Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
16 Апрель 2025, 11:20

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ!

Йылы көндәр етте һәм халыҡ үҙҙәренең ер участкаларында тәртип урынлаштыра башланы. Йыйылған сүп-сарҙы һәм ҡоро үлән кеүек ҡый-һайҙы, ҡағиҙә булараҡ, яндыралар. Был осорҙа айырыуса һаҡ булырға кәрәк, сөнки көслө ел иҫкәндә ялҡын тиҙ генә торлаҡ-ҡаралтыларға, ағастарға күсергә мөмкин. Бының ниндәй эҙемтәләргә килтереүен беҙ барыбыҙ ҙа үткән йылдарҙа Себерҙең көньяғында һәм Алыҫ Көнсығышта, Приморье крайында үлән яндырыу һөҙөмтәһендә бер нисә тораҡ пункт янған фажиғәле хәл миҫалында күрҙек.  Йыл һайын, апрелдән башлап, янғын һүндереү подразделениеларының эше ҡырҡа арта. 2024 йылдың апрель-май айҙарында ғына ла улар үлән, сүп-сар, йорт яны ҡаралтылары һәм торлаҡ йорттарҙы һүндереү өсөн 11 тапҡыр сыҡты.

Хәүефле осор башланыуға бәйле, янғын сығыуға юл ҡуймау маҡсатында, ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәренә, шулай уҡ район граждандарына РФ Хөкүмәтенең 2020 йылдың  16 сентябрендәге 1479-сы ҡарары менән раҫланған һәм Рәсәй Федерацияһында янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләре менән билдәләнгән хәүефһеҙлек сараларын  үтәү кәрәклеге тураһында хәбәр итәбеҙ.  

 Тораҡ пункттар сиктәрендә һәм уларҙың сигенән ситтә дөйөм ҡулланылыштағы территорияларҙа урынлашҡан ер участкаларының хоҡуҡ эйәләре, баҡса йәки баҡсасылыҡ биләмәләре хужалары сүп-сарҙы ваҡытында йыйып алырға, үләнде сабырға бурыслы. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге участкалар хужалары уларҙы ҡый үләндәре менән ҡапланыуҙан һаҡлау һәм ваҡытында бесән сабыу буйынса саралар күрергә тейеш. Шәхси йорттарҙа һәм ауылдарҙағы дөйөм ҡулланылыштағы ерҙәрҙә усаҡ яғыу һәм сүп-сар, үлән, япраҡтар һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы яндырыу тыйыла (урындағы үҙидара органдары тарафынан билдәләнгән урындарҙан һәм (йәки) ысулдарҙан башҡа).

 Ауыл хужалығы участкаларында, запастағы ерҙәрҙә һәм тораҡ пункттарҙа үлән, һепертке, урып-йыйыу ҡалдыҡтарын яндырырға ярамай. Быны махсус йыһазландырылған урындарҙа түбәндәге шарттар үтәлгәндә эшләргә мөмкин:

- яндырыу урыны тәрәнлеге 0,3 метрҙан кәм булмаған һәм диаметры 1 метрҙан артмаған соҡор йәки ныҡлы ҡуйылған мискә, бак, мангал йәки һыйҙырышлы майҙансыҡ рәүешендә эшләнергә тейеш.

- ул ниндәйҙер объекттан 50 метрҙан, ылыҫлы урмандан 100 метрҙан һәм япраҡлы урмандан 30 метрҙан да яҡыныраҡ урынлашмаҫҡа тейеш;

- яндырыу урыны тирәһендәге территория ҡоро ағастарҙан, үләндән, ағас ҡалдыҡтарынан, башҡа тиҙ тоҡаныусы материалдарҙан 10 метр радиуста таҙартылырға һәм киңлеге 0,4 метрҙан кәм булмаған минералланған һыҙат менән айырылырға тейеш;

- сүп-сар яндырған кеше беренсел ут һүндереү саралары менән тәьмин ителергә, шулай уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡырыу өсөн уның мобиль элемтә саралары булырға тейеш.

 Металл һауытта ут тоҡандырғанда иң яҡын объектҡа, урманға, ҡоро ағастарға һәм башҡа яныусы материалдарға ҡарата минималь рөхсәт ителгән араларҙы ике тапҡырға кәметергә мөмкин. Янғынға ҡаршы минералланған һыҙат ҡоролмаһы талап ителмәй. Яныу туҡтағанға тиклем контролләргә кәрәк.

 Участкала сүп-сарҙы яндырыу түбәндәге осраҡтарҙа тыйыла: әгәр ул торфлы тупраҡта урынлашҡан булһа; айырым янғынға ҡаршы режим урынлаштырылһа; ылыҫлы ағастар аҫтында; стеналары  аша ут таралыу, янар материалдарҙың төшөүе ихтимал булған һәм механик зыян күргән һауытта; ел тиҙлеге артҡанда.

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәмәйенсә усаҡ яғыу һәм сүп-сар яндырыу осраҡтары асыҡланған осраҡта ғәйепле кешеләр РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.4-се статьяһына ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, ул иҫкәртеүгә йәки граждандарға - биш меңдән ун биш мең һумға тиклем; вазифа биләгән граждандарға - егерме меңдән утыҙ мең һумға тиклем; юридик берәмек ойошторолмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барған кешеләргә – ҡырҡ меңдән алтмыш мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә - өс йөҙҙән дүрт йөҙ мең һумға тиклем штраф һалыуҙы күҙ уңында тота.

Александр ЖИРОВ, Мәләүез, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторы.

Автор:
Читайте нас