Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Апрель 2025, 10:13

Рауза сәскәләренә иғтибар кәрәк

Раузалар органик ашламалар ярата, шуға күрә май айынан алып июль уртаһына тиклем уларҙы шундайҙар менән туҡландырып торорға кәрәк. Тағы ла был матур сәскәләргә минераль ашламалар кәрәк, уларҙы шулай уҡ бер нисә тапҡыр һибергә кәрәк:

*яҙ ҡырҡҡандан һуң (апрель аҙағында) 1 аш ҡалағы мочевинаны 1 биҙрә һыуға;

 *май башында, сәскәгә тумалғас,  1 аш ҡалағы мочевинаны 1 биҙрә һыуға – бер ҡыуаҡҡа 3 л;

*3-сө тапҡыр ашлама индергәндән һуң 14 көн үткәс: 1 аш ҡалағы нитроаммофоскты 1 биҙрә һыуға;

*4-се тапҡыр ашлама индергәндән һуң 14 көн үткәс, 1 аш калимагнезияны 1 биҙрә һыуға.

 

 Артабан сентябрь аҙағына тиклем 14 көн һайын уларҙы фосфор һәм калий менән ашларға була: 1 аш ҡалағы суперфосфат һәм 1 аш ҡалағы калий сульфаты 10 л һыуға.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас