Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Апрель 2025, 04:25

Аслыҡ һәм яланғаслыҡ ҡорбандары

Һуғыш ваҡытында ҡыҙҙарҙы ла һуғышҡа әҙерләй башлайҙар, винтовканы, противогазды өйрәтәләр, окоп ҡаҙҙыралар, йүгертәләр. Бер ваҡыт Юлдыбайҙан Эйеккә тиклем бер саҡрымдай араны йүгергәндә Һатлыҡ урыҫынан бер ҡыҙ тын ала алмай ҡолап үлә. Йәштәрҙе хәрби әҙерлеккә Аҡбирҙин Солтанбәк Лоҡман улы өйрәтә. Ул ауылдан Бәзиха исемле ҡыҙға өйләнеп, бер йылдай йәшәгәс, һуғышҡа алына һәм үлеп ҡала.

Аслыҡ һәм яланғаслыҡ ҡорбандарыАслыҡ һәм яланғаслыҡ ҡорбандары
Аслыҡ һәм яланғаслыҡ ҡорбандары

Мораҡта батша заманынан ҡалған волость  идараһы йортонда (ул йорт 1954 йылда һүтелә, урынына райком бинаһы төҙөлә, хәҙер – суд) аҙаҡ сплавконтора тигән ойошма булып, ул ҡаҙнаға ҡарағай бүрәнәләр әҙерләү буйынса колхоздарға заданиелар бирер була. План буйынса һәр колхоз  Бөрйән, Йылайыр яҡтарында, бигерәк тә Алағуян, Бетрә, Үркәс һәм Каноникольск тирәләрендә, Гранныйҙа (Күгәрсен һәм Йылайыр райондары сиге, Побоищенан 4 саҡрымда) 300-350 кубометр бүрәнә әҙерләргә тейеш була. 1941 йыл башында бындай задание Юлдыбайҙың “Ҡыҙыл Урал” колхозына ла бирелә, планды март баштарына үтәп тә ҡайталар. Колхозға район ойошмаларына  ҡыш яғыу өсөн утын әҙерләү, йәғни сажен (2 метр) ҡырҡыу заданиеһы ла бирелә. Уларҙы Мораҡҡа тиклем ағыҙып алып барыу өсөн делянкаларҙы Тасы буйынан бүләләр. Был эштәр сплавконторанан килгән десятник Кукин етәкселегендә алып барыла.

Һуғыш башланыу менән был эштәр туҡтап ҡала, бик күптәрҙе һуғышҡа алалар. Колхоздың иң яҡшы 8 атын да һуғышҡа ебәрәләр (1945 йылда ул аттар урынына Чубар һәм Бурыл ҡушаматлы аттар ҡайтартыла).

1941 йылдың ноябрь, декабрендә ҡырҡылмай ҡалған делянкаларҙы ҡырҡыу өсөн 1923-1924 йылғы 17-18 йәшлек ҡыҙҙарҙы йәлеп итәләр.

Миңлебикә Бүләкбаева (1924-2004) һөйләгәндәрҙән:

-Ауылдан 6 саҡрымдағы Сәйфулла үҙәге тигән ерҙә утын әҙерләргә ҡуштылар. Унда мин, Вахитова Маһира, Мәрхәбә һәм Зәбирә Ҡунысбаевалар, Моталапова Зөлхизә, Ишбаева Маһиҙа, Мәүликасова Бүләкбикәләр йөрөнөк. Иртәнге һыуыҡта  өшөп-туңып ат менән саҡ барып етер инек. Беҙҙе десятник булып Камалетдинов Абзал һәм Килсенбаев Яңыбай (аҡһаҡ) ҡарттар йөрөттө,  улар колхозға күмер үртәнеләр, балта-бысҡыларҙы үткерләп торҙолар. Беҙ өсәр ҡыҙ уҙаҡлашып, алмашлап бысҡы тартып, көнөнә өс ҡыҙға өс ҡайын йығып, ботап, бүлгеләп, өйөп ҡайтыр инек. Ашарға тип колхоз айына берәр бот (16 кг) арыш бирҙе.

Ошо ҡыҙҙарҙан Бүләкбикә, Зөлхизә, Зәбирә һәм Маһиралар һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа ла Кананикольск һәм Бөрйән яҡтарында бүрәнә әҙерләүҙә ҡатнашалар. Тик Вахитова  Маһира ғына 1947 йылдың декабрь баштарында үлеп ҡала.

Һуғыш ваҡытында ҡыҙҙарҙы ла һуғышҡа әҙерләй башлайҙар, винтовканы, противогазды өйрәтәләр, окоп ҡаҙҙыралар, йүгертәләр. Бер ваҡыт Юлдыбайҙан Эйеккә тиклем бер саҡрымдай араны йүгергәндә Һатлыҡ урыҫынан бер ҡыҙ тын ала алмай ҡолап үлә. Йәштәрҙе хәрби әҙерлеккә Аҡбирҙин Солтанбәк Лоҡман улы өйрәтә. Ул ауылдан Бәзиха исемле ҡыҙға өйләнеп, бер йылдай йәшәгәс, һуғышҡа алына һәм үлеп ҡала.

Колхоздың ике молотилкаһы бар ине, уларҙың 4 ат әйләндергәне ауыл осондағы һыу тирмәне янында булып, 1943 йылда боҙолһа, көлтәләрҙе беҙҙең арттағы һыу ҡуласаһы әйләндергән молотилкала ҡыш уртаһына тиклем һуҡтылар, ашлығын ауылдан 130 саҡрымдағы Һарыҡташ станцияһына ат менән ташынылар, ә һыу молотилкаһы 1950 йылда туҡтаны.

1914 йылғы һуғышҡа алынып, унда өс тапҡыр яраланып, унан тик 1919 йылдың 14 февралендә (иҫке стиль) генә ҡайтҡан атайымды был һуғыш башланыу менән тағы армияға алдылар. 1943 йылдың ноябрь башында 17 йәштәре яңы тулған , колхозда һабан һөргән  Миңнулла ағайым менән  Солтанғәле ағайым да (ике туған) һуғышҡа алындылар, һуңғыһы 1944 йылдаяу яланында ятып ҡалды.

Кистәрен беҙгә апайҙар йыйылыр, һуғыштағы ирҙәренә  күрше Мәҙинә апайҙан (1932 йылғы) латинсалап хат яҙҙырырҙар, хат эсенә бер-нисә бөртөк сәстәрен йолҡоп, сабыйҙарының тырнаҡтарын киҫеп һалырҙар ине. Иртәгәһенә ул өскөл хаттарҙы почтала эшләгән Мәхәмәтшин ағайға биреп:

-Срушна тип яҙығыҙ тип, сығып китерҙәр ине.

Ул саҡтарҙа магазинды лафка, һатыусыны беркәшшик, кәнфитте лампасый, тип йөрөттөләр. Сәй-шәкәрҙе, он, кәрәсинде тик урында эшләгәндәргә, уҡытыусыларға ғына һатырҙар ине. Ә ябай халыҡҡа сәйҙәренә 2-3 тамсы тамыҙып эсер өсөн тәмле еҫле шыйыҡса һаттылар. Ҡаплы шырпы булманы, ә уның урынына ҡағыҙға төрөлгәнен һәм эсендә ус ҙурлыҡ һыҙғыһы булғанын, 500 бөртөклөһөн һаттылар. Бик тә ярлы йәшәгәндәр тоҙҙо, хатта ондо ла бармаҡсыға (уймаҡ – ред.) һалып, мыҫҡаллап күрше-күләненән үтескә алып торҙо.

Арыш ыумасы бешергәндә, ҡабыҡҡа күп китә тип,  ваҡ картуфты ла әрсемәй туранылар, кистәрен уны сыра яҡтыһында ғына ашанылар.

Халыҡ тоҙһоҙ йонсоно. Берәй көн тоҙ һатыр булһалар, лафкаға ҡатын-ҡыҙ тулыр ине. Сираттарын һаҡлап сыр-сыу килеп ирешә башлаһалар, беркәшшик булып эшләгән Дәминдәр ағай (Өмөтбайҙан ине булһа кәрәк) һатыуға ҡуйған гармунды алыр ҙа, яңғыратып бейеү көйөн уйнап ебәрер ине – иреш шунда уҡ таҡтар, ә ҡатындар гөр килеп бейергә төшөр ине.

Ҡайынтау йылғаһы буйында колхоздың йәшелсә баҡсаһында кәбеҫтә, һуған, сөгөлдөр һ.б. сәстеләр, әбей-һәбей уларҙы тәрбиәләп үҫтерҙе. Звеньевой булып батша ваҡытында 12 ауыл старостаһы өҫтөнән ҡараған, үҙе әйтмешләй, дастуйн булып ир ҡорона ултырғас  9 бот та 20 ҡаҙаҡ тартҡан бәһлеүән кәүҙәле старшина Ғүмәр Әбделвәли улы Ишбаев (1958 йылда вафат була) эшләй. Ул шунда ҡыуыш ҡороп ятты, ҡарауылсы ла булды.

Ас аттарға, бигерәк тә йәш тайҙарҙы ҡорсанғы (мал тимерәүе) төшкәнгә башын ғына тышта ҡалдырып, арты менән газ камераһына индерерҙәр, аҫтындағы тимергә һары көкөрт һалып, уны яғырҙар һәм малды ярты сәғәттәй ыҫларҙар ине. Был эште ҡатын-ҡыҙ башҡарыр, аттан тибелеп бөтөр ине.

Һуғыш бөткәс, тормош тағы ла ауырая төштө. Көс еткеһеҙ түләүҙәр, колхоздың ҡара эштәре, аслыҡ-яланғаслыҡ халыҡты тамам бөктө. Сөй өҫтөнә туҡмаҡ тигәндәй, 1947 йылдың башында Социалистик милекте урлаусыларға ҡаршы ҡаты көрәш тигән закон сыҡты. Уның буйынса ашлыҡ, һөт йә кәрәсин урдағандарҙы килоһына йә литрына бер йыл иҫәбенән төрмәгә ултыртыуҙар башланды: ауылдан 7 колхозсы  7-шәр йылға, икәү - бишәр йылға, тағы ла бер-нисә кеше 2-3 йылға төрмәгә оҙатылды.

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Исмәғил, Хәйерниса, Ғарифулла, Гөлйыһан, Миңйыһан, Мазһар, Раҡыя,  Файза, Рамаҙан, Һандуғас, Хөсәйен, Маһира, Хәжирә, Хәкимйән, Мәҙинә, Әмир, Раушан, Зарифа, Һиҙиәт һәм ата-әсәһенән йәш ярым сағынан йәтим ҡалған Бүләкбикәләрҙең көнитмештәре ҡиәмәткә тиң ине.

Түләүҙәрен түләй атмаған 4 кешенең һыйырҙарын тартып алһалар, бик күптәрҙең ҡаҙан-самауырҙарын, һауыт-һабаларын сәүиттең төп яғындағы бүлмәһенә өйөп ҡуйырҙар ҙа түләү түләнгәс кенә кире бирерҙәр ине, ә һыйырҙарҙы баҙарҙа һатып, аҡсаһын түләүгә тоттолар.

Сәүиттәгеләр, балнамушиндар хәлле кешеләр менән ҡатышып, ашап-эсеп йөрөнөләр – әшнәләренә төрлө сәбәптәр тапҡан булып түләү һалманылар, еткән ҡыҙҙарын, уландарын ФЗО-ға, бүрәнә әҙерләүгә ебәрмәнеләр.

Аслыҡ йылдары халыҡ үлән дә тамыр ашаны, улары яҡын-тирәлә бөткәс, ауылдан 8 саҡрымдағы Аҡтау аҫтындағы йылға тамағына тиклем барып етә инек.

Оҙаҡ йылдар дауам иткән аслыҡ-яланғаслыҡ, ауыр эш, тормош бушҡа үтмәне – күптәр ауырыуға һабышты, ҡайһылары бала саҡта уҡ, икенселәре кәләш алып бер-ике йыл йәшәгәс,  донъя ҡуйҙы. Исемдәрен яҙып үтәм:

Хәбибназаров Исмәғил (1925-1953)

Псәнчин Урал (1930-1960)

Сунарчин Ғәлиән (1932-1955)

Псәнчин Ирәндек (1934-1951)

Ҡунысбаев Байгилде (1936-1959)

Камалетдинов Йомағол (1934-1949)

Камалетдинов Зәйнәғәбдин (1938-1947)

Ҡунысбаев Әхмәр (1937-1959)

Аллағужин Хәсән

Миңлебаев Хәләф (1941-1950)

Вәлидов Ғәлимйән (1932-1952)

Фәйзуллина Шәмсиә (1925-1949)

Ҡунысбаева Ғәйезә (1932-1960)

Хоҙайғолова Әнүәрә (1936-196?)

Яманбәтова Раҡыя (1936-1947)

Псәнчина Факиһа (1938-1952)

Вәлидова Сәлимә (1940-1951)

Ҡунысбаева Кәсирә (1941-1952)

Ниғмәтуллина Ҡәмәрә (1947-1962).

Иҫкәрмә. Сунарчин  Ғәлиән әсәһе фамилияһы буйынса алынды, ул 1955 йылдың авгусында, төштән һуң, вафат булды. Сибәр генә ҡатыны ир балаһын күтәреп илап торҙо. Аҙаҡ ҡайҙалыр күсеп киттеләр, ул балаға хәҙер 60 йәштәр тирәһе булыр. Ул саҡ үҙем унда инем.

 

Уларҙы дауаханаларға йөрөтмәнеләр, өйҙәрендә ятып ауырынылар. Уларҙы шәбәйтәбеҙ тип әсеүташ ялаттылар, дары иҙеп, маңлайҙарына һөрттөләр, имән бәшмәге, артыш төтәттеләр, өшкөрҙөләр. 1955 йылда сплавконтора юҡҡа сыҡты, ҡаҙнаға бүрәнә әҙерләүҙәр туҡтаны. Уның урынына районға утын әҙерләтеүсе райтоп барлыҡҡа килде, 1961 йылда ул да эшен туҡтатты.

Ошо ауыр йылдарҙы үҙ баштарынан үткәргәндәр бөгөн бик тә әҙ ҡалһалар, уларҙың беренсеһе итеп малай сағынан колхоз эштәренең уртаһында ҡайнаған, әле 77 йәше менән барыусы һуғыш балаһы Аллағужин Ғилметдинде әйтһәм, теүәл дөрөҫ булыр.

Авторы - Рәхимйән ВАХИТОВ.

Юлдыбай ауылы.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас