Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Апрель 2025, 07:15

Тырышып эшләү өсөн шарттар бар

Беҙҙең районда “Ауыл табибы” программаһында 2012 йылдан алып 42 кеше, “Ауыл фельдшеры” программаһында 2016 йылдан алып 7 кеше ҡатнашты.   Мораҡ үҙәк район дауаханаһының участка табип-терапевты Әлиә Сафина ла дәүләт ярҙамы менән файҙаланған, ул диплом алғандан һуң тыуған районына эшкә ҡайтҡан.

Башҡортостанда ауыл халҡына, айырыуса республиканың алыҫ райондарында йәшәүселәргә медицина ярҙамының сифатын һәм мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән “Ауыл табибы, “Ауыл фельдшеры” проекттарын тормошҡа ашырыу дауам итә. Улар ауылдарға һәм эшселәр ҡасабаларына өс меңдән ашыу белгесте йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе.

- Әгәр Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусыларҙың барыһы ла беҙҙең дауаханаларға, поликлиникаларға, фельдшер-акушерлыҡ пункттарына эшкә килһә, табиптарға ҡытлыҡ булмаҫ ине. Мәсьәлә шунда: уларҙың күбеһе алған һөнәре буйынса эшләмәй, ә ҡайһы берҙәре шунда уҡ шәхси медицинаға китә.

Яңыраҡ федераль кимәлдә медицина вузын тамамлағандан һуң мотлаҡ эшләү тураһында ҡабул ителгән ҡарарҙар белгестәрҙе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына беркетергә мөмкинлек бирәсәк, ә бының өсөн уларҙың тормошон мөмкин тиклем уңайлыраҡ итергә кәрәк, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә “Рәсәй һәм донъя: өҫтөнлөктәр” XIII  Гайдар форумы майҙансығында үткән “Һаулыҡ һаҡлауҙың милли системаһын яңынан ҡарау” дискуссияһында.

 Башҡортостанда  50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға, ҡасабаларға, ҡалаларға эшкә күскән 50 йәшкә тиклемге табиптар һәм фельдшерҙар “Ауыл докторы” программаһында ҡатнаша һәм дәүләттән 1-1,5 миллион һум күләмендәге түләүҙе ала ала. Шулай уҡ фельдшерҙар етмәү сәбәпле, 2016 йылда тағы бер программа – “Ауыл фельдшеры” эшләй башланы. Уға ярашлы, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары 500-750 мең һумлыҡ түләүгә дәғүә итә ала.  

 Беҙҙең районда “Ауыл табибы” программаһында 2012 йылдан алып 42 кеше, “Ауыл фельдшеры” программаһында 2016 йылдан алып 7 кеше ҡатнашты.

  Мораҡ үҙәк район дауаханаһының участка табип-терапевты Әлиә Сафина ла дәүләт ярҙамы менән файҙаланған, ул диплом алғандан һуң тыуған районына эшкә ҡайтҡан.

  Әлиә Азамат ҡыҙы Мораҡ башҡорт гимназияһында белем алған. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына “Дауалау эше” һөнәре буйынса уҡырға ингән, ә хәҙер тыуған районында тәжрибә туплай.

- Районға ҡайтыуҙы күптән планлаштырғайным. Бында минең атай-әсәйем, туғандарым һәм дуҫтарым йәшәй. Практика үткәндә күп нәмәгә өйрәндем, буласаҡ коллегаларым да ярҙам итте. Шул саҡта уҡ бында эшләргә килермен тип ныҡлы ҡарарға килдем. Был һөнәрҙе һайлауыма әсәйем менән инәйемдең күп ғүмерен медицинаға бағышлауы ла йоғонто яһағандыр, - ти Әлиә Сафина.

 Әйткәндәй, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы етәкселеге йыл һайын төрлө уҡыу йорттары базаһында студенттар менән осрашыуҙар үткәрә. Әңгәмә барышында улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы туранан-тура баш табип Наил Абдуллинға һәм дауахананың башҡа хеҙмәткәрҙәренә биреп, артабан дауалау учреждениеһына эшкә урынлашырға мөмкинселек ала.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

 

Автор:
Читайте нас