

Өҫтәл мөйөшөнә ултырырға ярамай.
Аҙыҡ-түлекте ташлау, ризыҡ валсыҡтарын иҙәнгә ҡойоу ҙа борон-борондан тыйылған.
Өҫтәлде ус төбө менән һөртһәң – өйгә юҡлыҡ килер, тауыш сыға, тигән ышаныуҙар ҙа бар халыҡта.
Бысраҡ һауыттарҙы йыумай ултыртып ҡуйыу ҙа юҡлыҡҡа килтерә, тип әйткән боронғолар.
Шулай уҡ өҫтәлдә бысаҡ ҡалдырырға ярамай, ғаиләлә йыш талаш сығасаҡ, тигән ышаныу ҙа бар.
Түрбашының тәҙрә төбөн таҙа тоторға кәрәк – унда фәрештәләр ултыра, тип ҡабатлай ине өләсәйҙәр.
Тоҙ, һыу, шәкәр ҡомо һәр саҡ ябып ҡуйыларға тейеш.