Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Апрель 2025, 07:10

Яңы объекттар өй туйлаусыларҙы көтә

“Рәсәй Федерацияһында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” төбәк программаһы буйынса киләһе айҙа Игебай, Түләбай (Волотсновка ауыл биләмәһе), Күгәрсен, Яңы Николаевка, Подгорный ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта Йомағужа ауылында ҡаҙанлыҡты яңыртыу проекты буйынса торгҡа, район үҙәге юлдарына билдәләр ҡуйыуға әҙерлек бара.

Яңы объекттар өй туйлаусыларҙы көтәЯңы объекттар өй туйлаусыларҙы көтә
Яңы объекттар өй туйлаусыларҙы көтә

“Уҙған йылдағыса, торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә етенсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. 2030 йылға тиклем маҡсат үҙгәрешһеҙ ҡала - йылына дүрт миллион квадрат метр кимәленә сығыу. Уны беҙҙең алға президент В.В. Путин ҡуя һәм беҙ уға өлгәшеү өсөн мөмкин тиклем күберәк эшләйәсәкбеҙ.

 Тағы ла бер мөһим бурыс - ипотека буйынса юғары баҙар ставкалары шарттарында торлаҡҡа ихтыяжды дәртләндереү, бының өҫтөндә лә әүҙем эш алып барыла.

Радий ХӘБИРОВ,

Башҡортостан Башлығы.

 Торлаҡ төҙөлөшө ҙур һөҙөмтәләр күрһәтә. 2024 йылда яңы тарихи максимумға өлгәшелде - 3,348 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде. Был уңыш властар һәм төҙөүселәр тырышлығы менән мөмкин булды.

Республиканың төҙөлөш өлкәһе алға табан ышаныслы бара, тотороҡло үҫеш күрһәтә. Тармаҡтың төп бурысы — граждандар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу.   

 Яңы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөһим йүнәлешкә әйләнә, айырыуса “Тормош өсөн инфраструктура”мөһим урын биләй. Ул торлаҡ фондын яңыртыу кимәлен ярайһы уҡ арттырыуҙы күҙ уңында тота - 2030 йылға был күрһәткес 26 процентҡа етәсәк.

Торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешегә 35 квадрат метрға тиклем артасаҡ, был - федераль норманан 33 квадрат метрға юғарыраҡ.

 Проекттың төп йүнәлеше - торлаҡ төҙөү. Бынан тыш, йәмәғәт киңлектәре, социаль инфраструктура булдырыласаҡ, ә торлаҡ микрорайондары заманса транспорт сиселештәре һәм уңайлы маршруттар аласаҡ.

Мораҡ ауылында “БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды” дәүләт унитар предприятиеһы ярҙамында “РЕГИОНСТРОЙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 48 фатирлы йорт төҙөүҙе дауам итә. Ике секцияны ағымдағы йылдың сентябренә, ә ҡалғандарын 2026 йылдың мартына тапшырыу планлаштырыла. Күп фатирлы йортта 12 торлаҡ етем балалар өсөн тәғәйенләнәсәк.

  “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проекты буйынса эштәр алып барыла. Сауҙа барышында подрядсы билдәләнгән, май башында район үҙәген һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен реконструкциялауҙың беренсе этабы - 2023 йылда төҙөлгән яңы һыу алыу системаһын (1375 метр) әле булғаны менән тоташтырыу башлана.

“Рәсәй Федерацияһында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” төбәк программаһы буйынса киләһе айҙа Игебай, Түләбай (Волотсновка ауыл биләмәһе), Күгәрсен, Яңы Николаевка, Подгорный ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта Йомағужа ауылында ҡаҙанлыҡты яңыртыу проекты буйынса торгҡа, район үҙәге юлдарына билдәләр ҡуйыуға әҙерлек бара.

***

 2030 йылға тиклем Башҡортостанда 21 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Бер үк ваҡытта 15 меңгә яҡын кеше яңы уңайлы фатирҙарға күсәсәк.

Анатолий КАЗАКОВ.

 

Автор:
Читайте нас