Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Апрель 2025, 07:15

ИТ продукциялары етештереләр

Мораҡ ауылында йәшәүсе Байбулатовтар  Мораҡта үҙҙәренең ер участкаһында цех төҙөй башлаған, әлегә улар икәүләп эшләй, әммә киләсәктә итте эшкәртеү, ыҫлау, бешереү, колбасалар, купаттар һәм сосискалар тултырыу менән шөғөлләнеү өсөн дүрт эшсене ялларға ниәтләй. Төҙөлөш ваҡытында күркәләр үҫтереүҙе туҡтатырға һәм ҡош-ҡорт, ваҡ мал һәм һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнгәндәрҙән сеймал һатып алырға мәжбүр булғандар.

ИТ продукциялары етештереләрИТ продукциялары етештереләр
ИТ продукциялары етештереләр

 Әлфиә Владимировна элек үҙмәшғүллек менән шөғөлләнә ине. Халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша республикала граждандарға ярҙам итеүҙе һәм үҙ эшен асыу йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү өсөн бюджеттан аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тотҡан адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә 2021 йылда ул ит деликатестары етештереүҙе ойоштороу өсөн дәүләттән 240 мең һум аҡса ала алды. Бүленгән суммаға һәм үҙ аҡсаһына ыҫлау һәм киптереү-ҡаҡлау шкафтары, консервациялау өсөн ҡорамалдар, үлсәүҙәр, колбаса шприцтары һатып алған.

 - Был беҙҙең ғаилә бизнесы. Ирем Наил менән был йүнәлеште үҫтерәбеҙ. Ул минең барлыҡ башланғыстарымды хуплай.

 2024 йылда район хакимиәтенән субсидия алдым. Сәнәғәт һыуытҡысы, моноблок һәм вакуумлы төргөс һатып алдым, - ти шәхси эшҡыуар. - Үҙебеҙҙең ер участкабыҙҙа башта йөҙгә яҡын күркә аҫраныҡ, әммә өҙлөкһөҙ эшләү өсөн был һан аҙ булып сыҡты, шуға күрә уларҙың иҫәбен 400-гә тиклем арттырҙыҡ, оҙаҡламай  800 башҡа тиклем еткерергә планлаштырабыҙ. Һуңынан Муса ауылында тағы ла бер ҙурыраҡ майҙан һатып алырға булдыҡ.

Әлфиә Владимировна әйтеүенсә, улар тормош иптәше менән бергә Башҡорт дәүләт аграр университетында “Фермерҙар мәктәбе”ндә уҡыған, ит эшкәртеү һәм импортты алмаштырыу, туризм буйынса ике дипломға эйә булғандар.

 Юғары уҡыу йортонда алған белем ит продукцияһын етештереүҙә компетентлыҡты арттырырға, бренд моделен булдырырға, яңы алымдарҙы үҙләштерергә һәм маркетингты оҫта ҡулланырға мөмкинлек биргән. Йәштәр унда рестораторҙар менән танышҡан, халыҡ араһында һорау менән ҡулланған хәләл быҡтырылған ит һәм тултырма эшләргә өйрәнгән.

- Сауҙа менән шөғөлләнеүселәр ҡыҙыҡһыныу белдерһә лә, магазиндарҙа беҙҙең продукция әлегә юҡ. Сауҙа нөктәләре өсөн етештерелгән тауарҙың күләме мөһим, ә беҙ әлегә ҙур күләмгә тотонмағанбыҙ, сөнки тәбиғи колбаса һәм быҡтырылған ит әҙерләү процесы ярайһы уҡ оҙаҡ. Ғәҙәттә өс көн тирәһе ваҡыт китә, ә бешмәгән килеш ыҫланған колбасаға тотош аҙна кәрәк, һуңынан уны шунда уҡ һатырға тура килә. Шуныһы ҡыуаныслы, һатып алыусылар етерлек, уларҙы өйҙән үк килеп алалар. Башҡа район һәм ҡалалар халҡына ҡиммәтле йөктө, ғәҙәттә, берәйһе аша оҙатабыҙ йәки үҙебеҙ алып барабыҙ, - ти Әлфиә Владимировна .

Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, яңы белемдәрен практикала ҡулланған һәм тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелергә теләгән йәштәр бына шундай идеялар менән йәшәй.

Автор:
Читайте нас