

Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, 10 минутҡа ял итергә һалып торабыҙ.
Шул арала эслеген әҙерләйбеҙ, сейә, ҡарағат йәки башҡа емеште үҙегеҙгә күпме кәрәк шунса һалағыҙ, 1 сынаяҡ шәкәр, 1 магазин ҡаймағын бергә ҡушып, шәкәре иҙелеп бөткәнсе болғатабыҙ.
Ҡамырҙы формаға йәйеп һалабыҙ, ситтәрен бейек итеп эшләйбеҙ ҙә, духовкаға 20 минутҡа тығабыҙ, шунан эслеген өҫтөнә ҡоябыҙ ҙа һыуытырға ултыртабыҙ. Һыуынғанын көтәбеҙҙә тәмләп тороп ултырып сәй эсәбеҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!