+28 °С
Болотло
Иң әүҙем хеҙмәткәрҙәр ҡайҙа эшләй тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, мәҙәниәт тармағында. Төп эштәренән тыш, районда уҙған бер генә сара ла уларҙан тыш үтмәй. Спортҡа ла маһирҙар, кисә, мәҫәлән, улар волейбол ярышы уҙғарҙы. Был сара быйылғы йылда Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда барған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылдарына һәм, әлбиттә, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланды.