Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2025, 05:45

Күҙҙәребеҙҙе һаҡлайыҡ!

Заман шундай булғас, ни хәл итәһең: күптәребеҙ көнө буйы эштә компьютерға текәлеп ултырырға мәжбүр. Бының һөҙөмтәһе шул: эш көнө аҙағында күҙ әсетә, ауырта һәм, әлбиттә, ҡыҙара. Күҙҙәребеҙҙе төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Күҙҙәребеҙҙе һаҡлайыҡ!Күҙҙәребеҙҙе һаҡлайыҡ!
Күҙҙәребеҙҙе һаҡлайыҡ!

“Глаукома (һары һыу – күҙ ауырыуы) – күҙ һуҡырайыуға алып килеүсе ауырыуҙарҙың береһе. Уның сәбәбе булып күҙҙә ҡан әйләнешенең боҙолоуы торорға мөмкин. Күҙ эсендәге баҫым күтәрелә, ҡан тамырҙары ҡыҫыла, туҡымалар туҡланыу насарлана, күреү нервыһына һәм селтәрле шәкәрәгә зыян килә.

Глаукома күҙ эсендәге шыйыҡлыҡ (күҙ йәше түгел, ә күҙҙе йыуҙырыусы һәм туҡландырыусы) ағыу юлдары тығылыу һөҙөмтәһендә лә барлыҡҡа килергә мөмкин. Глаукомаға сәбәпсе булып күҙҙең елһенеүе, шәкәр диабеты, атеросклероз, гипертония торорға мөмкин.

Был сирҙе иҫкәртеү еңел, йылына бар булһа ла офтальмологҡа күренергә кәрәк. Нәҫелендә ошо сир менән ауырығандар булғандарға, 40-ты үткәндәргә һаҡ булырға кәрәк”, - ти Мораҡ үҙәк районы дауаханаһы табип-офтальмологы С. АРЫҪЛАНБАЕВА

Нимәгә иғтибар итергә? Белгестәр әйтеүенсә, күҙ алдары томанланыу, яҡтыға ҡарағанда төрлө төҫтәр барлыҡҡа килеү, күҙ сәңгетеп әрнетеп һыҙлау, эңер төшкәндә күреү һәләте кәмеү, күҙ алдында селтәр барлыҡҡа килеү – былар глаукоманың бер формаһы булырға мөмкин. “Күҙ ныҡ әрнетеп ауыртыу, күреү һәләте насарланыу, күҙ ҡыҙарыу, күҙ ҡабағы шешеү глаукоманың тағы ла бер төрө.

Глаукома ғәҙәттә ике күҙҙә лә барлыҡҡа килә, әммә бер юлы түгел. Икенсе күҙ бер нисә айҙан, йә йылдан һуң да зарарланырға мөмкин.

Сирлеләргә махсус күҙ дарыуы бирелә, һөҙөмтә булмаһа, операция яһала.

Глаукома - даими һәм оҙайлы дауаланыу талап итеүсе сир”, - ти улар.

 Әлбиттә, дауаны белгес кенә тәғәйенләй һәм дауалай ала.

 Күҙҙәребеҙҙе һаҡлайыҡ, дуҫтар!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас