Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Апрель 2025, 10:12

Еләк мул уңыш бирһен тиһәгеҙ

Ер еләге мул уңыш менән ҡыуандырһын тиһәгеҙ, уны ашлап торорға онотмағыҙ:

Уның өсөн кәрәк була:

1 стaкан көл,

2 гр. марганцовка,

2 гр. бор кислотаһы (порошок),

1 сәй ҡалағы йод.

 

Әҙерләү:

 Көлдө 2 литр ҡайнар һыу менән болғатығыҙ һәм уның һыуынғанын көтөгөҙ. Артабан уны 10 литрлы күнәккә бушатып, марганцовка, бop кислотаһы һәм йод өҫтәгеҙ. Ер еләге ҡыуаҡтарына ошо ҡатнашманы һибегеҙ. Был макро һәм микроэлекнттарға бай ҡатнашма ғына түгел, ә төрлө зарарлы бөжәктәргә ҡаршы көрәш тә.  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас