Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
16 Апрель 2025, 04:44

Ҡәбер янында уҡыла торған доғалар.

Тиҙҙән Май байрамдары етә. Күптәр зыяраттарға ҡәберҙәр таҙартырға ҡайта. Ҡәбер янында уҡыла торған доғалар.

Ҡәбер янында уҡыла торған доғалар.Ҡәбер янында уҡыла торған доғалар.
Ҡәбер янында уҡыла торған доғалар.

Зыяратта Ҡөрьән сүрәләре уҡырға һәм үлгәндәр өсөн доға ҡылырға кәрәк. Ғәҙәттә, унда «Әл Мүлк» (Тәбәрәк) сүрәһе уҡыла, ләкин башҡа сүрәләрҙе уҡып доға ҡылырға ла мөмкин.

Иң яҡшыһы, ҡыҫҡа сүрәләрҙән бер тапҡыр «Фатиха» һәм өс тапҡыр «Ихлас» сүрәһен уҡып доға ҡылыу. Ҡөрьән аяттары уҡығандан һуң түбәндәгесә доға ҡылына:

 

Зыяратта әруахтарға доға ҡылыу:

 

-Йә, Раббым!

Үҙеңдең ризалығың өсөн уҡылған Ҡөрьән аяттарын укығандағы хата-кәмселектәрҙе ғәфү итеп, Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ҡабул ит. Хасил булған әжер-сауаптарын иң элек барса ғәләмгә рәхмәт өсөн ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһу ғәләйһис-сәләм)дең һәм уның ғаиләһенең, атабыҙ Әҙәм менән анабыҙ Һауаның рух шәрифтәренә ирештер.

-Шулай ук атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән алып Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә ҡәҙәр Ер йөҙөнә килеп киткән барса пәйғәмбәрҙәрҙең, сәхәбәләрҙең, тәбиғиннәрҙең, ғәбидтәрҙең, заһидтарҙың, остазларыбыҙҙың, мөъмин-мөъминә, мөслим-мөслимәләрҙең рух шәрифтәренә ирештер.

 

-Ошо зыяратта мәрхүм-мәрхүмә булып яткан барса мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рух шәрифтәренә ирештер. Һәм ошо ҡәберҙә ятҡан (исемен әйтеп фәлән улы (ҡыҙы) рухтарына ирештереп рухтарын шат ҡыл, бәндәселек менән ҡылған гонаһ-хаталарын ғәфү ит, ҡылған изгелекләрен арттырып ҡабулларҙан ҡыл. Урынын йәннәттәрҙә насип ит.

 

-Шулай уҡ (ата-әсәй вафат икән, уларға бағышларға) ете быуынға ҡәҙәр минән доға өмөт иткән барса әруахтарҙың рух шәрифтәренә ирештер. Уларҙың урындарын йәннәттә ҡыл, ҡәбер ғазаптарынан, ҡиәмәт ҡуркыныстарынан, йәһәннәм утынан һаҡла.

- Уларҙың ҡәберҙәрен нурлы ҡыл, хисаптарын еңел ит, ятҡан ерҙәрен йәннәт баҡсаһынан бер баҡса ит. Улар был донъяла йәшәгәндә ҡылған изгелектәр булһа, әжер-сауаптарын арттыр, ҡылған кәмселектәрен, хаталыҡтарын, гонаһтарын Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ғәфү ҡыл, иман байлығын арттырып, ахырғы урындарын йәннәттә ҡыл.

Раббәнәә әәтинәә фиддүнийә хәсәнәтәввә фил аахыйрати хәсәнәтәввә кынәә газәәбәннәәр. Раббәнәгфирлии вәливәәлидәййә вәлилмөэминиинә йәүмә йәкуумул хисәәбе.

 

Раббыбыҙ! Беҙгә доньяла матур тормош бир һәм әхирәттә лә матур тормош бир һәм йәһәннәм утынан беҙҙе һаҡла. Раббыбыҙ! Хисап көнөндә үҙемде вә ата-әсәмде һәм барса мөъминдәрҙе ғәфү ит.

 Аминь”.

Автор:
Читайте нас