Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Апрель 2025, 09:50

“Халыҡ хәстәре – беҙҙең иңдә”

 Ауыл биләмәһенең  эшмәкәрлеге элек-электән халыҡ тормошон яҡшыртыуға, уның ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. Бөгөн дә, заман башҡа – заң башҡа тиһәк тә, урындағы үҙидара бурыстары, маҡсаттары үҙгәрешһеҙ ҡала килә.

“Халыҡ хәстәре – беҙҙең иңдә”“Халыҡ хәстәре – беҙҙең иңдә”
“Халыҡ хәстәре – беҙҙең иңдә”

Ибрай ауыл биләмәһе район үҙәгенә иң яҡын урынлашҡан. Ул һигеҙ ауылды – Ибрай, Ураҡай, Әлмәс, Ғәзиз, Игебай, Һикһәнбай, Иртөбәк, Иҫке Әлмәс ауылдарын берләштерә. Бөгөнгө көндә был биләмәлә лә эш гөрләй, халыҡ менән дә кире бәйләнеш уңышлы булдырылған. Ауыл билмәһе халҡының көнкүреше, тормошо тураһында Рәил Иҫәнбирҙин менән һөйләшәбеҙ.

 -  Ауыл советының бурысы – халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Был тәңгәлдә эшмәкәрлектең бер яҡлы ғына булмауы ҡыуандыра. Халыҡтың үҙ ерендә ныҡлы, ышаныслы баҫып, үҙ еренең ҡәҙерен белеп йәшәүе ысын мәғәнәһендә ихтирамға лайыҡ. Биләмәлә  бөтәһе 882 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 595 эшкә яраҡлы төркөм булһа,  өлкәндәр - 172, балалар һаны - 115.

Ураҡай, Иртөбәк, Ибрай, Игебай, Һикһәнбай (Ҡалай) ауылдарынан Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү, Ғәзиз ауылынан  - Воскресенск мәктәптәренә йөрөп уҡыйҙар, Әлмәскә Түләбайҙан киләләр, Мораҡ башҡорт гимназияһында белем алыусылар ҙа бар.

 Ауыл халҡының көнкүрешен яҡшы тип баһаларға була.

Яңы йорттар төҙөлә, ауылда эш булмаһа ла, беҙ ер кешеһе  бит инде,  йәштәр ҙә ауылда төпләнергә тырышалар, береһенән- береһе уҙҙырып бейек-бейек өйҙәр һалып инәләр. Һәр ишек алды һайын еңел машина, бесән әҙерләү өсөн кәрәкле техника ла бар. Тырыштар әмәлен таба. Мул итеп баҡса үҫтерәләр, ишле мал, ҡош-ҡорт аҫраусылар ҙа байтаҡ. Биләмә буйынса бөтәһе йөҙҙән ашыу баш йылҡы малы бар.Купселек выжданлы,намыҫлы халыктын малдары ҡарауһыҙ йөрөмәй, электрокөтөүсе ҡулланыла. Был юҫыҡта эш күптән яйға һалынған,әммә ләкин законды камиллаштырыу бик мөһим.Ҡайһы бер кешелэр ҡағиҙәне даими боҙалар.

 Ауылдарҙа ҡыҙыу эш мәле иртә яҙҙан уҡ башланып, ҡара көҙгә тиклем дауам итә. Яҙ, йәй - айырыуса гөрләп тора. Әле экологик өмәләр, сходтар үткәрәбеҙ. Тирә-яғыбыҙҙы бөхтә тотоу, йорт-ҡураларҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы таҙартыу бөгөнгө көндә төп бурысыбыҙ тип әйтһәк тә була. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар ҙа нәҡ өмәләрҙән башлана. Илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиғаны беҙ ысын мәғәнәһендә лайыҡлы ҡаршыларға тейеш. Көндәр йылыныу менән Әлмәс, Игебай, Иртөбәк ауылдарында обелискыларҙы төҙөкләндереү эштәренә тотонабыҙ.

 Аҙна һайын “Таҙа йома” тигән экологик өмә акцияһын үткәреп торабыҙ. Был эштә ауыл халҡы ла, мәктәп балалары ла әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш, “Таҙа урам”  йәмәғәт акцияһын да иғлан иттек. Унда инде һәр кем үҙе йәшәгән  урамды, өй алдын тәртипкә килтерәсәк. Шулай уҡ “Тимурсылар” командағы эшмәкәрлеген йәнләндереү буйынса ла мәктәптәргә мөрәжәғәт иттек. Ололарға, махсус хәрби оперцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ата-әсәләренә уҡыусылар менән берлектә ярҙам итеү эшен активлаштырыу мотлаҡ. Әйткәндәй, махсус хәрбиә операциялағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам да даими ебәреп торабыҙ. Мартта Әлмәс, Ураҡай халҡы һалдаттарға кәрәк-яраҡ туплап оҙатты.

 “Атайсал”,  “Яҡташтар” проекттары буйынса ла  әһәмиәтле эштәр башҡарыла. Әлмәс ауылынан  православныйҙар  май айында зыярат  кәртәләргә ниәтләгән. Үҙҙәре кәрәкле сумманы йыйғандар ҙа инде.

 Ураҡайҙар бер хужаһыҙ туҙған йортто һүтеү эшен башҡарҙылар.

 “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса Ибрай ауыл зыяратын кәртәләү планлаштырыла. Быйыл  халыҡ менән һөҙөмтәле кире бәйләнеш тәьмин итеү конкурсында ҡатнашабыҙ. Шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр: беҙҙең биләмәлә халыҡ башланғыстарҙы дәррәү генә күтәреп алырға әҙер тороуы менән айырыла. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, уларҙың һәр мөрәжәғәтен диҡҡәт менән ҡабул итеп, уларҙы борсоған бөтә мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә тырышабыҙ.

 Элекке мәктәп бинаһында яңғыҙ, иғтибарға мохтаж булған өлкәндәр өсөн пансионат асылды. Әлеге көндә унда 10 өлкән кеше ҡарауҙа. Тәмле итеп ашаталар, йыуындыралар, ауырып китһәләр, район үҙәк дауаханаһына мөрәжәғәт итәләр. Ауыл китапханаһынан яратҡан китаптарын алдырып та уҡыйҙар. Ҡыҫҡаһы, бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Былтыр Ибрай ауыл клубында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса капиталь ремонт эшләнде (түбә, стеналары, электр хужалығы  яныртылды, иҙәне буялды).

 Юбилярҙарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ, Розалия апай менән Рәфҡәт ағай Айытовтарҙың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыу айҡанлы ҡотланыҡ. 90 йәшлек ғүмер байрамдарын билдәләгән өлкән быуын вәкилдәре лә иғтибар үҙәгендә. Туғыҙынсы тиҫтәне тултырған Нәфисә Ғәйнетдин ҡыҙы Арыҫланованы ла тәбрикләнек. Биләмәнең иң өлкән кешеһе Илһамиә инәй Сабитоваға иһә быйыл 97 йәш тула. Ул тыл эшсәне. Тағы ла һуғыш балалары категорияһына ҡараған 19 кеше бар. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙа ғына түгел, даими иғтибар тойоп йәшәй улар тиергә була. Бала саҡтары ауыр йылдарға тура килһә лә, рухи яҡтан ысын мәғәнәһендә көслө, бөтә нәмәгә шөкөр итеп ҡарай белеүҙәре менән күптәргә өлгө булып торалар улар.

Һүҙҙе йомғаҡлап, тағы ла шуны әйтер инем: халыҡ менән аралашып, уртаҡ тел табып, халыҡ ихтыяждарын ҡайғыртыу, мәнфәғәтен хәстәрләү беҙҙең өсөн бик мөһим. Ниндәй һорауҙар менән килһәләр ҙә, ишетергә, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә әҙербеҙ.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА яҙып алды.

Фотолар – Ибрай ауыл биләмәһе архивынан.

 

 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас