

Беҙ - һуғыш йылдары балаларының дауамын тәшкил иткән быуын. Уларҙан өлгө алып, уҡыуға ла, эшкә лә бик етди ҡарарға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәнеп үҫтек. Үҫеп етеп, һөнәр алып эшләй башлағас та һайлаған һөнәреңә тоғро булырға, эште еренә еткереп, намыҫ менән башҡарырға тырыштыҡ.
Үҙенең һайлаған һөнәренә мөкиббән китеп, еренә еткереп башҡарған өлгөлө уҡытыусы, коллегам, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, бихисап маҡтау грамоталарына лайыҡ булған райондың алдынғы уҡытыусыларының береһе - Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Фәхретдинова тураһында булыр был яҙмам.
1979 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлап, йүнәлтмә буйынса Үрге Сирбай мәктәбенә эшкә килдем. Коллективта бер таныш кеше Гүзәл бар ине, ул миңә ҡоҙаса булып сыҡты. Ул был мәктәптә байтаҡ йылдар эшләгән педагог, ситтән тороп юғары белем алған, балаларға башҡорт теленән белем бирә ине.
Үҙе Сирбай ауылы ҡыҙы булғас, ауыл тарихын өйрәнеп, өлкәндәрҙән һорап, күп тарихи яҙмалар туплап, шуларҙы үҙенең дәрестәрендә әүҙем ҡуллана торғайны. Бөтә белемен, күңелен биреп, балаларға башҡорт теленең нескәлектәрен өйрәтте. Уның дәресенә инеп ултырғанда беҙ ҙә үҙебеҙгә файҙалы, кәрәкле һабаҡтар алып сыға инек.
Үҙ фәнен, халҡыбыҙ йолаларын яҡшы белгән, үҙенә лә, уҡыусыларға ла талапсан, эшен еренә еткереп башҡарған өлгөлө уҡытыусы булды ул. Класс етәксеһе булараҡ та балалар менән бик күп саралар, үҙенсәлекле темаларға класс сәғәттәре үткәрҙе.
Һәр йылды бөтә мәктәп менән бик күп гәзит-журналдарға яҙыла инек, коллективта баҫмаларға иң күп яҙылыусы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы булды. Гәзиттәрҙә баҫылған тәрбиәүи материалдарҙы класс сәғәттәрендә балаларға өйрәттек. Ҡайһы саҡта ике класты берләштереп, гәзиттәрҙә баҫылған тәрбиәүи материалдар менән ҡыҙыҡлы әңгәмәләр үткәрҙек.
Мәҫәлән, бер ваҡыт "Киске Өфө" гәзитендә Әхмәр Үтәбайҙың бик тә фәһемле "Тауға ҡарап таш атма" тигән тарихи яҙмаһы сыҡты. Шул мәҡәләне класс сәғәтенә тема итеп алып үткәрергә булдыҡ. Таҡтаға ошо теманы яҙып ҡуйғас, балаларға һорау бирҙек: "Әгәр ҙә тауға таш бәрһәң, нимә була?" Бер бала ҡулын күтәрҙе лә: "Әгәр тауға таш бәрһәң, үҙеңдең башыңа төшә бит”,- тип яуап бирҙе. Гүзәл Ғиззәт ҡыҙының ошо теманы бик тә ябай, аңлайышлы итеп балаларға һөйләгәне әле лә хәтеремдә: "Үҙеңдән оло кешегә бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмә, һүҙ көрәштермә, уларҙы тыңлап, хөрмәт итергә өйрән"- тип әйткәне иҫемдә ҡалған...
Ошолай тырышып, дәртләнеп кенә эшләп йөрөгәндә, "ҡыҫҡартылыу"ға эләгеп, пенсия йәшенә еткәндә генә мәктәптән китергә тура килде уға. Әммә Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы юғалып ҡалманы: клубҡа сығып, ауыл йәштәрен ойоштороп, төрлө саралар үткәрҙе, "Ағинәйҙәр" төркөмөн булдырып, бик әүҙем эшләп алып китте.
Хәҙер ҙә Сирбайҙа был төркөм матур ғына эшләй, Гүзәл Ғиззәт ҡыҙының башланғысын ауылдаштары дауам итәләр.
Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Етебулаҡ ауылы егете Азат Фәхретдиновҡа тормошҡа сығып, 47 йыл бик тә матур ғүмер иттеләр: ике бала тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарҙылар. Ҡыҙҙары Гөлназ әсәһе кеүек уҡытыусы булып эшләп йөрөй, Моҡас ауылына тормошҡа сыҡты, үҙе 4 бала әсәһе, тормош иптәше менән өлгөлө донъя көтәләр.
Улдары Илгиз эске эштәр органдарында хеҙмәт итте, хәҙер Себер тарафтарында эшләп йөрөй, тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләйҙәр.
Ошо йәмле яҙҙар Гүзәл Ғиззәт ҡыҙына күркәм ғүмер байрамы алып килде. Лайыҡлы ғүмер юлы үтеп, әле лә балаларына, туғандарына кәңәшсе, оло терәк булып торған хеҙмәттәшебеҙгә артабан да ғүмер үрҙәренә ышаныслы аҙымдар менән артылырға яҙһын тип теләйбеҙ. Ә беҙҙең арала Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы кеүек телһөйәрҙәр, илен, республикаһын, тыуған яғын һөйгән илһөйәрҙәр күберәк булһын!
Гүзәлиә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Үрге Сирбай ауылы.