Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2025, 04:40

Ил ағаһы яҡташтары һынатмаҫ!

Нисәмә ай дауам иткән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында Тәүәкән ауылы халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтте. Кисә уларҙың делегацияһы баш ҡалабыҙға конкурстың йомғаҡлау сараһына барып, комиссия ағзалары алдында сығыш яһап ҡайттылар.

Ил ағаһы яҡташтары һынатмаҫ!Ил ағаһы яҡташтары һынатмаҫ!
Ил ағаһы яҡташтары һынатмаҫ!

Беҙҙең район делегацияһы составында район хакимиәте башлығы Марат Сәлим улы Исҡужин, Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты  рәйесе Рөстәм Миңғәли улы Сәйетбатталов, Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Булат Ғизелхаҡ улы Ҡаразбаев,  Тәүәкән ауылының күптармаҡлы мәҙәниәт йортоноң баш менеджеры Гөлдәр Мөхтәр ҡыҙы Әбдрәхимова, Тәүәкән дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Йәмил Венер улы Ҡаразбаев булды.

 Билдәле булыуынса, Тәүәкән ауылы республика конкурсында төрлө райондарҙың 12 ҙур ауылы менән бергә “Ҙур тораҡ пункттар” номинацияһында еңеү өсөн көрәшә.

 Конкурс тамамланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды – 23 апрелдә “Торатау” конгресс-холында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Тәүәкәндәрҙе мотлаҡ еңеүселәр араһында күрербеҙ, тип ышанабыҙ! Ил ағаһы яҡташтары һынатмаҫ!

Фотолар ауыл төрөмөнән алынды (фотограф - Рәмил Нафиҡов).

#ҡоролтай

#ВсемирныйКурултайБашкир

#курултай

#ЗОЖ

#КүгәрсенРайоны

#КугарчинскийРайон

#ТрезвоеСело2024

#АйыҡАуыл2024

#ФСГО

#ФондГрантов

#Таваканово

#Тәүәкән

.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас