Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда беҙҙең Ибраһим ауылы Урал ауыл советына, “Берлек” колхозына ҡарай. Ул ваҡытта ауылда 61 йорт иҫәпләнә. Илебеҙ яҙмышы хәл ителгәндә ошо бәләкәй генә ауылдан 68 кеше һуғышҡа китә. Бөтә эш үҫмер балалар һәм ҡарт-ҡоро ҡулына ҡала. Илебеҙ халҡына төшкән барлыҡ ауырлыҡты ла, аслыҡты, яланғаслыҡты күтәрә ауылдаштарым - тик еңеүгә өмөттәрен өҙмәйҙәр. Һуғышҡа киткәндәрҙең 31-е яу яландарында ятып ҡала, тик 37-һенә генә иҫән-һау ҡайтырға насип була. Ошо бәхетлеләр араһында Аллағужин Ниғәмәт олатай ҙа була.
Ниғәмәт олатай 1902 йылда Ибраһим ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик эшсән,тырыш егет булып буй еткерә. Тарихта яңы дәүер башланыуын - Октябрь революцияһы еңеүен Ниғәмәт 15 йәшлек үҫмер булып ҡаршылай. Уның атаһы Сафа заманына күрә бик уҡымышлы кеше була. ”Атайым “зилский” булды, шуға бөтә йыйылыштар беҙҙә үтте, алдынғы ҡарашлы кешеләр өҫтәл һуғып һөйләшә торғайны”,- тип һөйләгән Ниғәмәт олатай үҙенең улына. Беҙ быны Сафа бабайҙың ауыл старостаһы (сельская староста ) булыуын, ә алдынғы ҡарашлы кешеләрҙе моғайын революционерҙарҙыр тип фаразланыҡ. Октябрь ауылға ла ҙур үҙгәрештәр алып килә.”Колхозға инеүсе крәҫтиәндәрҙең тәүге аҙымдарын бөгөнгөләй хәтерләйем, - тип һөйләгән олатай улына, -улар иҫәбендә мин дә булдым. Алдағы көндәргә иң яҡты хыялдар менән колхозға индек, алға ышаныслы барҙыҡ. Ата-бабаларыбыҙ төштә лә күрмәгән матур тормош килде». 1921 йылғы аслыҡ тураһында олатай үҙенең улына бер нәмә лә һөйләмәгән булып сыҡты - бөтә булмышы һәм күңеле менән коммунист булған Ниғәмәт Аллағужин яҡты тормошҡа, изгелеккә ынтылып йәшәгәндер.
Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышынан һуң тормош әҙ генә рәтләнә. Әммә оҙаҡ ҡыуанырға тура килмәй. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Халыҡ Тыуған илебеҙ һағына баҫа. Ошо изге эшкә 1941 йылдың көҙөндә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлә. Был данлы дивизия составында Күгәрсен районынан да бик күп яугирҙар була. Немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта улар ҡыйыулыҡ өлгөләре күрһәтә. Күптәре батырҙарса һәләк була һәм Дон далаларында, Украина ерендә, Польша киңлектәрендә мәңгелеккә ятып ҡала. Башҡорт атлы дивизияһы Берлингәсә барып етеп, Премниц ҡалаһында һөжүмен туҡтата.
Ошо ҡыйыу һуғышсылар араһында беҙҙең ауылдашыбыҙ Ниғәмәт Аллағужиндың да булыуы беҙҙә айырыуса ғорурлыҡ хистәре уятты. Ул күкрәген һуғышта күрһәткән хәрби батырлыҡтары өсөн миҙалдар һәм орден менән биҙәп, тыуған ауылына ҡайтып төшә. Коммунист Ниғәмәт Аллағужин ҡайҙа ҡушалар, шунда ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Колхоз хужалығын нығытыу өсөн үҙенең көсөн, дәртен, һаулығын йәлләмәй, үҙенә тапшырылған эште намыҫ менән башҡара, игенселектә, малсылыҡта ла, төҙөлөштә лә һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. Тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. ”Уның тоғролоғо, уңғанлығы арҡаһында ғына бөтә тормош ауырлығын күтәрҙем”,- тип әйтергә яратҡан Ниғәмәт олатай үҙенең әбейе тураһында. Хеҙмәтенә күрә хөрмәтен дә күрә олатай. Төрлө осрашыуҙарға, конферецияларға делегат итеп саҡыралар, почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән ҙурлайҙар. Ул ғүмер буйы полкташтары менән бәйләнеште өҙмәй, бер-нисә тапҡыр баш ҡалабыҙ Өфөгә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ветерандары менән осрашыуға бара. Ошо осрашыуға саҡырыу ҡағыҙҙарын, ҡыҙыл төҫтәге коммунист мандаттарын да күрҙек беҙ Сабит олатайҙа. Ниғәмәт олатай 89 йәшендә донъя ҡуя.
Сабит олатай атаһының хәрби наградаларын - Сталиндың бойороғо менән бирелгән Маҡтау ҡағыҙын, рәхмәт хаттарын, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы орденын, ике “Батырлыҡ өсөн”, ”Варшаваны азат иткән өсөн”,”1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, ”Берлинды алған өсөн” һ.б. миҙалдарын бик ҡәҙерле иҫтәлек итеп һаҡлай.
Гөлсөм Абдуллина.