Район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, ауыл биләмәләре хакимиәттәре һәм район мәҙәниәт һарайы ойошторған мәҙәни сарала барлығы 20 ауыл биләмәһе ҡатнашты.
Үҙҙәренең сағыу сығыштары менән барыһын да таң ҡалдырған Күгәрсен ауыл биләмәһе Гран-приға лайыҡ булды.
Ҡалған урындар түбәндәгесә билдәләнде:
I дәрәжә диплом - Исем һәм Теләүембәт ауыл биләмәләре.
II дәрәжә диплом – Йомағужа, Юлдыбай һәм Ялсы ауыл биләмәләре.
III дәрәжә диплом - Ишбирҙе, Мәҡсүт һәм Санъяп ауыл биләмәләре.