Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Апрель 2025, 04:10

Баҡсала эштәр башлана

Бик тиҙҙән баҡса тултырып йәшелсә-емеш сәсә башлаясаҡбыҙ. Мул уңыш алыр өсөн беҙҙең кәңәштәребеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ. 

Баҡсала эштәр башланаБаҡсала эштәр башлана
Баҡсала эштәр башлана

Ҡояш яратыусы һәм үтәнән-үтә иҫкән елдән ҡурҡыусы үҫемлектәрҙең (мәҫәлән, ҡыяр) иң яҡшы “күршеләре” булып ҡуҙаҡлы культуралар һанала. Улар һаҡлаусы һыҙат ҡына түгел, түтәлдәрҙе һуҡыр сысҡандарҙан һаҡлаусы ла. Былтыр ҡуҙаҡлылар үҫкән түтәлгә кишер, сөгөлдөр, шалҡан, ҡыяр һәм помидор ултыртыу отошло.

Күп ҡоротҡостар укропты яратмай, шуға ла уларҙы түтәлдәр араһына сәсеп, йәшелсәләрҙе һаҡлай алаһығыҙ. Укроп йәшелсәләргә һеркәләндереүсе бөжәктәрҙе лә йәлеп итә.

Баҡсасылар помидорға, кәбеҫтәгә, картуфҡа ҡоротҡостар төшә, тип зарлана. Уларҙан ҡотолоу өсөн рәт араларына һуған сәсеү ҙә етә. Һуған, һарымһаҡ ҡарағат менән еләкте лә һаҡлай.

Помидор, борос, баклажан, ҡауын, картуф күләгәлә үҫмәй. Ҡояш нурҙары көнөнә 5 сәғәт төшкән урында һуған, кәбеҫтә, 4 сәғәт төшкән ерҙә фасоль,сөгөлдөр, кишер, ҡуҙғалаҡ, укроп, петрушка, керән, 3 сәғәт төшкән урында хуш еҫле үләндәр үҫә.

Баҡсағыҙҙа урын әҙ булһа, ҡыярҙы ошондай мискәләрҙә лә үҫтерергә була.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас