Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
20 Апрель 2025, 04:30

Яңы кеше тыуыуы – үҙе бер мөғжизә

Рәсимә мунсанан сығып, рәхәтләнеп сәй эсеп кенә ултырғанда әхирәте Илһөйәр шылтыратты. - Рәсимә, тиҙерәк акушерский сумкаңды ал да, беҙгә кил. Килен ауырый, бәпесләргә уйлай, ахыры, ваҡыты еткән. - Ах, атаңдың башы икән, хәҙер! - тине лә Рәсимә, яһалған сәйен дә уртлап бөтмәйенсә, иренә ҡысҡырҙы. - Фәнир, машинаны йылыт, саҡырталар!    Үҙе һыулы сәсен дә киптереп тормай ашығып йыйына башланы.   Ә тышта ғинуар айы. Етмәһә, күҙ асҡыһыҙ буран. Буран ҡупһа, төпкөлдә ятҡан А. ауылы юлһыҙ ҡала, юл тиҙ генә булмай... Бында йәшәгән кешеләр был күренешкә күптән күнеккән.

Яңы кеше тыуыуы – үҙе бер мөғжизә

              (Булған хәл)

 Рәсимә мунсанан сығып, рәхәтләнеп сәй эсеп кенә ултырғанда әхирәте Илһөйәр шылтыратты.
- Рәсимә, тиҙерәк акушерский сумкаңды ал да, беҙгә кил. Килен ауырый, бәпесләргә уйлай, ахыры, ваҡыты еткән.
- Ах, атаңдың башы икән, хәҙер! - тине лә Рәсимә, яһалған сәйен дә уртлап бөтмәйенсә, иренә ҡысҡырҙы.
- Фәнир, машинаны йылыт, саҡырталар!  

 Үҙе һыулы сәсен дә киптереп тормай ашығып йыйына башланы.

  Ә тышта ғинуар айы. Етмәһә, күҙ асҡыһыҙ буран. Буран ҡупһа, төпкөлдә ятҡан А. ауылы юлһыҙ ҡала, юл тиҙ генә булмай... Бында йәшәгән кешеләр был күренешкә күптән күнеккән.   Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, Рәсимә унда һигеҙенсе йыл эшләй. Аҡ халатлыға төрлө хәлдәр, төрлө ауырыуҙар күрергә тура килде, тик бына бөгөнгәсә бәпәй таптырырға тура килгәне юҡ ине әле.

 Тормош иптәше ҡатынының эшенә күнегеп бөткән, “фарман”ына һис бер ҡаршы килмәй. Был юлы ла Фәнир машинаны елдереп ишек алдына килтереп ҡуйҙы, Рәсимә йүгереп сығып ултырҙы. Юлда туҡтап пунктҡа инеп сыҡты, кәрәкле сумканы алды. Зиләрә апайҙарға “һә” тигәнсе барып еттеләр.

 Өй тулы кеше. Буласаҡ атайҙың - Илһамдың ҡобараһы осҡан, үҙенә урын тапмай саба. Илһөйәр ҙә, Рәсимәнең класташы, нишләргә белмәйенсә килен эргәһендә сыуала. Ике ҡыҙ бала, Илһам менән Фирүзә килендең балалары, "мама болеет"тип йүгерәшәләр. Ҡайны кеше Әҙһәм ағай, ҡәйнә Зиләрә апай ҙа аптырашта. Элек фельдшер булып эшләгән Нургөл апай ҙа бында хатта, Илһам көйәләнеп уны ла алып килгән.

- Силсәүиткә хәбәр иттек, юл таҙартып төшәбеҙ тинеләр,тик был эш тиҙ булмай. Буран юлды ныҡ һалған тине председәтел, - тине Зиләрә апай. - Бер түгел,өс медик, бөтә ышаныс һеҙҙә, - тип күҙ йәштәрен тыя алмайынса ҡыҙҙарға өндәште.

 Илһөйәр ҙә дипломы буйынса фельдшер, эшләгән урыны ғына күҙ табибының шәфҡәт туташы.

 Киленкәй Фирүзә ысынлап та ныҡ ауырый, өс минут һайын тулғағы ҡабатлана. Карауатҡа һалып ҡарағас та билдәле ине, бала тыуымға килгән, бына-бына донъяға тәүге ауазын һаласаҡ. Тик Фирүзә оялдымы,ҡурҡтымы, “мине нисек тә дауаханаға апарығыҙ, мин бында тапмайым” тине.

 Илһам да кәләшенең теләгенә ҡаршы килә алманы,өс медик та “бәлки, өлгөрөбөҙ” тип, машиналарға сығып ултырыштылар. Илһам, килен, Илһөйәр бер машинаға, Рәсимә, Нургөл апай, ауылдаштары Зариф икенсе машинаға. Ауылды сыҡтылармы, юҡмы, Илһамдың машинаһы туҡтаны. “Нимәлер булды”, -  тип алдан киткән Зариф та кире боролдо.

 Шул мәлдә Илһөйәрҙең тауышы киске һауаны ярҙы:  

- Тыуҙы, бәпес тыуҙы! Уф, Рәсимә, йүгер бында, килтер ҡайсы, кендекте ҡырҡырға. Күлмәктә тыуҙы.Килендең тауышы ла сыҡманы,табам тине лә тапты ла ҡуйҙысы...

 Рәсимә сумкаһын ҡар өҫтөнә бушатты,ҡулдары ҡалтырай, кәрәкле ҡайсыны саҡ тапты. Нургөл апай юғалып ҡалманы, кендекте ҡырҡып, бәпәйҙе йүргәккә төрҙө лә, өйгә табан йүгерҙе.

 Тупһаларынан инер-инмәҫ:

- Илһам,Әҙһәм ағай,Зиләрә апай, ҡотлайым! Өсөнсөгә ейәнсәрегеҙ тыуҙы! - тип һөрән һалды.

 Киленде лә күтәреп өйгә индерҙеләр. Күп тә үтмәй юл ярып трактор үтте, тиҙ ярҙам машинаһы килеп етте. Район үҙәгенән килгән акушерка яңы ғына йөгөнән бушанған әсәй менән сабыйҙы ҡарап: “Аллаға шөкөр, икеһе лә имен-аман, Хоҙайға рәхмәттәр уҡығыҙ”, - тине. 

Фирүзә менән сабыйҙы дауаханаға алып киттеләр.  

 Ә өс медик ошо мәлдә үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә герой итеп тойҙо. Шулай булмай ни, улар бит был яҡты донъяға иҫән-имен сабый тыуҙырырға ярҙам иттеләр. Ә ергә сабый, йәғни яңы кеше тыуыуы – үҙе бер мөғжизә!
 Ҡыҙ балаға (юлда тыуғас!) Юлиә тип исем ҡуштылар, уға хәҙер 5 йәш, ата - әсәһен, туғандарын ҡыуандырып үҫеп килә.
 Рәсимәнең хәтерендә был хәл-ваҡиға онотолмаҫ хәтирә булып ҡалды.

 (Исемдәр үҙгәртеп алынды).

 Рита АҠКИЛДИНА.

Аралбай ауылы.

 

Автор:
Читайте нас