр спирты, 2-3 аш ҡалағы шыйыҡ һабын һалырға һәм һәйбәтләп болғатырға. Ошо ҡатнашма менән 8-10 көнгә 1 тапҡыр йәшелсәләрҙе эшкәртеп торорға мөмкин.

Автор:
Читайте нас