Район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары - финанс идаралығы начальнигы Гүзәл Мәхмүт ҡыҙы Ефкеева «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» исеменә лайыҡ булды.
Һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Нуҡай ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Байғүбәкова Зөмәрә Кәрим ҡыҙы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы бүләкләнде.
Гүзәл Мәхмүт ҡыҙын һәм Зөмәрә Кәрим ҡыҙын лайыҡлы наградалары менән ихлас ҡотлайбыҙ!