Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель 2025, 05:30

Маскировкалау селтәре үреү буйынса хоҙайбирҙиндарға еткәндәр юҡ!

 “Ил төкөрһә - күл булыр”, “Күмәкләгән - яу ҡайтарған”, “Берҙәмлектә - көс”. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә. Ил-йорт өҫтөнә ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә, элек-электән халҡыбыҙ бергә тупланып, берҙәмлек менән еңеп сығыуҙы хуплаған. Шанлы, данлы үткәненә әйләнеп ҡараһаҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла фронтҡа тылдағылар төп терәк булып торған. Илебеҙҙә махсус хәрби операция иғлан ителгәс тә, ер-һыуыбыҙ, халҡыбыҙ киләсәге өсөн битараф булмағандар “мин нисек ярҙам итә алам әле”  тип уйланып, яугирҙарыбыҙға теләктәшлек йөҙөнән гуманитар ярҙам йыйып оҙатыу эштәрен ойоштора башланы. Был башланғысты беренселәрҙән булып, моғайын да, Хоҙайбирҙин ауылы халҡы күтәреп алғандыр. 2022 йылдың көҙөндә ауылдан бер егет контракт төҙөп, хәрби операция биләмәһенә юллана. Шул егеттең әсәһе ауылдың әүҙем йәмәғәтсеһе Вәсилә Зәки ҡыҙы Әмироваға улының маскировкалау селтәрҙәре һорауын еткерә. Һәм улар, күп тә уйлап тормай, машина яллап, Мәләүездә элекке типография бинаһында эш башлаған “Йөрәк саҡырыуы буйынса” (“По зову сердца”)  тигән йәмәғәт ойошмаһына барып, селтәр үрергә өйрәнеп, кәрәкле материалдар алып ҡайталар. Ҡайтыу менән пилорама тотҡан ауылдаштары Ринат Хоҙайғоловтан маскировкалау селтәре үреү өсөн каркас (ҡулайлама) эшләп биреүен һорайҙар. Апайҙарҙың һүҙен йыҡмай, тиҙ арала эшләп тә бирә ағас оҫтаһы. Беҙ барғанда хоҙайбирҙиндар 168-се селтәрҙе тамамлаған ине.

Маскировкалау селтәре үреү буйынса хоҙайбирҙиндарға еткәндәр юҡ!Маскировкалау селтәре үреү буйынса хоҙайбирҙиндарға еткәндәр юҡ!
Маскировкалау селтәре үреү буйынса хоҙайбирҙиндарға еткәндәр юҡ!

Вәсилә Әмирова, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре:

-  “Йөрәк саҡырыуы буйынса” ҡыҙҙары иртәнге ун берҙән киске бишкә тиклем эшләйҙәр. Беҙ ҙә шул ваҡытҡа яраҡлашайыҡ тип һөйләштек тә, оҙаҡҡа һуҙмай, ауыл клубында йыйыла башланыҡ. Тәүге мәлдәрҙә егермеләп кеше килде. Аҙаҡ кәменек, ныҡ арыта торғайны. Уныһы аңлашыла ла, һәр кемдең үҙ донъяһы, һыйырҙар быҙаулаған, ҡош-ҡорт бәпкә сығарған мәл, баҡса эштәре лә көтөп тормай. Шулай ҙа хәлебеҙҙән килгәнсә йөрөнөк, тәүге селтәр бишкә-алты метр ҙурлыҡта ине. Улар үҙҙәре шундай үлсәмлене һорағайнылар (ә стандарт үлсәм - өскә алты була). Бер тапҡыр хатта өсәүҙе бергә ҡушып, ҙур итеп эшләнек.

 Шулай ҡыш етте, көндәр һыуытты, мәҙәниәт усағы бинаһы ла шыҡһыҙ була башланы. Тар булһа ла, элекке бухгалтерия бүлмәһенә урынлаштыҡ, шунда ҡыш сыҡтыҡ. Көҙгә һөйләшеп, мәктәп директоры Алһыу Ишкинина беҙгә урын бүлде. Йылы ла, иркен дә бүлмәбеҙ бар хәҙер.

 Ярҙам итергә теләүселәр бик күп. Тик ҡайһы берәүҙәр эштә булып, ваҡыт еткерә алмай.  Ундайҙар ҙа үҙ өлөштәрен индерергә теләгәс, көнөнә ике сменаға– иртәнсәктән – төшкә тиклем һәм кискә йыйылыуҙы хәл иттек. Рамаҙан айында күптәр ураҙа тотҡас, бер сменаға күсеп торҙоҡ.

 Даими йөрөгән егермеләп әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар. Көн дә бер сетканы тамамлап ҡайтабыҙ. Ҡул да өйрәнде, оҫтарып та киттек.

 Быға тиклем беҙгә селтәр үреү өсөн туҡыманы төргәге менән биреп ҡайтаралар ҙа, беҙ таҫмалап үҙебеҙ ҡырҡа торғайныҡ. Таҫманы үлсәп, “шыршы” итеп ҡырҡып сығыу ҙа ҙур эш. Был тәңгәлдә Флүзә Байғазина, Таңһылыу Ғафарова, Сәлимә Хоҙайғолова, Айгөл Вәлишиналар беҙгә бик ныҡ ярҙам итте. Хәҙер эште еңелләштерҙеләр, махсус ҡулайламала таҫмаға киҫеп, әҙерләп ебәрәләр. Шунан тағы ла бер нәмәне әйтеп үтер инем: һаулығы йә йәше буйынса селтәр үрергә йөрөй алмаған ауылдаштарыбыҙ мөмкинлектәренә ҡарап, ай һайын аҡса күсереп, ярҙам итеп торалар.

 Беҙҙең төп эшебеҙ селтәр үреү генә түгел. Ҡатын-ҡыҙҙар менән ҡыш көнө иләнгән йөн һатып алып, ойоҡбаштар бәйләйбеҙ. Быйылғы ҡышта ғына йөҙҙән ашыу ойоҡ ебәрҙек. Таңһылыу Ғафарова, мәҫәлән, үҙе генә 23 пар ойоҡ бәйләп тапшырҙы. Яҙға табан йылы, кәрәкмәй тигәс, туҡтап торҙоҡ. Унан тыш, парафиндан окоп шәмдәре эшләйбеҙ. Иң күп эшләгәне, моғайын да, Гөлназ Йәдкәрова булғандыр, бер үҙе генә өс йөҙҙән ашыу окоп шәме ҡойҙо.

 Даими рәүештә аҡса йыйып, яугирҙарға посылкалар ҙа ебәреп торабыҙ. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән төркөмдөң “23 февралгә - 23 мең” акцияһында ҡатнаштыҡ. “Бесәнселәр” тигән ир-егеттәр чаты бар, ауыл егеттәре “яугир яҡташтарыбыҙға байрам айҡанлы ярҙам итәйек” тип саҡырыу ташланы. Бер көн эсендә 62 мең аҡса йыйылды.  

  “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” төркөмөнә генә сентябрҙән башлап 200 мең һумдан ашыу аҡса күсерҙек. Унан тыш, “Йөрәк саҡырыуы буйынса” ойошмаһына ла селтәр үреүгә кәрәк-яраҡтар алыуға аҡсалата ярҙам итеп торабыҙ. Дәфтәремә яҙып ҡуйғанмын, уларға бөгөнгәсә 57 мең аҡса ебәргәнбеҙ.

 Яңы йыл алдынан да һалдаттарға тәм-том, хатта дүрт өйрәк алып, тыуған яҡтан күстәнәстәр оҙаттыҡ. Улы янына барып ҡайтырға ниәтләгән атайҙарҙы ла буш ебәрмәйбеҙ, ылау булған һайын ҡумта-ҡумта посылкалар ебәреп торабыҙ.

 Юлбаш ауылынан бер яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә, уның ата-әсәһенә лә посылка йыйып ебәрергә ярҙам иттек. Үткәндә 5 мең күсергәйнек, яңыраҡ тағы 10 мең бирҙек.

 Район хакимиәтенең “Саҡырыу” (“Зов”) тигән төркөмөнә лә антидронлы юрғандар алыуға Яңы йылдан һуң 9 мең күсерҙек.

 Юлбаш ҡыҙҙары тураһында ла әйтеп үткем килә. Әлфинә Ямғурова, Гәүһәр Йосоповалар икәү генә булһалар ҙа, шул тиклем әүҙем эшләйҙәр. Бер ваҡыт, Яңы йыл алдынан, ҙур ҡумта тотоп беҙҙең өйгә инеп киләләр. Күп итеп өй туҡмасы ҡырҡҡандар, ойоҡбаштар бәйләгәндәр, гигиена кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек кеүек кәрәкле әйберҙәр һатып алғандар... Улар шулай уҡ “разведчик костюмы” эшләйҙәр. Бығаса унды эшләп тапшырғайнылар, тағы дүртте алып ҡайттыҡ.

 Тегенсе Флүзә Ибраһимованы ла телгә алыу урынлы булыр. Ул госпиталдәр өсөн кейелгән ирҙәр күлдәген һүтеп, яғаларын алып ташлап, яралылар өсөн йәбештергесле күлдәктәр тегә. Бер нисә ҡатын-ҡыҙ таҙа итеп йыуылған күлдәктәрҙең яғаларын һүтеп, әҙерләп бирә, Флүзә тегә, йөҙҙән ашыу күлдәк тапшырҙылар. Унан башҡа илленән ашыу эске кейем дә тегеп ебәрҙеләр.

 Ришат хәҙрәттең башланғысы менән мәсеттә “МХО өсөн” тип хәйер ҡумтаһы ҡуйылды. Йома һайын ауыл халҡы даими йома хәйере һалып тора.

 Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир яҡташтарыбыҙ менән осрашыуҙар ҙа үткәреп торабыҙ. Уларҙың әйтер һүҙҙәрен дә, нәсихәттәрен дә, теләктәрен дә ишетеү мөһим беҙгә. Илебеҙҙең именлеге өсөн үҙҙәрен аямаған яугирҙарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында хәбәрҙарбыҙ, әлбиттә, юғалтыуҙар ҙа булды, шуныһы аяныслы...

 Сафтағылар имен йөрөһөндәр, уларға тыуған яҡтарына, ата-әсәләренә, ғәзиз кешеләре янына иҫән-һау ҡайтырға насип булһын!

 Хоҙайбирҙиндарға изге эштәрендә уңыштар юлдаш булһын тип теләйбеҙ, ә Ялсы ауылы ирекмәндәре эшмәкәрлеге тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА яҙып алды.

Автор һәм шәхси архивтан алынған фотолар.

 

 

 

 

 

 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас