Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Апрель 2025, 09:50

Уны “аяҡлы энциклопедия” тип атайҙар

 Йорт китапханаһы кәштә-кәштә боронғо ҡулъяҙмаларҙан, баҫмаларҙан алып бөгөнгө яңы китаптарға тиклем тығыҙлап тултырылған, өҫтәлендә яҙыу-һыҙыулы ҡағыҙҙар өйөмө, күңелендә халҡына, теленә, тыуған еренә сикһеҙ һөйөү, ихтирам... Бөгөнгө һүҙебеҙ Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, бар ғүмерен туған телде, халҡының тарихын, мәҙәниәтен үҫтереүгә бағышлаған Ваһапов Ниғмәтулла Хәмиҙулла улы тураһында.

Уны “аяҡлы энциклопедия” тип атайҙарУны “аяҡлы энциклопедия” тип атайҙар
Уны “аяҡлы энциклопедия” тип атайҙар

Заман үҙгәрһә лә, кеше тормошонда уҡытыусының роле һәм урыны бәйәләп бөтөргөһөҙ. Һин ул уҡытҡан һөнәрҙе алмаҫҡа ла мөмкинһең, әммә ул һинең аң төпкөлөнә һалған белем, тәрбиәүи һүҙҙәр, эштәр үҫә төшкәс һинең характерыңдың формалашыуына йоғонто яһай һәм тормош көткәндә кәрәк булған аҫыл сифаттар тупланмаһына әүерелә. Педагогика белгесе А.Макаренконың “Баланы эш менән нығытылмаған буш ҡупшы һүҙҙәр түгел, ә тере үрнәк кенә тәрбиәләй” тигән юлдары бар. Ошо көндәрҙә үҙенең һигеҙенсе тиҫтәһен тултырып, туҡһанға табан атлаған, 40 йылдан артыҡ  ғүмерен Күгәрсен урта мәктәбендә балаларға татар теленә, әҙәбиәтенә, халҡы тарихына һөйөү тәрбиәләгән Ниғмәтулла Хәмиҙулла улы нәҡ шундай остаздар рәтендә.

 Уҡытыусы алдында күп талаптар тора. Ул туҡтауһыҙ үҙенең белемен яңыртырға, заман талаптарын һәр саҡ үҙләштереп, универсаль кеше булырға тейеш. Ә туған тел уҡытыусыһы алдында был талаптар һаны икеләтә арта, сөнки ул милләттең киләсәген тәрбиәләүсе лә. Беренсенән, тел мөғәллиме балаларға белем бирә, тәрбиә ҡыла; икенсенән, туған тел аша йәш быуынға халыҡтың бай рухи мәҙәниәтен, уның донъяны танып белеүен, идеалдарын, халыҡтың оҙаҡ йылдар буйы тупланған белемен һәм тормош тәжрибәһен тапшыра. Мәктәптә туған телгә ихтирам һәм мөхәббәт тәрбиәләү ҙә, беренсе сиратта, туған тел уҡытыусыһына төшә. Тел йәшәгәндә генә милләт тә йәшәй! Әлбиттә, үҙ артыңдан эйәртә алырҙай мөғәллим булыу еңел түгел! “Уҡытыусы һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылырға, үҙе лә һәр ваҡыт яңы сыҡҡан китаптарҙы, ваҡытлы матбуғатты уҡырға, эҙләнеүҙә булырға, ерле материалдарҙы ҡулланып эш итә белергә тейеш. Шунда ғына һин уҡыусыны ышандыра алаһың”, - тип ҡабатлай һәр саҡ Ниғмәтулла Ваһапов.

 Бөгөн уның шәхси архивында боронғо ҡулъяҙмалар, революцияға тиклемге боронғо баҫма китаптар, әле генә табанан төшкән бихисап яңа китаптар һаҡлана. Унда XIX-XX быуаттарҙа йәшәп ижад иткән Шиһабетдин Мәржәни (1818-1889), Ризаитдин Фәхретдинов (1859-1936), Муса Бигиев (1874-1949) кеүек күп кенә мәғрифәтсе ғалимдарҙың хеҙмәттәрен, Ғабдулла Туҡайҙың (1886-1913) иҫән ваҡытында сыҡҡан китаптарын, билдәле “Ваҡыт”, “Таң”, “Ҡарсыға” гәзиттәрен, “Дин вә мәгыйшәт”, “Шура” журналдарын һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин.

Күпме кешелә татар теленә, халҡы тарихына мөхәббәт, тормошто яратыу рухы тәрбиәләп, аң-белемгә дәрт ҡабыҙған  Ниғмәтулла Ваһаповты киң эрудициялы, эскерһеҙ, ғәҙел һәм милли хис менән янып йәшәгән шәхес итеп беләләр. Әммә был бейеклектәргә ирешкәнсе уға ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ менән шаҡтай һикәлтәле, оҙон юлдар үтергә кәрәк була...

 Ниғмәтулла Хәмиҙулла улы 1945 йылдың 3 мартында Хәмиҙулла Сәхиулла улы һәм Шәмсебаныу Фәтҡулла ҡыҙы ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа сабый ғына килеш әсәйһеҙ ҡалһа ла, ул кес кенә саҡтан маҡсатлы, ҡыйыу һәм эшһөйәр булып үҫә. Ауыл мәктәбенең 7-се класын тамамлағас, Силәбе ҡалаһына төҙөлөшкә эшкә китә, шул уҡ ваҡытта Силәбе киске йәштәр мәктәбен тамамлай. Татар теленә мөхәббәтме, үжәтлекме, аң-белемгә ынтылышмы - уны киләсәген билгеләүсе ҡыйыу аҙым яһауға этәрә - 1968 йылда В.И. Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә. Ул заманда ундай юғарылыҡтағы уҡыу йортона уҡырға инеү еңелдән булмай, бары тик ҡыйыуҙар һәм төплө белемлеләр генә йөрьәт итә. Ауыл мәктәбендә 7 класс ҡына уҡып, Силәбелә рус мәктәбен тамамлаһа ла, йәш егет буш ваҡыттарында үҙалдына татар, рус, донъя әҙәбиәтен үҙләштерә, бик күп фәнни китаптар уҡып, үҙен илебеҙҙең көслө университеттарының береһенең ишеген киң асып инерлек итеп әҙерләй. Етмәһә, ауыл мәктәбендә уҡыған сағында көслө татар теле уҡытыусыһы Зөлхизә Нәжметдин ҡыҙы Рафиҡова уның сабый күңеленә туған тел уҡытыусыһы булыу теләге орлоғон һалған була. Шул рәүешле, оҙон, һикәлтәле юлдар үтеп килгән йәш егеттең Ҡазанда яңы тормошо башлана: шаулы-гөрлө студент тормошо, төркөм старостаһы булараҡ ойоштороу эштәрен алып барыу, буш ваҡыттарҙа төркөмдәштәр менән “Нур” труппаһын төҙөп, райондар буйлап фәнни экспедицияларға, гастролдәргә сығыу, унан да бигерәк иң көслө фән корифейҙары – танылған ғалимдар Хатип Миңнеғолов, Мирҡасим Ғосманов, Флера Сәфиуллина һәм башҡаларҙың дәрестәрен тыңлау...

 Тормош тәжрибәһе менән килгән, ойоштороу һәләте булған Күгәрсен егетен кураторҙары, ғалим Хатип  Йосоп улы Миңнеғолов төркөмгә староста итеп һайлай.  Киләсәктә халыҡ шағиры булған Роберт Миңнуллин, тарих фәндәре докторы, профессор булған Ғамирйән Мирғаян улы Дәүләтшин, шағир Мөжәһит Заһит улы Әхмәтйәнов, сатирик яҙыусы Фәнзаман Баттал, профессор Рәүиә Абдуллина, билдәле уҡытыусы Рәзинә Әхмәтйәнова һәм башҡалар менән бер төркөмдә уҡый яҡташыбыҙ.

 Ул бик тынғыһыҙ һәм эҙләнеүсән студент була. I курстан алып Ҡазандың Иҫке һәм Яңы биҫтәһендә йәшәүсе әбей-бабайҙарҙан - Ғ.Туҡай, Ф.Әмирхан, Ғ.Камал, С.Рәмиев, Ғ.Ибраһимов, Ғ.Исхаҡи, Дәрдмәнд менән аралашҡан, уларҙы күреп белгән замандаштарынан бик күп материалдар яҙып ала. Был яҙыусыларҙың революцияға тиклем баҫылып сыҡҡан китаптарын, ХХ быуат башы гәзит-журналдарын мөмкин ҡәҙәр йыйырға тырыша, бай архив туплай. Һәр шундай сәфәргә сығыу ваҡытында ул студент аҡсаһын үҙенә тотонмай, ә уларҙы, энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек, бөртөкләп-бөртөкләп йыйып барып, тыуған ауылы Күгәрсен тарихына бәйле материалдарҙы туплауға йүнәлтә.

  Әле яңы ғына студент тормошон башлаған Ниғмәтулла Хәмиҙулла улының иҫке төрки телендә, ғәрәп графикаһында уҡый белеү генә түгел, ә ул ҡулъяҙмаларҙың киләсәктә фән өсөн кәрәк буласағын аңлап йыйыуы, эш итеүе бик һирәк ғалимдарға ғына хас сифат. Уның уҡытыусылары – билдәле ғалимдар, әлбиттә, егеттең был үҙенсәлегенә иғтибар итмәй ҡалмайҙар.

 1973 йылда университетты уңышлы тамамлағас, Татарстандың Алексеевский, Арса һәм Күкмара райондарында уҡытыу эштәрен алып бара.

 Тәбиғи һәләте, фекер йөрөтөү көсө юғары булған егетте Ҡазан йәнә үҙенә саҡырып алып, фән донъяһына сумдыра: СССР Фәндәр академияһы Ҡазан филиалының Ғ.Ибраһимов исемендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, унан Татарстан дәүләт музейында өлкән фәнни хеҙмәткәр вазифаһын башҡарҡанда фәнни экспедицияларға йөрөй, бик күп боронғо ҡулъяҙмалар табып тапшыра.

 Яҙмыш дилбегәһен һин теләгәнсә генә тартып барып булмай. Атаһы ауырып китеү сәбәпле, аспирантура юлын өҙөп, 1977 йылда уға тыуған ауылы Күгәрсенгә ҡайтып төпләнергә тура килә. Туған мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыу эшен башлағанда ул инде күптән һөнәри яҡтан да, рухи яҡтан да үҫешкән, ҡанат нығытҡан камил шәхес була.

 Тапалған юлдан барырға яратмай ул. Уҡытыуҙың әленән-әле яңы алымдарын өйрәнә башлай, район, республика кимәлендә яңылыҡтары менән бүлешеп, асыҡ дәрестәр бирә. Белем һәм күнекмә биреүҙән тыш, туған телгә, халҡына оло һәм саф мөхәббәт хисен тәрбиәләү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәтеү, милли үҙаң, иман-әхлаҡ һеңдереү бурысын алға ҡуйып эш итә.

 Ниғмәтулла Хәмиҙулла улының Ҡазандан ҡайтып Күгәрсен урта мәктәбендә ул осорҙа әле яңылыҡ булған проблемалы уҡытыу методикаһын ҡулланып эш башлауын район мәғариф бүлеге мөдирҙәре Мәжитов Хәсән Барлыбай улы, Ғайсин Сулпан Абдулхаҡ улы, район мәғариф берекмәһе етәксеһе Исхаҡов Рауил Ибраһим? Ғарифулла улы, Сәйетҡолов Алик Ишмөхәммәт улы күреп алып, юғары баһалап, уның ижади эшсәнлегенә юл асалар.

 Уның менән генә туҡтап ҡалмай ул, тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән берлектә төбәк  методик берекмәһен төҙөп, үҙ-ара тәжрибәләр менән уртаҡлашып, семинарҙар, әленән-әле асыҡ дәрестәр үткәрә башлайҙар. Һәр яңы аҙым эшләгән һайын ул тағын да яңы идеялар менән яна, туҡтауһыҙ эҙләнеүҙә була.

 

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас